Аҡҡулов Абдулхаҡ Ғәббәс улы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалерия полкында, 132-се уҡсылар дивизияһында, 1944—1945 йылдарҙа НКВД-ның 488-се айырым батальонында

Аҡҡулов Абдулхаҡ Ғәббәс улы (рус. Аккулов Абдулхак Габбасович; 15 июль 1910—26 июнь 1975)[1] — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалерия полкында, артабан — 132-се уҡсылар дивизияһында, 19441945 йылдарҙа — НКВД-ның 488-се айырым батальонында хеҙмәт итә. Политрук, лейтенант[2][3].

Аҡҡулов Абдулхаҡ Ғәббәс улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 15 июль 1910({{padleft:1910|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Ишембай районы
Вафат булған көнө 26 июнь 1975({{padleft:1975|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (64 йәш)
Һөнәр төрө яугир
Хәрби звание лейтенант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d], пехота[d] һәм Народный комиссариат внутренних дел[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы «Хеҙмәт ветераны» миҙалы

Биографияһы үҙгәртергә

Абдулхаҡ Ғәббәс улы Аҡҡулов 1910 йылда (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Ишембай районы) Иҫәкәй ауылында тыуған.

1931 йылда Ырымбур педагогия техникумын тамамлай. 1941 йылға тиклем БАССР-ҙың Маҡар районында уҡытыусы булып эшләй. 1931-1936 йылдарҙа Маҡар ФЗО-һында математика уҡыта.

1937—1941 йылдарҙа Әрмет мәктәбенең директоры урынбаҫары, инспектор, заведующим Маҡар район мәғариф бүлеге мөдире, Этҡол мәктәбе директоры булып эшләй.

1941 йылдың 10 декабрендә БАССР-ҙың Маҡар районы хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡырыла[1][3].

Хәрби хеҙмәте үҙгәртергә

Ҡыҙылармеец Аҡҡулов Абдулхаҡ Ғәббәс улы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 1-се полкында политрук булып хеҙмәтен башлай, 275-се кавалерия полкында, артабан — 132-се уҡсылар дивизияһында разведка взводы политругы итеп тәғәйенләнә, 1944—1945 йылдарҙа — НКВД-ның 488-се айырым батальонында хеҙмәт итә[2][4].

(«Халыҡ хәтере» сайтында тыуған көнө 1910 йылдың 15 июнендә тип күрһәтелгән һәм 60-сы кавалерия дивизияһының 175-се полкында хеҙмәт иткән тип алынған[5]).

Ҡаты яраланып, госпиталдә дауалана. Аяҡҡа баҫҡандан һуң, взвод командиры итеп тәғәйенләнә, лейтенант званиеһы бирелә.

Һуғыштан һуң үҙгәртергә

1946 йылда демобилизацияланғандан һуң, Абдулхаҡ Ғәббәс улы Аҡҡулов мәғариф системаһында хеҙмәт итә.

Абдулхаҡ Ғәббәс улы Урман-Бишҡаҙаҡ балалар йорто, Кинйәкәй тулы булмаған урта мәктәбе директоры, Иҫәкәй башланғыс мәктәбе уҡытыусыһы булып эшләй.

Маҡар ауыл Советы рәйесе итеп һайлана.

1975 йылда вафат була[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

Хәтер үҙгәртергә

Аҡҡулов Абдулхаҡ Ғәббәс улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[6] һәм БР-ҙың Ишембай районы Иҫәкәй ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә