Бутый (рус. боты, франц. botte, ингл. boot — итек) — СССР -ҙа уртаса һыуыҡ климат өсөн өҫтө кейеҙ йәки фетрҙан эшләнгән йылы ҡышҡы ботинка атамаһы.

Боты
Фетр бутый
Кейеҙ бутый
Камуфляж төҫлө бутый

Уның табаны резинанан йәки синтетик материалдарҙан эшләнгән.

Бутыйға йылы олтораҡ һалынған.

Бутый арзан торған.

Советтар Союзында халыҡ был аяҡ кейеменә «Прощай, молодость!» тигән ҡушамат биргән[1].

Махсус кейем үҙгәртергә

Резиналы диэлектрик бутыйҙар ябыҡ һәм яуым-төшөм булмағанда, асыҡ электр ҡоролмаларында эшләгәндә электр тогынан өҫтәмә һаҡланыу өсөн тәғәйенләнгән.


Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. В.П. Белянин, И.А. Бутенко. Прощай, молодость // Живая речь. Словарь разговорных выражений. — М.: ПАИМС. — 1994..

Һылтанмалар үҙгәртергә

  • Д.Н. Ушаков. Боты // Толковый словарь Ушакова. — 1935-1940.. Словари и энциклопедии на Академике.