Алсынбаев Мәхәмәт Мәхәмәтулла улы

Профессор, медицина фәндәре докторы

Алсынбаев Мәхәмәт Мәхәмәтулла улы (8 март 1949 йыл) — ғалим-хирург, медицина өлкәһе һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1995—2010 йылдарҙа «Иммунопрепарат» предприятиеһының генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының 2‑се һәм 3‑сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Медицина фәндәре докторы (2003), профессор (2007). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре (1999), Башҡортостан Республикаһы атҡаҙанған табибы (1995). Салауат Юлаев ордены кавалеры.

Алсынбаев Мәхәмәт Мәхәмәтулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 8 март 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (75 йәш)
Уҡыу йорто БДМУ
Ғилми дәрәжә медицина докторы[d]

Биографияһынан үҙгәртергә

Мәхәмәт Мәхәмәтулла улы Алсынбаев БАССР‑ҙың Архангел районы Ҡыҙылъяр ауылында тыуған.

1977 йыл - БДМИ‑ны тамамлағандан һуң “Глуховская” шифаханаһының бүлек мөдире.

1981 йылдан алып Благовещен үҙәк район хәстәханаһының баш табип урынбаҫары.

1986 йылданСибай үҙәк ҡала хәстәханаһының баш табибы.

1990 йылданӨфөнөң Ленин районы һаулыҡ һаҡлау бүлеге мөдире,.

1991 йылданБашҡортостан Республикаһы Министрҙар Советының сектор мөдире.

1993 йылдан — Өфөнөң 21‑се ҡала хәстәханаһының баш табибы.

1995 йылдан башлап “Иммунопрепарат” предприятиеһының генераль директоры (бер үк ваҡытта 1999 йылдан алып лаборатория мөдире).

2010 йылдан — директорҙың беренсе урынбаҫары.

Фәнни эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Фәнни хеҙмәттәре иммуномодулләүсе препараттарҙың тән бешеү,эренле шеш һәм башҡа ауырыуҙарҙы дауалау тәьҫирен өйрәнеүгә арналған.

Алсынбаев М.М. ҡатнашлығында үҙенсәлекле яңы иммуноглобулиндар эшләнә, ҡан препараттарын (лейкоцитар интерферон, церулоплазмин һ.б.) етештереү технологияһы камиллаштырыла.

220-нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 31 уйлап табыу авторы.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Башҡортостан Республикаһының 2‑се һәм 3‑сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре (1999)
  • Башҡортостан Республикаһы атҡаҙанған табибы (1995).
  • Салауат Юлаев ордены кавалеры.

Фәнни хеҙмәттәре үҙгәртергә

  • Иммунные основы патогенеза, иммунодиагностика и иммунотерапия при аллергической патологии легких. Уфа, 1999 (авторҙ.); Основы иммунных и иммунонаправленных методов терапии и профилактики. Уфа, 2000 (авторҙаш) [1]

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

  • На страже жизни и здоровья людей (к 65-летию видного ученого и организатора здравоохранения Махамата Алсынбаева)[1]