Грабин Василий Гаврилович

Василий Гаврилович Грабин (1899/1900 — 1980) — совет конструкторы һәм Бөйөк Ватан һуғышы артиллерия ҡоралын етештереүҙе ойоштороусы. Социалистик Хеҙмәт Геройы, техник ғәскәрҙәр генерал-полковникгы (1945), дүрт Сталин премияһы лауреаты (1941, 1943, 1946, 1950), Артиллерия фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы.

Грабин Василий Гаврилович
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 28 декабрь 1899 (9 ғинуар 1900)
Тыуған урыны Старонижестеблиевская[d], Таманский отдел[d], Кубан өлкәһе[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 18 апрель 1980({{padleft:1980|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (80 йәш)
Вафат булған урыны Королёв, Мәскәү өлкәһе, РСФСР, СССР
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d]
Һөнәр төрө инженер, сәйәсмән, хәрби хеҙмәткәр
Эшмәкәрлек төрө артиллерия[d]
Эш урыны Военная академия РВСН имени Петра Великого[d]
Биләгән вазифаһы СССР Юғары Советы депутаты[d]
Уҡыу йорто Военная академия РВСН имени Петра Великого[d]
Михайловская военная артиллерийская академия[d]
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание генерал-полковник[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Сталин премияһы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Октябрь Революцияһы ордены «Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының егерме йыллығы» юбилей миҙалы орден Суворова I степени орден Суворова II степени Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы "СССР-ҙың Ҡораллы Көстәре ветераны" миҙалы «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы В. И. Лениндың тыуыуына 100 тулыу айҡанлы юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә егерме йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә утыҙ йыл» юбилей миҙалы "Совет Армияһының һәм Флоттың утыҙ йыллығы" юбилей миҙалы юбилейная медаль «40 лет Вооружённых Сил СССР» юбилейная медаль «50 лет Вооружённых Сил СССР» юбилейная медаль «60 лет Вооружённых Сил СССР» «Мәскәүҙең 800 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы
 Грабин Василий Гаврилович Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

Файл:Могила Героя Социалистического Труда Василия Грабина.JPG
Мәскәүҙә Новодевичье зыяратында Грабиндың ҡәбере.

1899 йылдың 28 декабрендә (1900 йылдың 9 ғинуарында) Иҫке Нижестеблиевская станицаһында (хәҙер Краснодар крайының Красноармейский районы) тыуған. 1921 йылдан РКП(Б) ағзаһы. 1923 йылда Петроградта артиллерия училищеһын тамамлай, һуңынан бер нисә йыл хәрби командир булып хеҙмәт итә. Бынан һуң Дзержинский исемендәге хәрби-техник академияның артиллерия факультетына уҡырға инә. Ул ваҡытта унда В. И. Рдултовский, П. А. Гельвих һәм башҡалар кеүек күренекле белгестәр уҡыта.

1930 йылда академияны тамамлағандан һуң Ҡыҙыл Путиловец заводының конструкторлыҡ бюроһында инженер-конструктор булып эшләй. Бер йылдан ауыр сәнәғәт халыҡ комиссариатының (Мәскәү) Бөтә Союз ҡорал-арсенал ассоциацияһының (ВОАО) 2-се конструкторҙар бюроһына ебәрелә. Ул килгәндән һуң 2-се конструкторҙар бюроһы 1-се конструкторҙар бюроһы менән берләштерелә һәм Бөтә Союз ҡорал-арсенал ассоциацияһының конструкторҙар бюроһы ойошторола.

1932 йылда ДКБ-38 начальнигының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә (Бөтә Союз ҡорал арсеналдары ассоциацияһы конструкорлыҡ бюроһы базаһында булдырыла), ул ваҡыттағы берҙән-бер конструкторлыҡ бюроһы төрлө типтағы көбәкле артиллерия системаларын эшләү һәм камиллаштырыу менән шөғөлләнә. 1933 йыл аҙағында ДКБ-38 бөтөрөлгәндән һуң 92-се (Горький) заводҡа ебәрелә, ул саҡта үҙенең проект бюроһы булмай, завод тик етештереү менән генә шөғөлләнә. Ул ваҡытта бойороғо буйынса ҡорал системалары эшләнгән СССР хәрби етәкселәре араһында классик көбәкле артиллерияның юҡҡа сығыуы һәм динамо-реактив (типмәүсе) артиллерияға күсеү тураһында теория өҫтөнлөк итә. Атап әйткәндә, М. Н. Тухачевский был теория яҡлыларҙың береһе була. В. Г. Грабин ҙур ҡыйынлыҡ менән СССР-ҙың ауыр сәнәғәт халыҡ комиссариаты аша көбәкле артиллерия менән шөғөлләнгән конструкторлыҡ бюроһын булдырыу кәрәклеген иҫбатлауға өлгәшә. Грабин уның етәксеһе итеп тәғәйенләнә. 92-се артиллерия заводында В. Г. Грабин инициативаһы менән бер төркөм йәш конструкторҙар яңы перспективалы орудие моделдәрен эшләүен дауам итә, улар тәүҙә завод директоры яҡлауын тапмай, ул хатта баш конструкторҙы вазифаһынан бушатырға тырыша. Халыҡ комиссары Г. К. Орджоникидзеның, ә һуңыраҡ И. В. Сталиндың ярҙамы В. Г. Грабинға заводта эшләүен дауам итергә һәм яңы орудиелар төҙөргә мөмкинлек бирә. Заводтың яңы директоры А. С. Елян уның фекерҙәш кешеһе була.

В. Г. Грабин етәкселегендә эшләнгән тиҙләтелгән проектлау ысулы эш башланғандан алып һынау өлгөләренә тиклем айҙар, хатта аҙналар эсендә яңы орудиелар эшләү мөмкинлеген бирә, ә конструкторҙар һәм технологтарҙың берлектәге эше — ҡыҫҡа ваҡыт эсендә метал, энергия һәм хеҙмәт сығымдарын экономиялап, орудиеларҙы тулайым производствоға ҡуйырға мөмкинлек бирә. Проект-инженерлыҡ эштәрен ойоштороуҙа В. Г. Грабин донъя кимәленән тиҫтәләрсә йылдарға алдараҡ була; мәҫәлән, 1930-сы йылдар аҙағында яңы орудиелар проектлау өсөн табип-физиологты йәлеп итә, ә «кеше-машина» — системаһының гармониялы үҙ-ара тәьҫир итешеүен тәьмин иткән фән атамаһы — «эргономика» тик XX быуаттың 50-се йылдарында ғына барлыҡҡа килә.

1942 йылдың авгусынан СССР Хөкүмәте һәм дәүләт оборона комитеты ҡарары менән В. Г. Грабин Калининградта Үҙәк артиллерия конструкторлыҡ бюроһы ойоштороуға тотона, һуңынан уны етәкләй. В. Г. Грабин етәкселегендә түбәндәгеләр булдырыла:

  • пехота пушкалары: 76 мм-лы пушка 1936 йыл өлгөһөндәге (Ф-22), 1939 йыл өлгөһөндәге (УСВ) һәм дивизион пушка 1942 йыл өлгөһөндәге ЗИС-3, 57-мм-лы пушка 1941 йыл өлгөһөндәге (ЗИС-2), 100-мм-лы ялан пушкаһы 1944 йыл өлгөһөндәге (БС-3).
  • танк пушкалары: Т-34-76 урта танкты ҡоралландырыу өсөн 76,2-мм-лы танк пушкаһы Ф-32, Ф-34, ЗИС-5 һәм KB-1 ауыр танк өсөн үҙйөрөшлө ҡоролмалар ЗИС-30 57 мм-лы пушка менән ЗИС-2 (ЗИС-4), шулай уҡ 76,2-мм-лы пушка ЗИС-3, улар СУ-76 һәм СУ-76М еңел үҙйөрөшлө ҡоролмаларға урынлаштырылалар. Танк пушкаларының тәжрибә өлгөләре әҙерләнә һәм һынау үтә: 37-мм-лы пушка ЗИС-19, 76,2-мм-лы пушка С-54, 85-мм-лы пушка С-18, С-31, С-50, С-53, ЗИС-С-53, 100 мм-лы пушка С-34, 107-мм-лы пушка ЗИС-6, 130-мм-лы пушка С-26, 122 мм-лы гаубица С-41.

1945 йылда техник ғәскәрҙәр генерал-полковнигы персональ хәрби дәрәжә бирелә.

1946 йылдан — Ғилми-тикшеренеү артиллерия институтының баш конструкторы һәм етәксеһе. 2-3 саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаты (1946—1954). 1957 йылда СССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы Оборона техникаһы дәүләт комитетының Үҙәк ғилми тикшеренеү институты-58 баш конструкторы һәм директоры итеп тәғәйенләнә. 1960 йылдан алып Н. Э. Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университетында уҡыта.

1950-се йылдарҙа артиллерия системалары менән ҡыҙыҡһыныу ҡырҡа кәмей. Тәүҙә Берия Л. П. ә һуңынан Н. С. Хрущев, ракета төҙөлөшөнә йүнәлеш ала. Быны маршал Д. Ф. Устинов менән күптәнге конфликт ҡатмарлаштыра. Һөҙөмтәлә Грабин эшләгән бер генә орудие — С-60 зенит орудиеһы ҡоралланыуға ҡабул ителә. Шулай уҡ өлөшләтә С-23 ҡабул ителә, әммә һуңғараҡ, ашығыс рәүештә кәрәк булғанда һәм ҙур булмаған серияла. Әммә уның етәкселеге аҫтындағы коллектив бер нисә артиллерия ҡорал системаһын эшләй:

  • «триплекс» 180 мм-лы пушка С-23 составында, 210-мм-лы гаубица С-33 һәм 280-мм-лы мортир С-43. Пушка ҡоралланыуға ҡабул ителә, ә гаубица һәм мортира производствоға ебәрелмәй.
  • 210-мм-лы пушка С-72 составында «дуплекс» һәм 305-мм-лы гаубица С-73.[1]
  • Конус ҡорал С-40, снаряды 1330 м/с ашыу башланғыс тиҙлеккә эйә һәм 500 метр һәм ҙурыраҡ дистанцияла 28 см броняны тишеп үтә
  • Танкыға орудие ИС-7 С-70 130 мм корабелле базаһында

1980 йылдың 18 апрелендә Калининградта (Мәскәү өлкәһе) вафат була. Мәскәүҙә Новодевичье зыяратында (участка № 9) ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре үҙгәртергә

Библиография үҙгәртергә

 
В. Г. Грабиндың тыуыуына 110 йыл тулыу айҡанлы сығарылған художестволы маркировкаланған конверт. Рәсәй, 2010 йыл  (ЦФА (ИТЦ «Марка») № 248К-2010/2010-279).

В. Г. Грабин «Еңеү ҡоралы» мемуарҙар китабын яҙа, 1972—1973 йылдарҙа «Октябрь» журналында баҫыла. 1989 йылда китап сәйәси әҙәбиәт нәшриәтендә (Мәскәү) тулы вариантта, журнал вариантына әҙерләү барышында хәтирәләр тексына индерелгән төҙәтеүҙәрһеҙ һәм үҙгәрештәрһеҙ итеп нәшер ителә:

  • Грабин В. Г. Оружие победы: (Воспоминания конструктора артиллерийских систем) / Лит. запись М. Д. Михалёва, В. В. Левашова; Предисл. В. Левашова. — М.: Политиздат, 1989. — 544, [18] с. — 200 000 экз. — ISBN 5-250-00408-3.

Хәтер үҙгәртергә

  • Грабин исеме Королев урамдарының береһенә һәм Краснодар урамына бирелгән.
  • Түбәнге Новгородта сквер Грабин хөрмәтенә аталған.
  • Грабин һәм Түбәнге Новгород машиналар эшләү заводы эшселәре хөрмәтенә Еңеүҙең 70 йыллығына төп инеү урынында мемориал асыла.
  • Королёвта ҡала Дан Мемориалында һәйкәл ҡуйылған[4].
  • Королёвта «Энергия» асыҡ акционерҙар йәмғиәте бинаһына инеү урынында мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
  • Краснодар ҡалаһында Рәсәй Почтаһының Үҙәк бүлеге бинаһында мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
 
Краснодарҙа мемориаль таҡта

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • Дынин И. М. Земные громы: Повесть. — М.: Изд-во ДОСААФ, 1986. — 276, [6] с. — (За честь и славу Родины).
  • Худяков А. П. В. Грабин и мастера пушечного дела. — М.: Патриот, 2000. — 366 с. — (Отчизны верные сыны).
  • Худяков А. П., Худяков С. А. Гений артиллерии. — 3-е изд. — М.: РТСофт, 2010. — 656 с. — 1500 экз. — ISBN 978-5-903545-12-4.
  • Смирнов Г. В. Рассказы об оружии. — М.: Детская литература, 1976.
  • Миренков А. И. Василий Гаврилович Грабин: Человек, инженер, генерал. — М.: Кучково поле, 2018. — 704 с. — ISBN 978-5-9950-0910-8.
  • Позамантир Р. Д. «Ракетно-космический наукоград Королёв». — М.: ИП Струченевская О.В., 2018. — 260 с. — ISBN 978-5-905234-12-5.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. А. Широкорад. Секретный сталинский заказ 2008 йыл 23 апрель архивланған.
  2. Указ Президиума Верховного Совета СССР от 8 января 1980 года № 1393—Х «О награждении профессора Грабина В. Г. орденом Октябрьской Революции» // «Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик». — № 3 (2025) от 9 января 1980 года. — Ст.49.
  3. Указ Президиума Верховного Совета СССР от 18.11.1944 — О награждении генералов, офицеров и конструкторов промышленности вооружения и боеприпасов // Газета Красная звезда — 19.11.1944. № 274 (5954)
  4. Памятник советскому конструктору Василию Грабину открыли в Королёве. Официальный сайт администрации города Королёв (12 ғинуар 2021).

Һылтанмалар үҙгәртергә