Васильевка ауыл Советы (Йылайыр районы)

Васильевка ауыл СоветыЙылайыр районы составында 2008 йылда бөтөрөлгән административ-территориаль берәмек һәм ауыл биләмәһе (муниципаль берәмек тибы). Почта индексы — 453690. ОКАТО коды — 80227807000. Йылайыр ауыл Советы ауыл биләмәһе менән берләштерелә.

Васильевка ауыл Советы
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Йылайыр районы
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 2008

Ауыл Советы составы үҙгәртергә

Васильевка ауылы— административ үҙәк, Анновка, Благовещен утары,  Владимир-Николаев ауылдары

Тарихы үҙгәртергә

Башҡортостан Республикаһының 2008 йылдың 19 ноябрҙәге 49-3 һанлы «Айырым ауыл советтарын берләштереү һәм тораҡ пункттарҙы тапшырыу менән бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошондағы үҙгәрештәр тураһында» Законы белдерә[1]:

Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошонда түбәндәге үҙгәрештәрҙе индерергә:
23) Йылайыр районы буйынса:


Йылайыр ауылында административ үҙәге менән, «Йылайыр» атамаһын һаҡлап, Йылайыр һәм Васильевка ауыл Советтарын берләштерергә. Васильевка ауыл Советының Васильевка, Анновка ауылдарын, Благовещен, Владимир-Николаев утарҙарын Йылайыр ауыл Советы составына индерергә.
Йылайыр ауыл Советы сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы раҫларға.

Иҫәп мәғлүмәттәренән Васильевка ауыл Советын алып ташларға

Географик урыны үҙгәртергә

2008 йылға муниципаль берәмектәр менән сиктәш  («Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең административ үҙәктәре, сиктәре һәм статусы тураһында» 2004 йылдың 17 декабрендәге 126-з һанлы Законы»).

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә