Дәфтәре Сыңғыҙнамә

Дәфтәре Сыңғыҙнамә, шулай ҙа Дәфтәр Сыңғыҙнамә, Дастаны Сыңғыҙнамә (XVII быуаттың аҙағы) — Алтын Урҙа һәм Ҡазан ханлығы тарихи яҙмаларына һәм риүәйәттәре нигеҙләнгән XVII быуаттың аҙағында ижад ителгән татар һәм башҡорт әҙәбиәте ҡомартҡыһы.

Дәфтәре Сыңғыҙнамә
Әҫәрҙең теле иҫке төрки теле

Тасуирлау үҙгәртергә

 
Сыңғыҙ хан

Дин эшлеклеһе, 1670-1671 йылғы крәҫтиән һуғышында ҡатнашкан Иҙрис-хафиз әҫәрҙең авторы булыуы фараз[1]. Әҫәр 6 легенда-бүлектән төҙөлгән[1]. Һәр бүлек Сыңғызхан нәҫеле, Аҡһаҡ Тимер, Ғайса улы Әмәт, Иҙеүкәй һәм башҡа хандарҙың йәшәү урыны, биләмәләре тарихын, иҫтәлектәрен яҡтырта. Әҫәрҙең һуңғы өлөшө «Татар йылъяҙмаһы» булараҡ билдәле[1].

Был фразеологизмдарға, ябай, шул уҡ ваҡытта образлы телле беренсе булып әҫәрҙе И.Хәлфин тарафынан өйрәнелә. 1822 йылда әҫәрҙең йыйылма тексын баҫтыра. Был әҫәр Ҡазан университеты ир-ат һәм 1-се балалар гимназияһы шәкерттәре өсөн әсбап булып тора[2]. Әҫәрҙең иң тулы баҫмаһы 1882 йылда Ф.Йыһаншин тарафынан нәшер ителә. Бөгөнгө көндә 40-тан артыҡ күсермәһе табылған.

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • Усманов М. А. Татарские исторические источники. XVII—XVIII вв. — Казань, 1972;
  • Иванович М. «Дәфтәр-и-Чингиз-наме» ҡороған источник по истории кочево обществ // Источниковедение истории Улусы Джучи (Золотой Орды). От Катки до Астрахани. 1233-1556. — Казань, 2002;
  • Ҡәҙерле Г., Шәфҡәт М. Татар әҙәбиәте тарихы: Феодализм дәүере. Ҡазан, 1925.
  • Ҡазан утлары: журнал / исем.мөхәррир Р.Фәйзуллин. — Казань, 2008 йыл, № 5. ISSN 0206-4189.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 Казан утлары: журнал / баш.мөхәррир Р.Фәйзуллин. — Казан, 2008, № 5. — Б.169.
  2. XV-XVIII гасыр төрки-татар дәүләтләре тарихы буенча чыганаклар beznenmiras.ru

Шулай ҙа ҡарағыҙ үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә