Ауыл хужалығы машиналары эшләү министрлығы

министрлыҡҡа тракторҙар һәм башҡа ауыл хужалығы машиналары етештереү эше йөкмәтелә

СССР Ауыл хужалығы машиналары эшләү министрлығы — был министрлыҡҡа ауыл хужалығы менән бәйле ауыл хужалығы машиналары, тракторҙар һәм башҡа ауыл хужалығы машиналары етештереү эше йөкмәтелә.

Ауыл хужалығы машиналары эшләү министрлығы
Нигеҙләү датаһы 11 ғинуар 1939
Дәүләт  СССР

Тарихы үҙгәртергә

1939 йылдың 11 ғинуарында СССР Оборона сәнәғәте Халыҡ комиссариаты бер нисә ведомствоға айырыла, улар араһында Боеприпастар халыҡ комиссариаты ла (НКБ) була.

Ул 53 производство предприятиеһы һәм 12 конструкторҙар бюроһы, биш төҙөлөш компанияһы, 5 юғары уҡыу йорто һәм 11 техникум эшмәкәрлегенә яуаплы ине. 1939 йылда был министрлыҡта 337 141 эшсе эшләне.

Ауыл хужалығы машиналары эшләү министрлығы Ауыл хужалығы машиналары эшләү Баш идаралығы (Главсельмаш) составына ингән. 1937 йылдың 29 авгусындағы закон менән ауыл хужалығы машиналары эшләүҙең баш идаралығы Ауыр сәнәғәт халыҡ комиссариатынан Машиналар эшләү халыҡ комиссариатына тапшырылырға тейешле төп идаралыҡтар иҫәбенә индерелгән. 1939 йылдың 5 февралендә был баш идаралыҡ Урта машиналар эшләү халыҡ комиссариатына[1] тапшырылған.

СССР Юғары Советы Президиумының 1946 йылдың 7 ғинуарындағы Указы менән Боеприпастар халыҡ комиссариаты һәм уның предприятиелары, Урта машина эшләү халыҡ комиссариатының һәм Транспорт машиналары эшләү халыҡ комиссариатының трактор заводтары, Миномёт ҡоралдары халыҡ комиссариатының ауыл хужалығы машиналары эшләү заводтары Ауыл хужалығы машиналары эшләү халыҡ комиссариаты итеп үҙгәртелде[2].

1946 йылдың 15 мартындағы Халыҡ комиссариаттары Советын СССР Министрҙар Советы итеп үҙгәртеп ҡороу тураһындағы Законға ярашлы, Ауыл хужалығы машиналары эшләү халыҡ комиссариаты Ауыл хужалығы машиналары эшләү министрлығы тип үҙгәртелә.

Министрлыҡтар исемлеге үҙгәртергә

  • Боеприпастар халыҡ комиссары:

Сергеев Иван Павлович (11.1.1939 — 8.3.1941)

Горемыкин Петр Иванович (8.3.1941 — 16.2.1942)

Ванников Борис Иванович (16.2.1942 — 7.1.1946)

  • Ауыл хужалығы машиналары эшләү министрҙары:

Ванников Борис Иванович (7.1.1946 — 26.6.1946)

Петр Горемыкин (26.6.1946 — 14.3.1951)

Георгий Попов (14.3.1951 — 15.3.1953)

  • Тракторҙар һәм ауыл хужалығы машиналары министрҙары:

Синицын Иван Иванович (2.10.1965 — 10.10.1980)

Ежевский Александр Александрович (10.10.1980 — 19.10.1988)

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Ҡалып:Государственные институты власти времён СССР Ҡалып:Ядерные испытания СССР