Граф Гудович йорто

Граф Гудович йортоПушкин ҡалаһында тарихи йорт. 19051906 йылдарҙа модерн стилендә төҙөлгән. Парк урамы, 18-се йорт (төп йорт) һәм 18а (төкәтмә) адресы буйынса урынлашҡан. Төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты[1][2].

Граф Гудович йорто
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Пушкин[d]
Архитектор Сильвио Данини[d]
Архитектура стиле модерн[d]
Мираҫ статусы Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d]
Карта
 Граф Гудович йорто Викимилектә

Тарихы үҙгәртергә

XIX быуат уртаһында буласаҡ айырым йорт урынында графиня Е.И. Орлова- Денисованың ике ағас йорто һәм баҡсаһы менән усадьбаһы урынлаша[3]. 1900 йылда был участканы граф Василий Васильевич Гудович, артабан император һарайының шталмейстеры, дворянлыҡтың губерна башлығы төҙөлөш өсөн һатып ала. 1900 йылдың 11 июлендә подвалы менән ике ҡатлы таш йорт, шул уҡ бейеклектәге ике таш ярҙамсы флигель һәм өлөшләтә ярҙамсы таш йорт төҙөү өсөн рөхсәт алына. 1900 йылдың авгусында архитектор С.А. Данини башҡарған усадьбаның проекты раҫлана. Төҙөлөш 1901—1903 йылдарҙа алып барыла[4] (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — 1905—1906 йылдарҙа).

1917 йылда революциянан һуң граф Гудович Эстонияға, ә һуңынан Францияға күсенә. Айырым йортта Луначарский исемендәге хеҙмәт мәктәбе асыла.[5] 1940 йылда бина балалар баҡсаһына бирелә (хәҙер Санкт-Петербургта Пушкин районының 1-се ГБДОУ балалар баҡсаһы), ул хәҙерге ваҡытта ла йортта урынлаша.

Архитектураһы үҙгәртергә

Гудовичтың усадьба комплексы йортто (төп йорт), ике ярҙамсы флигелде, шулай уҡ ҡоймалары менән баҡсаны   үҙ эсенә ала. Әлеге ваҡытта ярҙамсы флигелдәре яңынан ҡоролған, йорттоң черепица ҡыйығы металл менән алмаштырылған, ләкин дөйөм алғанда уның тышҡы ҡиәфәте ҙур үҙгәрешһеҙ ҡала. Йорттоң фасады инглиз коттеджы рухында биҙәлгән, был уны бөйөк кенәз Борис Владимирович дачаһы менән яҡынайтач[3] (Мәскәү шоссеһы, 11-се йорт), уның төҙөлөшөндә Данини ла ҡатнаша. Шул уҡ стилдә Данини 1906 йылда Император гаражын да проектлай. Гудович йортон төҙөгәндә биҙәлешендә штукатурка менән бер рәттән радом ҡомташ[6], гранит, көпләү өсөн ҡыҙыл һәм аҡһыл кирбес,фахверкҡа оҡшатып таҡта, керамик черепица ҡулланыла. Гранит колонналарҙа өсләтә арка һәм модерн стиленә хас булған һыҙатлы ҡоймалар менән терраса Петербург архитекторы Р.Ф.Мельцер тарафынан проектлана [7]. Йорттоң эске биҙәлешендә ағастан лаклы панелдәр ҡулланыла (2006 йылда бин капиталь ремонт барышында тергеҙелә).[5]

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Дом Гудовича В.В. со служебным флигелем, садом и оградой. КГИОП Санкт-Петербурга. Дата обращения: 14 ноябрь 2020. 2020 йыл 16 ноябрь архивланған.
  2. Закон Санкт-Петербурга № 174-27 от 05.07.1999
  3. 3,0 3,1 Энциклопедия Санкт-Петербурга. Дом В. В. Гудовича (со служебным флигелем, садом и оградой) 2020 йыл 24 октябрь архивланған.
  4. Козлов А. В. «Сильвио Данини: материалы к творческой биографии». — СПб.: Коло, 2010. — 240 с.
  5. 5,0 5,1 Теремок предводителя дворянства. История «сказочного» дома в Пушкине
  6. Польские и немецкие песчаники в облицовке памятников архитектуры как объекты реставрации 2020 йыл 16 ноябрь архивланған.
  7. Кириков Б. М. «Архитектура Петербургского модерна. Особняки и доходные дома». СПб.: Коло, 2017. — 576 с.

Һылтанмалар үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Козлов А. В. «Сильвио Данини: материалы к творческой биографии». — СПб.: Коло, 2010. — 240 с.
  • Кириков Б. М. «Архитектура Петербургского модерна. Особняки и доходные дома». СПб.: Коло, 2017. — 576 с.