Атыш(Атыш-Сумған) — Башҡортостан Республикаһы Белорет районындағы ер аҫты шарлауығы. Тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Көньяҡ Уралдың туристарҙы йәлеп итеп торған күренекле урыны. Бейеклеге - 6 м[1].

Атыш
Координаты: пропущена долгота
Ил
РегионБашҡортостан
РайонБелорет районы 
ЙылғаАтыш 
Бейеклеге6 м м
Рәсәй<div class="ts-ПозКарта-метка" style="
 left:Аңлатма хатаһы: Көтөлмәгән < операторы%;
top:Аңлатма хатаһы: Көтөлмәгән < операторы%">
Точка
Атыш
Башҡортостан Республикаһы<div class="ts-ПозКарта-метка" style="
 left:Аңлатма хатаһы: Көтөлмәгән < операторы%;
top:Аңлатма хатаһы: Көтөлмәгән < операторы%">
Точка
Атыш
 Атыш Викимилектә
Өҫтән күренеше

Географияһы үҙгәртергә

Белорет районында Ләмәҙ йылғаһының уң ярында, Елмерҙәк һырты армыттарында урынлашҡан.

Атыш йылғаһы туғай буйлап Атыш яланын үткәс, ҡаяға барып терәлә лә, ер аҫтына китә ( сума). Атама "Атыш йылғаһы сумған" тигәндән килеп сыҡҡан.

Атышсумған һәм Ағуй уҙған ер аҫты йылғалары (Атыштан төньяҡҡа табан 3 км һәм 1,5 км алыҫлыҡта йырынға инеп китәләр) ҡушылыуынан барлыҡҡа килгән һыу ташҡыны, Ләмәҙ йылғаһы кимәленән 4 м бейеклектә урынлашҡан мәмерйәнән (бейеклеге 4,5 м, киңлеге 6 м) урғылып сыға.

Атыштың ер аҫтына сумған ере - 276 метр, сыҡҡан ере 174 м бейеклектә. Шулай итеп, дөйөм алғанда, йөҙ метр тирәһенә түбәнәйә.

Һикәлтәһе аҫҡы карбон тоҡомдарынан (эзбизташтар) ғибәрәт. Ҡая аҫтында барлыҡҡа килгән ҡаҙандан (диаметры яҡынса 20 м, тәрәнлеге 7 м) Атыш йылғаһы ағып сыға, унда ҡыҙыл балыҡ йәшәй. Ландшафтары ҡайын, йүкә, аҡ шыршы урмандарынан тора, 100 йәшлек имәндәр осрай.

Атыш-Сумғандың элекке йырҙалары барлыҡҡа килтергән атыш мәмерйәләре төркөмө бар: Дальняя, Нежная, Заповедная (Медвежья), Верхняя, Атышская, Сифонная һәм Атыш мәмерйәһе. Былар барыһы ла Атыш йылғаһының Ләмәҙ йылғаһына барып ҡушылған  боронғо үҙәне булып тора.

 
Йәшкүҙташ тауындағы мәмерйәләрҙең һәм Атыш шарлауығының урынлашыу схемаһы


Һылтанмалар үҙгәртергә

  1. Водопад Атышсумган