Бәнү Ҡурайза (рус. Бану Курайза) — Ғәрәбстандың төньяҡ өлөшөндә, Йәсриб оазисы (хәҙерге Мәҙинә оазисы) районында йәшәгән йәһүд ҡәбиләһе. VII быуатта Мөхәммәт Пәйғәмбәргә ҡаршы мәккәләр яғында һуғышҡандан һуң юҡ ителә.

Бәнү Ҡурайза
Рәсем
Этнохороним quradhí һәм quradhiyya

Конфликт тарихы үҙгәртергә

 
Миниатюрала Бәнү Ҡурайзаны юҡ итеү күренеш. Төп нөсхәһе Британия китапханаһында һаҡлана

622 йылда,Мәккәнән Мәҙинәгә күскәндән һуң Мөхәмәт урында йәшәгән халыҡ, шул иҫәптән йәһүд ҡәбиләләре Бәни-Ҡайнуҡа, Бәни-Нәдир һәм Бәнү Ҡурайза араһында Мәҙинә конвенцияһын ҡабул итә. Был килешеүгә ярашлы, йәһүдтәр Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙе сәйәси яҡтан яҡлаған хәлдә мосолмандар менән тиң хоҡуҡҡа эйә була тип раҫлана[1]

627 йылда Ур һуғышында Бәнү Ҡурайза үҙ йөкләмәләрен боҙа. Мосолмандар һуғыштан һуң был кланға ҡаршы сыға. Бәнү Ҡурайза баш һала. Ҡәбилә ирҙәренең баштары киҫелә[2][3][4][5][6][5], ә ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар ҡоллоҡҡа алына.

Кире ҡағыуҙар үҙгәртергә

Был ваҡиғаның тарихилығы ҡайһы бер тикшеренеүселәр тарафынан бәхәсле тип таныла[7].

Мәҫәлән, был йәһәттән төрөк теологы Ихсан Элиачик Мостафа Исламоглуға шундай уҡ иҫкәрмәләр яһай. Был осраҡты йәһүд ейәне Ибн Исхаҡтың боҙоп күрһәтеүен, Бәнү Ҡурайза ҡәбиләһенән ғәйепле тип танылған 3-4 ир генә язалап үлтерелеүен белдерә[8].

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Ahmad, B. (1979). Muhammad and the Jews: A Re-examination. India: Vikas., pp. 46-47
  2. Peterson, Muhammad: the prophet of God, p. 125—127.
  3. Ramadan, In the Footsteps of the Prophet, p. 140f.
  4. Hodgson, The Venture of Islam, vol. 1, p. 191.
  5. 5,0 5,1 Brown, A New Introduction to Islam, p. 81.
  6. Lings, Muhammad: His Life Based on the Earliest Sources, p. 229—233.
  7. Hans Jansen: Mohammed (2005/7), German version: 2008 p. 311—317; Fred Donner: Muhammad and the Believers — At the Origins of Islam (2012) p. 73.
  8. Muhammed Peygamber 900 Yahudi'nin Ölüm Emrini mi Verdi? Beni Kureyza Olayı! İhsan Eliaçık Anlattı