Еркеев Нур Төхвәтша улы

Нур Төхвәтша улы Еркеев (1925—2007) — педагог, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы. 23 йыл дауамында Баймырҙа урта мәктәбен етәкләгән.

Биографияһы үҙгәртергә

Нур Төхвәтша улы Еркеев 1925 йылдың 25 майында тыуған.

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан.

1969—1992 йылдарҙа Бәләбәй районының Баймырҙа урта мәктәбе директоры.


Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре үҙгәртергә

Хәтер үҙгәртергә

Ике тиҫтә йылдан ашыу Баймырҙа урта мәктәбенең директоры (1969—1992) булып эшләп, халыҡ мәғарифы өлкәһендә күп йылдар дауамында һөҙөмтәле хеҙмәте, райондың социаль, мәҙәни үҫешендәге ҡаҙаныштары һәм район тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны өсөн, Еркеев Нур Төхвәтша улы Бәләбәй ҡала Советының 2001 йылдың 6 июнендә ҡабул ителгән 5-се һанлы Ҡарары менән Бәләбәй районының почётлы гражданы исеме бирелә[1].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Бәләбәй ҡала Советының 5-се һанлы Ҡарары (2001 йылдың 6 июне)

Һылтанмалар үҙгәртергә