Дағстан дәүләт халыҡ хужалығы университеты

Рәсәй Федерацияһының юғары уҡыу йорты

Дағстан дәүләт халыҡ хужалығы университеты (ДГУНХ)Дағстандағы юғары уҡыу йорто, халыҡ хужалығының төрлө тармаҡтары буйынса белгестәр әҙерләй.

Дағстан дәүләт халыҡ хужалығы университеты
Нигеҙләү датаһы 1991[1]
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Махачҡала
Рәсми сайт dgunh.ru[1]
Карта

Университеттың 6 факультетында 10 меңдән ашыу студент уҡый. Уҡытыусылар составында 850-нән ашыу кеше иҫәпләнә, шуларҙың 42-һе фән докторы, 478 — фән кандидаты.[2]

Тарихы үҙгәртергә

Университет 1991 йылдың 19 февралендә Дағстан АССР-ы Министрҙар Советының 19-сы ҡарары менән[3] үҫешә барған баҙар иҡтисады өсөн кадрҙар базаһы әҙерләү маҡсаты менән асыла.

Дағстан дәүләт халыҡ хужалығы университеты — перспективалы юғары уҡыу йорто.

Бында Дағстан һәм Рәсәйҙең төрлө мөйөштәренән һәм сит илдәрҙән 10 меңгә яҡын студент уҡый. 700 яҡын уҡытыусы белем бирә.

Студенттар артабан ДГУНХ аспирантураһында иҡтисад өйрәнеүен дауам итә. Аспиранттар сит илдәрҙә стажировка үтә, конференция һәм симпозиумдарҙа ҡатнаша, фәнни эштәрен баҫтыра.

Дағстан дәүләт халыҡ хужалығы университетын асҡандан бирле, тиҫтә ярым йылдан ашыу, ректор булып Ғамид Әхмәдович Бучаев эшләне. Уның етәкселегендә университет матди-техник базаһын һиҙелерлек арттырҙы һәм Дағстан[4]юғары уҡыу йорттары араһында алдынғы тип һанала.

2008 йылда яңы ректор — Яхья Ғамидович Бучаев[5] һайланды.

Факультеттары үҙгәртергә

— Мәғлүмәти технологиялар һәм идара итеү

— Сит телдәр

— Бухгалтер иҫәье, анализ һәм аудит

— Финанс-иҡтисад

— Төҙөлөш

— Һалым

— Юридик

— Ерҙе файҙаланыу (Землеустроительный)

— Бизнес-колледж

— Төҙөлөш колледжы

Үҙәктәре үҙгәртергә

Дағстан дәүләт халыҡ хужалығы университетында 30-ҙан артыҡ фәнни-белем биреү үҙәктәре эшләй.

— Ярҙам үҙәге

— ЮНИСЕФ Тыныслыҡ һәм Толерантлыҡ үҙәге

— Юридик ярҙам үҙәге

Шулай уҡ Блогерҙар мәктәбе, Проектлау мәктәбе, Эшҡыуарлыҡ мәктәбе эшләй.

Ректорҙары үҙгәртергә

  1. Бучаев Ғамид Әхмәдович (1991—2008)
  2. Бучаев Яхья Ғамидович (2008 — хәҙерге көнгә тиклем)

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 (unspecified title) — 2017-05-22 — 2017. — doi:10.6084/M9.FIGSHARE.5032286
  2. Анатолий Карибов: «ДГУНХ является рабочей площадкой, где проходят значимые для республики мероприятия». www.e-dag.ru. Дата обращения: 20 май 2019.(недоступная ссылка)
  3. Постановление Совета министров Дагестанской АССР от 19 февраля 1991 г. № 19
  4. Анатолий Карибов: «ДГУНХ является рабочей площадкой, где проходят значимые для республики мероприятия». Информационный портал РИА "Дагестан". Дата обращения: 20 май 2019.
  5. В ДГИНХ новый ректор

Һылтанмалар үҙгәртергә

-Университет менән танышыу

-Официальный сайт ДГУНХ

-Абитуриенттарға