Аҡкөбәков Ғәнәфи Закир улы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалелерия полкы 2-се эскадронының отделение командиры. Сержант

Аҡкөбәков Ғәнәфи Закир улы (рус. Акубаков Ганафий Закирович; 1910-?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалелерия полкы 2-се эскадронының отделение командиры. Сержант. 1943 йылдан ― 82-се гвардия уҡсылар дивизияһында хеҙмәт итә[1].

Аҡкөбәков Ғәнәфи Закир улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 1910
Тыуған урыны Һабай, Ҡауарҙы ауыл Советы[d], Ғафури районы
Һөнәр төрө яугир
Хәрби звание Сержант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы

Биографияһы үҙгәртергә

Ғәнәфи Закир улы Аҡкөбәков 1910 йылда Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы Ҡауарҙы ауыл Советы) Һабай ауылында тыуған.

1941 йылда Ғафури районы хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡырыла.

Сержант Аҡкөбәков Ғәнәфи Закир улы Көньяҡ-Көнбайыш фронтында һуғышҡан 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалелерия полкы 2-се эскадронының отделение командиры була.

1943 йылдан ― 82-се гвардия уҡсылар дивизияһында хеҙмәт итә[2].

1942 йылда күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн:

  2-се эскадрондың отделение командиры сержант Аҡкөбәков Ғәнәфи Закир улы отделениеһы яуҙа дошмандың 30 һалдатын, ә командир үҙе - өс дошманды юҡ итте. Шуның менән үҙенең оҫта һәм ҡыйыу командир икәнен күрһәтте[2].  

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1942)
  • «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы (1945)[2]

Хәтер үҙгәртергә

Аҡкөбәков Ғәнәфи Закир улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[3] һәм БР-ҙың Ғафури районы Һабай ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • ЦАМО. Фонд 33. Опись 686044. Единица хранения 4305.

Һылтанмалар үҙгәртергә