Аҙау ауыл Советы (Архангел районы)

Башҡортостандың Архангел районындағы бөтөрөлгән ауыл биләмәһе



Аҙау ауыл Советы
Башҡортостан Республикаһының Архангел районы составындағы һәм 2008 йылда бөтөрөлгән ауыл биләмәһе. Оҙондар ауыл Советы менән берләштерелә. Почта индексы — 453034. ОКАТО коды − 80203807000.

Аҙау ауыл Советы
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Архангел районы
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 2008

Башҡортостан Республикаһының 2008 йылдың 19 ноябрендә ҡабул ителгән 49-з һанлы «Айырым ауыл Советтарын берләштереү һәм тораҡ пункттарын тапшырыуға бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона үҙгәрештәр индереү тураһындағы» Законы, 1-се статьяһында түбәндәге юлдар бар[1]:

"Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона түбәндәге үҙгәрештәрҙе индерергә: а) Оҙондар һәм Аҙау ауыл Советтарын, «Оҙондар» атамаһын ҡалдырып, берләштерергә, Оҙондар ауылы — административ үҙәк.

Аҙау ауыл Советының Аҙау, Айытмәмбәт, Ҡарағай ауылдарын Оҙондар ауыл Советы составына индерергә. Оҙондар ауыл Советы сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы раҫларға.

Аҙау ауыл Советын иҫәп мәғлүмәттәренән алып ташларға;

Аҙау ауыл Советы 2008 йылға түбәндәге муниципаль берәмектәр менән сиктәш була: Михайловка ауыл Советы, Баҡалды ауыл Советы, Оҙондар ауыл Советы, Инйәр ауыл Советы («Башҡортостан Республикаһының 2004 йылдың 17 декабрендәге 126-з „Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең сиктәре, статусы һәм административ үҙәктәре тураһындағы“ Законы (ред. 19.11.2008)»)[2].

йылғалар: Инйәр, Ҡыҙғы, Ҡунайылға.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә