Баллидж мәмерйәһе

Баллидж мәмерйәһе (төр. Ballıca Mağarası) — Пазар ауылынан 6 км көньяҡ-көнсығышта урынлашҡан ҙур булмаған мәмерйә, Токат иле (Төркиә). Мәмtрйә Баллидж ауылынан 600 м көньяҡ-көнсығыштараҡ урынлашҡан.

Баллидж мәмерйәһе
Рәсем
Дәүләт  Төркиә
Административ-территориаль берәмек Pazar[d]
Мираҫ статусы Объект из предварительного списка Всемирного наследия[d]
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы (vii)[d] һәм (viii)[d]
Карта
 Баллидж мәмерйәһе Викимилектә

Баллиджа мәмерйәһе ташҡа әүләнгән хайуандар ҡалдыҡтары табыла торғанмәмерйә. Уның дөйөм оҙонлоғо 68 м (223 фут). Өҫкө секцияһы Пермь-Триас осорондағы мәрмәренән һәм эзбизташтан тора. Мәмерйә ауыҙынан өҫтә ике ҡатлам һәм аҫта тағы ла биш ҡатлам бар, барлығы ете ҡатламдан тора. Биш ҡатлам өс геологик осорҙа барлыҡҡа килгән. Ике ҡатламдан торған бер участок төньяҡ-көнсығышҡа һәм көньяҡ-көнбайышҡа һуҙылған. 3-сө һәм 4-се ҡатлам булған икенсе участок икенсе эволицион осорҙа барлыҡҡа килгән, 5-се ҡатлам 20 быуатта барлыҡҡа килән. Асыҡ урында быуаһы булған галерея төньяҡ-көнбайыш йүнәлештәге беренсе секция булып тора. Беренсе ҡатта сталактиттар һәм сталагмиттар һәм Ташҡа әйләнгән ҡаҙылмалар залы, икенсе ҡатта Ярғанаттар залы. Өсөнсө ҡаттың ҡупшы галереяһы Бәшмәк, Колонна һәм Яңы залдарынан тора.

Кәрлә ярғанаттар мәмерйәнең төрлө өлөшөндә йәшәй, уларҙы ишетергә, еҫен тойорға була, тик күп осраҡта улар күренмәй. Мәмейә стеналарында иҫ киткес матур төҫтәр бар, фильтрланған һауа кислородҡа бай. Мәмерйә ауыҙынан яҡынса 45-50 м эстәрәк киң салон башлана. Был залда ҡасандар файҙаланылған штуракурланған стена ҡалдыҡтары тороп ҡалған. Салонда күп кенә сталактиттар, сталагмиттар, колонналар, һыу ятҡылыҡтары бар.

2019 йылда мәмерйә ЮНЕСКО-ның алдан тәҡдим ителгән Төркиәләге Бөтә донья мираҫы исемлегенә индерелгән.[1]

Һылтанмалар үҙгәртергә

Тышҡа һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Ошибка Lua в Модуль:Languages на строке 145: attempt to index a nil value.