Барабанов Александр Трифонович

Барабанов Александр Трифонович (19282018) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, техник фәндәре докторы, профессор, Америка математика йәмғиәте ағзаһы (1990).[1]

Барабанов Александр Трифонович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Украина
 Рәсәй
Тыуған көнө 9 апрель 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})
Тыуған урыны Севастополь, Крымская АССР[d], РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 19 сентябрь 2018({{padleft:2018|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (90 йәш)
Вафат булған урыны Севастополь
Һөнәр төрө уҡытыусы
Уҡыу йорто Санкт-Петербург дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]
Әүҙемлек урыны Севастополь дәүләт университеты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены нагрудный знак «За научные достижения» «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы Украинаның III дәрәжә «Ҡаҙаныштар өсөн» ордены

Юғары аныҡлыҡтағы перспективалы ракета ҡоралдарын эшләүҙә ҡулланылған идара ителеүсе объекттар һәм кинематика мәсьәләләр сиселеше өлкәһендә билдәле ғалим. 300-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы, шул иҫәптән 7 монографияһы[2], шулай уҡ 10-дан ашыу уйлап табыуға авторлыҡ таныҡлығы бар[3].

Биографияһы үҙгәртергә

1928 йылдың 9 апрелендә Севастополь ҡалаһында тыуған.

1952 йылда Ленинград хәрби-механик институтын (хәҙер Балтик «Военмех» дәүләт техник университеты ) һәм 1958 йылда Ленинград университетын (хәҙер Санкт-Петербург дәүләт университеты) тамамлай.

«Военмехты» тамамлау менән ошо уҡ уҡыу йортонда асситент, доцент булып эшләй. 1955 йылда аспирантураны тамамлай һәм кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. Университетты тамамлағас, 1959 йылдан алып 1967 йылға тиклем өлкән ғилми хеҙмәткәр, лаборатория, Ғилми-тикшеренеү институтының теоретик тикшеренеүҙәр һәм моделләштереү бүлегендә начальник булып эшләй, карапҡа ҡаршы ҡанатлы П-6 ракетаһының идара итеү системаһы буйынса борт аппаратураһының баш конструктор урынбаҫары була. 1963 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.[4]

1968 йылда Александр Трифонович Севастополь приборҙар төҙөү институтына эшкә күсә (хәҙер Севастополь дәүләт университеты), унда техник кибернетика кафедраһы ойоштора һәм утыҙ йыл дауамында уны алыштырғыһыҙ етәкләй. Уның етәкселегендә кафедра инженер кадрҙары әҙерләү өлкәһендә, фәнни-тикшеренеү һәм белем биреү-педагогик эшмәкәрлектә алдынғы урындарҙы биләй. 2015 йылдан кафедра менән «Информатика һәм техник системаларҙа идара итеү» тип атала. Ғалим университетта 50 йылдан ашыу эшләй.

Барабанов Александр Трифонович «Стационар булмаған һәм функциональ ҡатмарлы системалар һәм процестар» фәнни мәктәбен ойоштора һәм уны етәкләй, 36 техник фәндәр кандидаты әҙерләй, уларҙың күбеһе университетта эшләүен дауам итә.[1] Ҡырым федераль университетының «Динамические системы» журналы мөхәрририәте коллегияһы ағзаһы була[5].

2018 йылдың 19 сентябрендә Севастополь ҡалаһында вафат була[6]

Ҡаҙаныштары үҙгәртергә

  • «Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ» ордены (1963), «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалдары (1981) һәм III дәрәжә «Ҡаҙаныштар өсөн» украин ордены менән бүләкләнә.
  • Украинаның Мәғариф һәм фән министрлығының «Фәнни ҡаҙаныштары өсөн» билдәһенә лайыҡ була[7]
  • 2018 йылдың апрелендә уға «Севастополь дәүләт университетының атҡаҙанған профессоры» тигән исем бирелә.[1]

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә