Баҫыу көйгәнәге
Баҫыу көйгәнәге
Өлкән ҡош
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Класс: Ҡоштар
Отряд: Ыласын һымаҡтар
Ғаилә: Ҡарсығалар
Суб-ғаилә: Көйгәнәктәр
Ырыу: Көйгәнәк
Төр: Баҫыу көйгәнәге
Латинса исеме
Circus cyaneus (Linnaeus, 1766)
Синонимдары
  • Circus hudsonius
Ареал
рәсем
     Оялау урыны

     Йыл буйы йәшәйҙәр

     Ҡышҡы миграция
ITIS 175430
NCBI 43466

Баҫыу көйгәнәге (рус. полевой, или обыкновенный лунь, лат. Circus cyaneus)— ҡарсығалар ғаиләһенән ҙур булмаған йыртҡыс ҡош.

Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап
en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : / 106003407

Ҡылыҡһырлама үҙгәртергә

Ҙурлығы ҡарғалай. Ҡанаттары һәм ҡойроғо оҙон булғанға, байтаҡ ҙур күренә. Төҫтәре бер төрлө түгел, һырты аҡһыл һоронан алып ҡара-көрәнгә тиклем. Ҡорһаҡтары һәм ҡойроҡ төптәре аҡ. Ҡайһы берҙәренең аҫ яғы сыбар. Ҡанаттарының остары ҡара. Башҡа көйгәнәктәрҙән ҡойроҡ төбө аҡ булыуы менән айырыла.

Тауышы үҙгәртергә

Яңғырауыҡлы сырылдай: «сырр-сырр».

 
Баҫыу көйгәнәге ауҙа

Йәшәү рәүеше үҙгәртергә

Яланда, баҫыуҙарҙа йәшәй. Ваҡ кимереүселәр менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Ерҙә, үлән араларында оялай. 4—5 бөртөк йәш¬келт аҡ йомортҡаһы була. Зарарлы кимереүселәрҙе ҡырып, файҙа килтерә.

 
Circus cyaneus

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ № 3478 28.693.35 И 90
  • Остапенко В. А. Птицы в вашем доме: Справочное пособие. — М.: Арнадия, 1996. — ISBN 5-88666-011-9


Һылтанмалар үҙгәртергә