Епифанцев Сергей Николаевич

Епифанцев Сергей Николаевич (1953) — ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары (19851987).

Епифанцев Сергей Николаевич
Тыуған көнө 1953
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы

Епифанцев Сергей Николаевич 1953 йылдың май айында Өфөлә тыуған. 1975 йылда Өфө авиация институтын тамамлай, һөнәре буйынса инженер-электромеханик. Психология фәндәре кандидаты, социология фәндәре докторы[1],[2].

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1975 йылда инженер-технолог булып башлай, 1975−1976 йылдарҙа СССР-ҙың 50-йыллығы исемендәге Өфө агрегат производство-конструкторлыҡ берекмәһендә мастер булып эшләй. 1978 йылдан — коммунистар партияһы ағзаһы. Артабан йәмәғәт-партия ойошмаларында етәксе вазифаларын биләй.

1976−1979 йылдарҙа ВЛКСМ-дың агрегат производство-конструкторлыҡ берекмәһендә секретарь урынбаҫары; секретары.

1979−1980 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Өфө ҡала комитетының ойоштороу бүлегенеъ мөдире.

1980−1981 йылдарҙа КПСС-тың Өфө ҡалаһы Ленин район комитетының ойоштороу бүлеге мөдире.

1981−1985 йылдарҙа КПСС-тың өлкә комитетының ойоштороу-партия эше бүлегенең инструкторы.

1985 йылдың ғинуарынан алып 1987 йылдың ғинуарына тиклем ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары.

1987 йылда ВЛКСМ-дың Үҙәк Комитетының эшсе йәштәр бүлеге мөдире.

1987−1990 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Үҙәк Комитеты секретары.

1990—1991 йылдарҙа КПСС-тың Үҙәк комитеты секторы мөдире.

1991 йылдан «АРТЕЛЬ» акционерҙар йәмғиәтенең идараһының рәйесе, «МАГНА ЛТД» акционерҙар йәмғиәтенең вице-президенты, «НЕФТЕГАЗ» акционерҙар йәмғиәте директоры урынбаҫары, «Реформа» фондының советнигы[3], Мәскәү президент программалары фонды директоры, «МЕГАПИР» фонды идараһының рәйесе, «СКАФ» сәнәғәт-финанс компанияһы" ЯАЙ-нең генераль директоры урынбаҫары булып эшләй. 2000 йылдан — Көньяҡ федераль округында Рәсәй Федерацияһының Президентының тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары, 2004 йылдан — Ростов өлкәһе буйынса баш федераль инспекторы. 2008 йылдың декабренән — «Рәсәй тимер юлдары» («РЖД») ААЙ-ының президенты советнигы[1].

2009 йылдың апрелендә «Рәсәй тимер юлдары» ААЙ-ы президенты бойороғо буйынса Епифанцев Сергей Николаевич «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең вице-президенты — статс-секретары итеп тәғәйенләнә[4].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә