Вәлиева Аида Фәрит ҡыҙы

Вәлиева Аида Фәрит ҡыҙы (4 май 1960 йыл) — ғалим-математик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2007), профессор (2008).

Вәлиева Аида Фәрит ҡыҙы
Тыуған көнө 4 май 1960({{padleft:1960|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (63 йәш)
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ғалим

Биографияһы үҙгәртергә

Аида Фәрит ҡыҙы Вәлиева 1960 йылдың 4 майында Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған.

1982 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Диплом алғандан һуң «Кристалл» монтаж-технология идаралығында эшләй (Өфө). 1984 йылдан алып Өфө авиация институтында һәм Өфө дәүләт авиация техник университетында. Техник фәндәр докторы (2007), профессор (2008).

Фәнни эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Вәлиева Аида Фәрит ҡыҙының фәнни тикшеренеүҙәре хисаплау математикаһы, математик программалау, комбинаторлы оптимизациялау менән бәйле. 50‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙмәттәре үҙгәртергә

  • Методы локального поиска в дискретных задачах оптимального распределения ресурса. Өфө, 2001 (авторҙаш);
  • Задачи двухмерной упаковки в контейнеры: новые подходы к разработке методов локального поиска оптимума. М., 2004 (авторҙаш).

Һылтанмалар үҙгәртергә