Бүжәлек (йылға)

Силәбе өлкәһендәге йылға

Бүжәлек — рус. Бижеля́к — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһендәге йылға.

Бүжәлек
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе

Тасуирламаһы үҙгәртергә

Ҡыштым, Озёрск ҡалалары һәм Арғаяш районы сиктәре аралығында урынлашҡан Аҡакүл янындағы Оло Аҡакүл һаҙлығының һыуҙары ҡаҙылған каналдар аша Аҡакүлгә һәм Олағас күленә ағыҙыла. Аҡакүлдән артыҡ һыу Аҡкүлгә китә, унда элек ҡылымыҡ булғандыр. Олағас күле яғына ҡаҙылған канал Бүжәлек ҡасабаһы янындағы тимер юл күпере алдында тамамлана. Артабан һыу күпер һәм Бүжәләк-Һеләүһен юлы аҫтынан ағып барып Олағасҡа ҡоя. Башлыса яҙғы ташҡындарҙа көсәйә[1].

Йылға үҙәне һаҙмырт[2].

Фаунаһы үҙгәртергә

Йылға буйҙарында ҡондоҙҙар оя ҡора[1].

Этимологияһы үҙгәртергә

Бүжәлек йылғаһы менән Бүжәлек ҡасабаһы бер үк исем йөрөтә. Башҡорт топонимдары араһында Бүжәтау тигән тау ҙа, Бүжән тигән ауыл да бар. Бүжәк (бүжә) — сусаҡлы тау, уба тигәнде аңлатҡан һүҙ. Билдәле булыуынса, ҡасаба янында сусаҡтар бар Иң яҡын бүжәктәр (сусаҡтар) бейеклеге — 305 м һәм 286 м. Бүжәкле был төбәк шундай атама алған[3]

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 В. В. Устюжанин Протоки, ручьи, речки нашего округа
  2. Бижеляк
  3. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том, 181-се бит.

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том, 181-се бит.

Һылтанмалар үҙгәртергә