Великое күле (Рязань өлкәһе, Клепиковский күлдәре)

Великое күле — Рәсәйҙең Рязань өлкәһендәге Клепиковский районы территорияһындағы Клепиковские күлдәренең иң ҙур күле, Рязань ҡалаһынан төньяҡта тора.

Күл — Ока йылғаһының ҡушылдығы Пра йылғаһы системаһына инә. Майҙаны 20,4 квадрат км тәшкил итә.

Физик-географик ҡылыҡһырлама үҙгәртергә

Күл Вожа йылғаһына ҡоя. Күл Шагара күленә ҡылым менән тоташҡан, яһалма канал менән Аҡ күл менән тоташып тора.

Ярҙары һаҙлыҡлы. Бында бер нисә утрау бар, уларҙың иң ҙуры — Березовый утрауы.

Заказник үҙгәртергә

Прудки ауылынан төньяҡ-көнсығышта урынлашҡан Прудковская быуаһы янында 1977 йылда 280 гектар майҙанда комплекслы дәүләт заказнигы ойошторола. Заказникта һаҡланған төрҙәр — Рәсәй Ҡыҙыл китабына индерелгән нәҙек наяда һәм аҡ ҡойроҡло диңгеҙ бөркөтө, ҙур подорлик (ҡарағош) һәм кесе ҡарағоштар бар, шулай уҡ Рязань өлкәһенең Ҡыҙыл китабына индерелгән ажау балығы, үлән тәлмәрйене, ҡыҙыл ҡорһаҡлы жерлянка, һыу көтөүсеһе, һоро өйрәк, аҡсарлаҡ һәм башҡалар[1].

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Великое озеро близ села Криуша

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә