Вампирҙар фольклорҙа

Вампирҙар тураһында легендалар меңәр йылдар дауамында бөтә мәҙәниәттәрҙә лә тиерлек йәшәп килә; боронғо Месопотамияа, йәһүттәрҙә, гректарҙа һәм римлеләрҙә иблис һәм ҡан эскән рухтар тураһында хикәйәләр булған, улар хәҙерге заман вампирҙарынан алда булған. Әммә был боронғо цивилизациялар легендаларында вампирға оҡшаш йән эйәләре барлыҡҡа килеүенә ҡарамаҫтан, вампирҙың фольклор образы, бөгөнгө көндә белеүебеҙсә, көньяҡ-көнсығыш Европанан килеп сыҡҡан. Тик XVIII быуат башында ғына был төбәктең күп кенә этник төркөмдәренең һүҙ традициялары яҙып алына һәм баҫыла. Күп осраҡта вампирҙар яуыздарҙың, үҙ-үҙенә ҡул һалыусыларҙың йәки сихырсыларҙың терелгән тәне (йәнен һәм йәшәү һыҙаттарын һаҡлаған тере мәйет) булып тора. Шулай уҡ башҡа вампир тешләүенән барлыҡҡа килтереүе мөмкин. Бындай легендаларға ышаныу шул тиклем киң тарала, хатта ҡайһы бер өлкәләрҙә вампир тип һаналған кешеләрҙе халыҡ алдында язалауға килтерә. Вампирҙар фильмдарҙа һәм сериалдарҙа, һәм китаптарҙа («Дневники вампира», «Сумерки», «Вампиры») телгә алына.

«Вампир», Р. де Море литографияһы. (1864 йыл).

Боронғо цивилизацияларҙа вампирҙарға ышаныу үҙгәртергә

Донъяның бөтә мәҙәниәттәрендә һәм мифологияларында тиерлек ҡан менән туҡланыусы тере мәйеттәр тураһындағы мифтар бар[1].

Месопотамия үҙгәртергә

 
Лилит. Джон Кольер эше (1892).

Месопотамияла ҡан эсеүсе ендәр тураһында бик күп хөрәфәттәр барлыҡҡа килгән. Тарихсылар был ендәр тураһында яҙған тәүге цивилизацияларҙың береһе Фарсы тип билдәләй. Ҡаҙыныуҙар ваҡытында кешеләрҙең ҡанын эсергә маташҡан йән эйәләрен һүрәтләгән балсыҡ һауыт-һаба һыныҡтары табыла[2].

В боронғо Вавилон мифик Лилит тураһында легендалар йөрөй[3]. Лилит яңы тыуған сабыйҙарҙың ҡаны менән туҡланған ен тип һаналған[4]. Ә йәһүдтәрҙә шулай уҡ өлкәндәрҙең ите менән туҡлана тип иҫәпләнгән[5].

Лилит тураһында легенда башта ҡайһы бер традицион йәһүд текстарына индерелә. Популяр урта быуаттар традицияларына ярашлы[6], ул Һауаға тиклем Әҙәмдең беренсе ҡатыны була[7]. Был текстарҙа Лилит, ендәр батшабикәһе булыу өсөн, Әҙәмде ташлай[8].

Егә әүерелгәс, ул балаларҙың ҡанын эсә һәм төндә уларҙың әсәләрен һәм, ҡайһы берҙә, ир-егеттәрҙе үлтерә[9][10]. Унан һаҡланыу өсөн, ата-әсәһе балалар бишегенә бетеү элә.[6][11]

Ғәрәп ғөрөф-ғәҙәттәре үҙгәртергә

Месопотамия мәҙәниәте тарҡалғандан һуң вампирҙар тураһындағы риүәйәттәр ғәрәп әкиәттәрендә яңынан теркәлә. Был әкиәттәрҙә кеше ашаусы яуыз рухтар, тереләр йәки үлеләр тураһында һүҙ бара. «Кенәз һәм ламия тарихы» («История принца и ламии») әкиәтендә принцтың Надилья исемле ламия (ламия) менән никахлашыуы тураһында бәйән ителә. Принц уны фашлай ала һәм үлтерә. «Вампир намыҫы» («Честь вампира») тигән хикәйәлә принцесса белмәйенсә вампирға кейәүгә сыға. Вампир уға кеше ите ашата. Ҡыҙ, уны алдап, ғаиләһе янына ҡайта ала[12].

Боронғо Греция һәм Рим үҙгәртергә

 
«Ламия». Джон Уильям Уотерхаус эше (1909).

Грек, рим мифологияһында хәҙерге вампирҙарҙан алдағылары бар. Гомерҙың «Одиссея»һында «үлгәндәрҙең күләгәһе» — ҡанға тартылған рухтар тураһында әйтелә[13]. Одиссей, Аидҡа барғанда, күләгәләрҙең иғтибарын йәлеп итер һәм улар менән аралашыр өсөн, тәкә менән ҡара һарыҡты ҡорбанға килтерә[14].

Рим мифологияһында лярвалар йәки лемурҙар үлеләрҙән терелгән өрәк булған, әммә уларҙың вампирҙар менән бер ниндәй ҙә уртаҡлығы юҡ.

Грек-рим мифологияһында вампирҙар менән тығыҙ бәйләнгән персонаждар һәр ваҡыт ҡатын-ҡыҙ була[15].

Эмпуса алиһә Гекатаның ҡыҙы була һәм ишәк аяҡлы (уларҙың береһе баҡырҙан) ен итеп һүрәтләнә[16]. Йәш һәм матур ҡатын-ҡыҙға әүерелеү һәләтенә эйә булған эмпуса ир-егеттәрҙе әүрәтә, уларҙы йоҡлатып, ҡанын эсә[15].

Стрикстар, Ламия кеүек үк, кеше ите һәм ҡаны менән туҡланған[17]. Уларҙы ҡарға йәки ҡош кәүҙәле төнгө илаусы йән эйәләре тип тасуирлайҙар, ә һуңыраҡ улар рим мифологияһына ҡан һәм кеше менән туҡланған стриг (вампир-өкө) булараҡ индерелә.

Румын вампирҙары стригой тип атала. Уларҙың грек-рим стрикстарына туранан-тура ҡағылышы юҡ, әммә уларҙың исеме, албан штригтары һәм славян стржигтары кеүек үк, рим мифологияһынан килеп сыҡҡан, Был йән эйәләре тураһындағы мифтар славян мифтарына оҡшаш[18][19].

Мормо — насар балаларҙы тешләүсе рух, Гекатаның юлдашы. Һуңыраҡ мормолар тип балаларҙы ҡурҡытыусы ҡатын-ҡыҙ вампирҙарҙы атай башлайҙар[16]. Мормолар Аристофандың әҫәрҙәрендә йыш телгә алына[20].

Европа үҙгәртергә

Европала вампирҙар тураһындағы әкиәттәр һәм легендалар күп[21]. Ғәҙәттә Үҙәк һәм Көнсығыш Европала барлыҡҡа килгән. Уларҙың ҡайһы берҙәре ысын персонаждарҙың тормошона нигеҙләнгән, уларҙың үлеме иҫке йолаларҙы ҡайтанан уйлау мөмкинлеге булып хеҙмәт иткән аңлау өсөн сәбәп була.[22]

Үҙәк Европала вампирҙар тураһындағы мифтар шул тиклем тулы һәм күп һанлы, хатта универсаль вампирҙың архетибын формалаштыра һәм башҡа Европа традицияларына йоғонто яһай, бигерәк тә XIX быуатта готик әҙәбиәт һәм Брэм Стокер, Шеридан ле Фаню һәм Шарль Бодлерҙың китаптары арҡаһында[23].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. McNally y Florescu, In Search of Dracula, p. 117.
  2. Marigny, Vampires, pp. 14.
  3. Hurwitz, Lilith, pp. 63-69.
  4. Hurwitz, Lilith, p. 17.
  5. Hurwitz, Lilith, p. 36.
  6. 6,0 6,1 Marigny, Vampires, pp. 17-19.
  7. Norman Bronznick, Mark Jay Mirsky, David Stern & Allan Humm, edi. Allan Humm. The Alphabet of Ben Sira Question #5 (23a-b) (ингл.). University of Pennsylvania. Дата обращения: 30 сентябрь 2022. Архивировано 22 февраль 1997 года.
  8. Patai, Raphael. 7. Lilith and Adam // The Hebrew goddess (инг.). — 3rd ed.. — Wayne State University Press, 1990. — P. 232. — 368 p. — ISBN 978-0-8143-2271-0. Архивная копия от 30 сентябрь 2022 на Wayback Machine
  9. Patai, The Hebrew goddess, pp. 236—241.
  10. Meyer, Kai; Johnson, Paul; Leal, Aníbal. La historia de los judíos. — México: Ediciones B, 2007. — С. 245. — ISBN 978-84-666-1491-7.
  11. Klein, Michele. A Time to Be Born: Customs and Folklore of Jewish Birth. — Jewish Publication Society, 2000. — С. 180. — ISBN 978-0-8276-0698-2.
  12. Yuriko Yamanaka, Tetsuo Nishio. The Arabian Nights and Orientalism - perspectives from East and West London (инг.). — L.: I.B.Tauris, 2006. — 269 p. — ISBN 1-85043-768-8. Архивная копия от 1 октябрь 2022 на Wayback Machine
  13. Cohen: Encyclopedia of Monsters, pp. 271—274.
  14. Homero, Odisea, canto XI
  15. 15,0 15,1 Graves, Robert. 55. The Empusae // The Greek Myths (1955). — L.: Penguin, 1990. — С. 189–190. — 384 с. — ISBN 978-0-1419-5965-8.
  16. 16,0 16,1 Empousa & Lamia (ингл.). Theoi Project (2009). Дата обращения: 1 октябрь 2022. Архивировано 25 ғинуар 2021 года.
  17. Oliphant, Samuel Grant The Story of the Strix: Ancient (инг.) // Transactions and Proceedings of the American Philological Association. — 1913. — Т. 44. — С. 133–149. — DOI:10.2307/282549
  18. Summers, «The Vampire in Greece and Rome of Old», in The Vampire in Europe.
  19. Marigny, Vampires, pp. 15-17.
  20. Аристофан. «Ахарняне», с. 582; «Мир», с. 474.
  21. Curran, Bob. Vampires: A Field Guide To The Creatures That Stalk The Night (инг.). — Red Wheel/Weiser, 2005. — 222 p. — ISBN 1564148076. Архивная копия от 7 октябрь 2022 на Wayback Machine
  22. Konstantinos (2001). Los vampiros aún existen, págs. 31-55
  23. García Chapinal, Luis (2000). Vampirismo. Entre la realidad y la leyenda, p. 33.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә