Дегтярёв Николай Егорович

Дегтярёв Николай Егорович (9 май 1932 йыл ) — транспорт тармағы ветераны. 1977 йылдан «Башавтотранс» берекмәһенең Салауат ҡалаһындағы автоколоннаһы директоры. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, Сәнәғәт, энергетика, транспорт, элемтә, информатика, төҙөлөш һәм архитектура буйынса комиссия рәйесе.

Дегтярёв Николай Егорович
Зат ир-ат
Тыуған көнө 9 май 1932({{padleft:1932|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (91 йәш)
Тыуған урыны Федоровка районы
Биләгән вазифаһы Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты
Уҡыу йорто Бөтә Рәсәй ситтән тороп уҡыу финанс-иҡтисад институты[d]

Биографияһы үҙгәртергә

Дегтярёв Николай Егорович 1932 йылдың 9 майында Башҡорт АССР-ының Фёдоровка районы Шарлыҡ ауылында тыуған. Милләте буйынса рус, юғары белемле — 1975 йылда Бөтә союз финанс-экономика интитутын тамамлаған.

Хеҙмәт юлын 1948 йылда «Ишембайгазстрой» автотранспорт автоколоннаһы тресында токарь булып башлай. 1951—1959 йылдарҙа Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт итә. 1959—1977 йылдарҙа автоколонна начальнигы, «Салауатнефтехимремстрой» механизацияланған төҙөлөш идараһында баш инженер. 1977 йылдан Салауат ҡалаһында «Башавтотранс» автоколоннаһы директоры. [1]

Салауат ҡалаһы 115-се Профилакторий һайлау округы Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының сәнәғәт, энергетика, транспорт, элемтә, информатика, төҙөлөш һәм архитектура буйынса комиссия рәйесе [2]

Өйләнгән, ике ул үҫтергәндәр.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Өс миҙал менән наградланған.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.удк 930 5-8258-0204-5ISBN
  2. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 34

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 104

Һылтанмалар үҙгәртергә