Антик әҙәбиәт (лат. Antiquus — боронғо) — Урта диңгеҙ бассейнында (Балҡан һәм Аппенин ярымутрауҙарында, шулай уҡ сиктәш утрауҙарҙа һәм яр буйҙарында) үҫешкән боронғо гректар һәм римляндар әҙәбиәте. Уның латин һәм грек теленең диалекттары нигеҙендә барлыҡҡа килгән яҙма ҡомартҡылары беҙҙең эраға тиклем I мең йыллыҡҡа һәм беҙҙең эраның I мең йыллығына ҡарай. Антик әҙәбиәт боронғо грек һәм боронғо рим әҙәбиәттәренән тора. Тарихи яҡтан грек әҙәбиәте рим әҙәбиәтенән алдараҡ барлыҡҡа килгән.

«Эклог» манускрипты Вергилия (5 быуат)
Грек шағиры Софокл

Дөйөм белешмәләр үҙгәртергә

Урта диңгеҙ бассейнында антик мәҙәниәт менән бер рәттән икенсе мәҙәни ареалдар үҫешә. Антик әҙәбиәт бөтә көнбайыш цивилизацияһының һәм сәнғәттең нигеҙе булып тора. Антиклыҡ менән параллель рәүештә бүтән боронғо мәҙәниәттәр, шул иҫәптән боронғо ҡытай, боронғо һинд, боронғо иран әҙәбиәттәре үҫешә. Боронғо Египет әҙәбиәте ул мәлдә сәскә атыу осорон кисергән була.

Антик әҙәбиәттә европа әҙәбиәтенең төп жанрҙары һәм әҙәбиәт тураһындағы фәндең нигеҙе формалаша. Антиклыҡтың эстетик фәне өс төп әҙәбиәт төрөн — эпос, лирика һәм драманы — билдәләй. Был классификация бөгөнгө көндә лә үҙенең әһәмиәтен юғалтмай.

Антик әҙәбиәттең этаптары үҙгәртергә

 
Гомер (беҙҙең эраға тиклем II быуат)

Боронғо грек әҙәбиәте үҙгәртергә

Архаика үҙгәртергә

Архаик, йәки яҙма булдырылғанға тиклемге дәүерҙә, «Илиада» һәм «Одиссей» (Гомер) барлыҡҡа килә (беҙҙең эраға тиклем 8-9 быуат). Был ваҡытта әҙәбиәттең үҫеше Кесе Азияның Иония яр буйҙарында туплана.

Классика үҙгәртергә

Классик дәүерҙең башланғыс этабы (беҙҙең эраға тиклем 7-6-сы быуат) лирик поэзияның (Феогнид, Архилох, Солон, Семонид, Алкей, Сапфо, Анакреонт, Алкман, Пиндар, Вакхилид) сәскә атыуы менән характерлана. Юғары классик әҙәбиәткә трагедия (Эсхил, Софокл, Еврипид) һәм комедия (Аристофан), шулай уҡ әҙәби булмаған проза (историография — Геродот, Фукидид, Ксенофонт; фәлсәфә — Гераклит, Демокрит, Сократ, Платон, Аристотель; һүҙ оҫталығы — Демосфен, Лисий, Исократ) жанрҙары хас була. Грек-фарсы һуғыштарында ҙур еңеүҙәр яулап дан алған Афины классик әҙәбиәттең үҙәгенә әүерелә. Грек әҙәбиәтенең классик әҫәрҙәре аттик диалектында ижад ителә (беҙҙең эраға тиклем 5-се быуат).

Һуң классика дәүере философия, тарих өлкәһендәге әҫәрҙәре менән таныла, театр иһә Афинаның Пелопоннес һуғышында Спартанан еңелгәненән һуң (беҙҙең эраға тиклем 4-се быуат) үҙенең әһәмиәтен юғалта.

Эллинизм үҙгәртергә

Был мәҙәни-тарихи дәүерҙең башланғыс осоро Александра Македонский эшмәкәрлеге менән бәйләнгән. Грек әҙәбиәтендә жанрҙарҙың, тематика һәм стилистиканың нигеҙҙән үҙгәреү процессы бара, прозаик роман жанры барлыҡҡа килә. Афина был ваҡытта үҙенең мәҙәни гегемонияһын юғалта, эллиник мәҙәниәттең төрлө урындарҙа, шул иҫәптән Төньяҡ Африка территорияһында (беҙҙең эраға тиклем 3-сө быуат — беҙҙең эраның 1-се быуаты), яңынан-яңы үҙәктәре ҡалҡып сыға. Был дәүер александр лирикаһы һәм Менандр ижады менән билдәләнә.

Боронғо рим әҙәбиәте үҙгәртергә

Рим осоро үҙгәртергә

Был дәүерҙәге рим әҙәбиәтен түбәндәге этаптарға бүлеп йөрөтәләр:

  • республика этабы. Был этап граждандар һуғыштары йылдарында тамамлана (беҙҙең эраға тиклем 3-1 быуаттар. Республика этабында Грецияла Плутарх, Лукиан һәм Лонг, Римда Плавт, Теренций, Катулл һәм Цицерон кеүек шәхестәр ижад итәләр;
  • «Алтын быуат» йәки император дәүере (Октавиан Август). Был этап Вергилий, Гораций, Овидий, Тибулл, Проперций исемдәре менән билдәле (беҙҙең эраға тиклем 1-се быуат — беҙҙең эраның 1-се быуаты);
  • антиклыҡтың һуңғы осоро әҙәбиәте (1 — 3-сө быуат). Был этап Сенека, Петроний, Федр, Лукан, Марциал, Ювенал, Апулей исемдәре менән билдәле.

Урта быуаттарға күсеү үҙгәртергә

Был быуаттарҙа әкренләп Урта быуаттарға күсеү күренеше күҙәтелә. 1-се быуатта ижад ителгән һәм яңы мәҙәниәттең хәбәрсеһе булған Евангелия, донъяға ҡараштағы һынылышты күрһәтә. Артабанғы быуаттарҙа латин теле сиркәү теле булыуын дауам итә. Көнбайыш Рим империяһының варвар биләмәләрендә латин теле итальян, француз, испан, румын кеүек йәш милли телдәрҙең формалашыуына етди йоғонто яһаһа, инглиз, немец кеүек латиницаны үҙләштергән герман телдәренең формалашыуында уның тәьҫире аҙыраҡ була. Был ерҙәрҙә рим-католик сиркәүҙең абруйы тарала.

Сығанаҡтар үҙгәртергә

Ҡулланылған әҙәбиәт үҙгәртергә

Тәҡдим ителгән әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Античная литература / Под редакцией А. А. Тахо-Годи. — М., 1976.
  • Античная литература: Справочник / Под редакцией С. В. Семчинского. — М., 1993.
  • Античная литература: Хрестоматия / Составитель А. И. Белецкий. — М., 1936; 1968.
  • Кун Н. А. Легенды и мифы древней Греции. — М., 1967.
  • Парандовский Я. Мифология / Перевод с польского. — М., 1977.
  • Пащенко В. И., Пащенко Н. И. Античная литература. — М.: Просвещение, 2001. — 718 с.
  • Подлесная Г. Н. Мир античной литературы. — М., 1992.
  • Словарь античной мифологии / Составители И. Я. Козовик, А. Д. Пономарев. — М., 1989.
  • Содомора А. Живая античность. — М., 1983.
  • Тронский И. М. История античной литературы. — М., 1959.

Һылтанмалар үҙгәртергә

Антик әҙәбиәт рус тәржемәләрендә интернетта үҙгәртергә