Боҙ [1] туңыу - һыу ағымдарын һәм ятҡылыҡтарын тулыһынса боҙ ҡаплау процесы; боҙ режимы фазаһы; һыу ағымдарында һәм ятҡылыҡтарында боҙ ҡатламы хәрәкәтһеҙ ҡатып ҡалыуы күҙәтелә торған осор[2].

Ағиҙел йылғаһында боҙ. Өфө күпере
Боҙ туңыу
Рәсем
Ҡайҙа өйрәнелә гляциология[d]

Тасуирлама үҙгәртергә

Боҙ ҡаплаған ваҡыттың оҙайлығы һәм боҙ ҡалынлығы ҡыштың дауамлығына һәм температура режимына, һыу объекттарының үҙенсәлегенә, ҡар ҡалынлығына, ел режимына һ. б. бәйле. Бәләкәй йылға һәм аҡмаған һыу ятҡылыҡтары ҙур йылғаларға ҡарағанда тиҙерәк туңа. Тау йылғалары ғәҙәттә тиҙ ағымлы булғанлыҡтан, боҙ менән тотош ҡапланмай.

Ағым шәп йә иһә йылы һыуҙар ағып төшә торған (тотонолған көнкүреш һыуҙары, ер аҫты сығанаҡтары - ҡарандар [3] ) өлөштәр туңмай ҡалырға мөмкин һәм ул урындар йылыу тип атала.

Рәсәйҙең европа өлөшөнөң һыу ятҡылыҡтары ғәҙәттә ноябрҙең икенсе яртыһында туңа башлай һәм декабрь уртаһына боҙ тороу тамамлана.

Ҡайһы бер төбәктәрҙә боҙҙоң ҡалынлығы мөмкинлек биргәндә ул автомобиль транспорты юлы итеп ҡулланыла.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Боҙ - туңған һыу//Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 1-се том, 151-се бит
  2. Словари на Академике. Большой энциклопедический словарь
  3. Ҡаран - ҡыш туңмай ағып ята торған шишмә йәки бәләкәй йылға//Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 1-се том, 639-сы бит

Һылтанмалар үҙгәртергә