Алиева Светлана Умаровна

Светлана Умаровна Алиева(тыуған 6 апрель 1936, Пятигорск) — СССР һәм Рәсәй әҙәбиәт белгесе, яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре, тәнҡитсе һәм библиограф, мөхәррир. СССР журналистар союзы ағзаһы.

Алиева Светлана Умаровна
Ғилми даирәһе

әҙәбиәт белгесе

Эшләгән урыны

Рәсәй Федерацияһы Фәндәр академияһының М. Горький исемендәге донъя әҙәбиәте институты

Альма-матер

Ростов дәүләт университеты

Ниндәй өлкәлә танылған

әҙәбиәт белгесе, тәнҡитсе, библиограф, мөхәррир

Биографияһы үҙгәртергә

Алиева Светлана Умаровна Пятигорскиҙа 1936 йылдың 6 апрелендә тыуған. Алиевтар уздендәре ырыуынан сыҡҡан. Атаһы — Үмәр Баблашевич Алиев, билдәле төркиәтсе, яҙыусы; 1944 йылда, ҡарасәй милләтенән булғанлыҡтан, Ҡырғыҙстанға депортациялана. Тиҙҙән ғаилә башлығы артынан улар ғаиләһе Фрунзе ҡалаһына китә.

Алиева Светлана Умаровна 1959 йылда Ростов дәүләт университетының филология факультетын тамамлай.

1960—1963 йылдарҙа — «Кабардино-Балкарская правда» гәзитендә эшләй.

1966—1967 йылдарҙа — В. И. Ленин исемендәге Дәүләт китапханаһында өлкән библиограф.

1967—1970 йылдарҙа — «Книга» нәшриәтенең өлкән мөхәррире.

1970—1972 йылдарҙа — «Литературная газета» редакцияһының үҙ корреспонденты. 1972 йылда Э. Казакевич ижады буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.

1972—1976 йылдарҙа — «Литературное обозрение» журналының өлкән мөхәррире.

1976—1980 йылдарҙа — «Советский писатель» нәшриәтенең өлкән мөхәррире.

1986-1987 йылдарҙа С. У. Алиеваның әҙәби-тәнҡит мәҡәләләре «Октябрь» (1986, № 10), «Звезда» (1987, № 3), «Дружба народов» (1986, № 10), «Дон» (1986, № 10) журналдарында баҫылып сыға.

1989 йыл — СССР ФА-ның (хәҙер Рәсәй Фәндәр академияһы) М. Горький исемендәге Донъя әҙәбиәте институты хеҙмәткәре .

1985—1992 йылдарҙа С. У. Алиева тотолитар совет дәүләтендәге халыҡтар тарихы тураһында «Так это было» йыйынтығын әҙерләй.

1989 йылдан алып СССР-ҙағы Репрессияланған халыҡтар конфедерацияһында эшләй.

1995 йылдан алып — Төньяҡ Кавказ ҡатын-ҡыҙҙар союзы президенты, Халыҡ-ара хоҡуҡ һаҡлау ассамблеяһының координация советы ағзаһы (Мәскәү). 2005 йылда, «1000 женщинам — Нобелевская премия мира 2005 года» («1000 PeaceWomen») проекты сиктәрендә Рәсәй тарафынан Нобель тыныслыҡ премияһына тәҡдим ителгән кандидат.

Ғилми хеҙмәттәре үҙгәртергә

  • Запах фиалки : Воспоминания // Так это было : Национальные репрессии в СССР, 1919—1952 годы : в 3 т. Т.1 / сост., предисл., послесл., коммент. и примеч. С. У. Алиевой ; Рос. Междунар. фонд культуры. — М. : Инсан, 1993. — С. 317—332.
  • «Я сын твой, Теберда…» : Сборник / Сост., редактор, автор воспоминаний и коммент. С. У. Алиева . — М. : ГУ МДН, 2006. — 360 с. : ил.
  • Человек в меняющемся мире. — Баку, 1980
  • Современная туркменская проза. — М., 1982
  • Литературная критика в действии. — М., 1984
  • Сердце своё держу как свечу… По страницам современной женской прозы. — М., «Знание», 1991.
  • Гафури, Мажит / Алиева С. У. // Восьмеричный путь — Германцы. — М. : Большая российская энциклопедия, 2006. — С. 439. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 6). — ISBN 5-85270-335-4.

Иҫкәрмә үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Литературы народов России: XX в.: словарь / Н. С. Надъярных. — М.: Наука, 2005. — 365 с. — ISBN 5-02-010208-3.

Һылтанмалар үҙгәртергә