Баҡыр ҡуңыҙҙар (лат. Cetoniinae, (рус. Бронзовки) — бөтә ер йөҙөндә йәшәй торған, күпселеге йәшкелт баҡыр төҫөндә булған, ҡайһы берҙәре ҡоротҡос булған ҡуңыҙҙар[1]; ҡаты ҡанатлы пластинка мыйыҡлылар аҫ ғаиләһендеге бөжәктәр.

Баҡыр ҡуңыҙ

Cetonia aurata
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Cetoniinae Leach, 1815

Номенклатура тибы
Трибалар:

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  678511
NCBI  7056
EOL  2655270

Асыҡ металл төҫө хас. Ҡанат өҫлөктәре уйылған. Осҡан ваҡытта ҡанаттары шунан сыға, өҫкө ҡаты ҡанаттары арҡаға һалына. Донъя фаунаһында 2600 -ҙән артыҡ төрө иҫепләнә. Ҡуңыҙҙар сәскәләр, ағастан ағып сыҡҡан шайыҡса менән туҡланалар, йәш япраҡтар һәм емештәрҙе кимерәләр. Ҡорттары «С» һамаҡ, аяҡтарында тырнаҡтары юҡ, арҡаларында хәрәкәтләнергә һәләтле, серек үҙағаста, ағас ҡыуышлыҡтарында, тупраҡта, ҡойолған япраҡ түшәлмәһендә, ҡырмыҫҡа ояларында үҫә. Алтын һымаҡ ҡуңыҙ (Cetonia aurata) 15-20 мм ҙурлығында була. Төҫө йәшелдән ерән ҡыҙылға, зәңгәргә йәки ҡараға үҙгәреүсән, ҡанат өҫтәрендә арҡыры аҡ таптары бар. Йөнтәҫ ҡуңыҙ (Epicometis hima), баҡыр ҡуңыҙ (Potosia metallica), һаҫы баҡыр ҡуңыҙ (Oxythyrea funesta), йәшел баҡыр ҡуңыҙ (P. aeruginosa), төрҙәре осорай.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Терминологический словарь по зоологии. Русско-башкирский и башкирско-русский (Т.Г.Баишев, 1952)

Сығанаҡ үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Определитель насекомых Европейской части СССР. М.-Л., 1965. Т. 2.