Бәҙер (ғәр. بدر‎ — тулы Ай) — ғәрәп сығышлы ирҙәр исеме, урыҫ теленә «тулы Ай» тип тәржемә ителә. Матурлыҡ һәм камиллыҡ символы.

Бәҙер
Badr
Әҫәрҙең теле Ғәрәп теле
Яҙыу Латин алфавиты
Soundex B360
Кёльнская фонетика 127
Caverphone PT1111
Фамилия с идентичным написанием Badr[d]
 Бәҙер Викимилектә

Икенсе рәүештәре үҙгәртергә

  • Бәҙретдин (ғәр. بدر الدين‎ — диндең тулы айы) — ике ғәрәп һүҙенән торған ирҙәр исеме: «Бәҙерун» (тулы ай; матурлыҡ мәғәнәһендә) һәм «әд-дин» (дин, иман). Дингә тулы инаныс, диндең матурлығы мәғәнәһендә ҡулланыла. Шулай уҡ башҡорт телендә Бәҙри тигән исем дә бар.
  • Башҡорт халҡында был һүҙ менән өс ҡатын-ҡыҙ исеме бар: Бәҙрия, Бәҙәр, Бәҙриямал (ғәр. بدرية‎ — һылыуғай). Һылыуҡай, тулы айға оҡшаш, айҙай матур мәғәнәһендә ҡулланыла[1]

Билдәле кешеләр үҙгәртергә

Фамилияла үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

  • Бәҙер (Сәғүд Ғәрәбстаны) (ғәр. بدر‎), тулы атамаһы: Бәҙер Хүнәйн (ғәр. بدر حنین‎) — Мәҙинә административ округындағы ҙур балмаған ҡала.
  • Бәҙер һуғышы (ғәр. غزوة بدر‎) — мосолмандар һәм мәжүси ҡорайыштар араһындағы һуғыш.

Сығанаҡтар үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Т. Кусимова, С. Бикҡолова. Башҡорт исемдәре. — Өфө, 2005. — 34-се бит