Баланбаш

Археологик ҡомартҡы

Баланбаш — Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ[1] ҡалаһы эргәһендә урынлашҡан б.э.т. II мең йыллыҡтың 1‑се яртыһына ҡараған Абаш мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы[2][3][4][5].

Баланбаш
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Стәрлетамаҡ һәм Стәрлетамаҡ районы
Карта

Тасуирламаһы үҙгәртергә

Урынлашыуы үҙгәртергә

Баланбаш Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ ҡалаһы эргәһендә Ағиҙел йылғаһының бейек һул ярында урынлашҡан.

Табылдыҡтар үҙгәртергә

Баланбаш майҙаны ере археологик тикшеренеүҙәр маҡсатында ҡаҙылған.

Ҡаҙыныу эштәре ваҡытында табылған әйберҙәр керамика етештереү өсөн тәғәйенләнгән металл иретеү табаҡтары һәм яҫы төплө ҡыңғырау рәүешендәге һауыттарҙан ғибәрәт. Һуңғыларының тышы тотошлай шыршы һәм оҙонса шаҡмаҡ орнамент, горизонталь тулҡын һыҙыҡтар менән биҙәлгән.

Торамала бронза бысаҡ һәм ураҡ, диск рәүешендәге һөйәк псалий табылған.

Артефакттарҙан һәм торамаланың урынлашыуынан күренеүенсә, халҡы металл эшкәртеү, шулай уҡ игенселек, малсылыҡ , һөйәктән әйберҙәр яһау менән шөғөлләнгән. Башлыса һыйыр малы һәм ваҡ мал, йылҡы үрсеткәндәр.

Баланбаш материалдары Эрмитаж фондтарында һаҡлана.

Асыш тарихы үҙгәртергә

Ағиҙел йылғаһының бейек һул ярында урынлашҡан тораманы 1934 йылда Матди мәҙәниәт тарихы дәүләт академияһы экспедицияһы тарафынан асыла һәм өйрәнелә. Был экспедицияға археолог, тарих фәндәре кандидаты П. А. Дмитриев һәм ғалим-археолог, Көньяҡ Уралды тикшереүсе, тарих фәндәре докторы К. В. Сальников етәкселек иткән була.

1975 йылда тораманы Воронеж университеты һәм Башҡорт дәүләт педагогия университетының берлектәге экспедицияһы тикшерә. Был экспедицияға археолог, тарих фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы Владимир Степанович Горбунов һәм СССР һәм Рәсәй тарихсыһы һәм археологы, тарих фәндәре докторы, профессор А. Д. Пряхин етәкселек итә.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Баланбаш // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.  (Тикшерелеү көнө: 26 декабрь 2018)
  2. Баланбаш//Башҡорт энциклопедияһы 2020 йыл 28 октябрь архивланған.
  3. Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  4. Торама//Башҡорт энциклопедияһы(недоступная ссылка)
  5. Абаш мәҙәниәте//Башҡорт энциклопедияһы(недоступная ссылка)

Һылтанмалар үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Пряхин А. Д. Поселения абашевской общности. Воронеж, 1976
  • Горбунов В. С. Поселенческие памятники бронзового века в лесостепном Приуралье. Куйбышев, 1989.
  • Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Л. А. Монгайт. Археологическая культура// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 11 т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Музей археологии и этнографии. Каталог. Уфа, 2007.
  • Археология и этнография Башкирии. В 5 т. Уфа, 1962—1973.
  • Археологическая карта Башкирии. М., 1976.
  • Археологические памятники Башкортостана //История культуры Башкортостана: Комплект научных и учебных материалов. Вып. 6. Уфа, 1996.