Боровка (Һамар ҡушылдығы)

БоровкаЫрымбур өлкәһендәге йылға, Һамар йылғаһының уң ҡушылдығы.

Боровка
Рәсем
Һыу башы Дөйөм Һырт
Ҡайҙа ҡоя Һамар (Волга ҡушылдығы)
Ҡушылдыҡ Жилая[d], Ҡондоҙло (Боровка ҡушылдығы), Сенная[d], Таллы (Боровка ҡушылдығы), Уҫаҡлы (Боровка ҡушылдығы), Суртанлы һәм Берёзовка[d]
Һыу йыйыу бассейны Волга бассейны[d]
Бассейн майҙаны 2140 км²
Донъя ҡитғаһы Европа
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Ырымбур өлкәһе
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 62 метр
Оҙонлоҡ 167 km
Бассейн категорияһы Категория:Боровка (Һамар ҡушылдығы) бассейны[d]
Карта
 Боровка Викимилектә

Оҙонлоғо — 167 км, бассейны майҙаны — 2140 км²[2]. Йылға баштары Дөйөм Һырт ҡалҡыулығында, ҡар һыуҙары менән туҡлана. Йылғаның ағымы Боровка (Чекалинский) һыуһаҡлағысы менән көйләнә. 1934 йылдан 1985 йылға тиклем күҙәтеүҙәр мәғлүмәте буйынса уртаса йыллыҡ һыу сығымы Паника ҡасабаһы районында 5,54 м³/с тәшкил итә[3].

Түбәнге ағымында Боровка Быҙаулыҡ ҡарағайлығы — Рәсәй дала зонаһында иң боронғо урмансылыҡ хужалығының береһе буйлап аға. Йылға буйында ҡала тибындағы Ҡылтабан ҡасабаһы урынлашҡан.

Боровка топонимы был йылғаның Быҙаулыҡ ҡарағайлығы ҡурсаулығы биләмәһенең уртаһынан ағыусы ҡарағайлы йылға ("бор" урыҫ теленән "ҡарағайлыҡ" тигәнде аңлата) хаҡында һөйләй. XVIII быуатта йылға Һыртмыш исеме менән билдәле булған.

Ҡушылдыҡтары үҙгәртергә

  • 36 км — Суртанлы йылғаһы (уң)
  • 59 км — Березовка йылғаһы (һул)
  • 68 км — Крутинка шишмәһе (һул)
  • 77 км — Ҡондоҙло йылғаһы (уң.)
  • 106 км — Сенная йылғаһы (уң)
  • 125 км — Уҫаҡлы йылғаһы (уң)
  • 145 км — Таллы йылғаһы (уң)
  • 151 км — Жилая йылғһы (һул)

Һыу реестры мәғлүмәттәре үҙгәртергә

Рәсәй дәүләт һыу реестрнда «Борасовка йылғаһы һыуһаҡлағысы» тип иҫәпләнә һәм Волга һыу бассейны округына ҡарай, һыу хужалығы участкаһыҺамар йылғаһы, Елшән ауылы янындағы һыу үлсәү посынан алып Һамар ҡалаһына тиклем (ҡаланан өҫтә), Оло Кенәле йылғаһын индермәйенсә. Бәләкәй йылға бассейны — Волга йылғаһы, Куйбышев һыуһаҡлағысы үренән алып Каспий диңгеҙенә ҡушылғанға тиклем[2].

Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 11010001112112100007408[2].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. 2,0 2,1 2,2 «Вдхр Р. Борасовка» — информация об объекте в Государственном водном реестре
  3. Borovka at Panika. UNESCO: Water resources. Дата обращения: 19 апрель 2013. Архивировано 19 апрель 2013 года. 2016 йыл 4 март архивланған.

Һылтанмалар үҙгәртергә