Акшенцев Сергей Васильевич

Акшенцев Сергей Васильевич (24 май 1975 йыл) — спортсы. Янғын һүндереү-практик спорты буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры. 2 дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены миҙалы кавалеры.

Акшенцев Сергей Васильевич
Зат ир-ат
Тыуған көнө 24 май 1975({{padleft:1975|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (48 йәш)
Тыуған урыны Ишембай, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө спортсы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
II  дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы

Биографияһы үҙгәртергә

Сергей Васильевич Акшенцев 1975 йылдың 24 майында Башҡорт АССР-ының Ишембай ҡалаһында тыуған.

«Динамо» ирекле спорт йәмғиәте тәрбиәләнеүсеһе. Тренерҙары С. А. Адушкин, И. В. Бариев.

Нефтеюганск ҡалаһында йәшәй[1][2].

2009, 2011 йылдарҙа донъя чемпионы, 2008 һәм 2011 йылдарҙа донъя чемпионатының көмөш призёры[3], биш тапҡыр Европа чемпионаты-2010 чемпионы[4], Европа чемпионаты-2007 бронза призеры[5]. Янғын һүндереүселәр һәм ҡотҡарыусылар араһында күп тапҡыр халыҡ-ара ярыштар еңеүсеһе һәм призеры[6], шул иҫәптән: ябыҡ бинала янғын һүндереү-практик спорты буйынса Европа (2003) һәм Европа илдәре — CTIF ағзалары (2000) чемпионы, Азия илдәренең команда зачетында халыҡ-ара чемпионат еңеүсеһе (2003). Азия Кубогы рекордсыһы (2003).

Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы, Башҡортостан өсөн сығыш яһай[7], хәҙер Ханты-Манси автономиялы округы — Ханты-Манси АЙ-Югра командаһы өсөн сығыш яһай[8][9]. Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районының 3-сө янғын һүндереү часында эшләгән[10]. «Ханты-Манси автономиялы округы — Югра буйынса Федераль янғынға ҡаршы хеҙмәтенең 20 отряды» дәүләт учреждениеһының 77-се часының янғынды иҫкәртеү төркөмө инспекторы.

Эске хеҙмәт подполковнигы[11].

Ҡушаматы — «Ишембай дауылы»[12]. 2 дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены миҙалы менән бүләкләнгән. Әлеге ваҡытта янғын һүндереү-практик спорты буйынса Башҡортостан Республикаһы тренеры.

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Газета «Здравствуйте нефтеюганцы» 2016 йыл 4 март архивланған.
  2. Марийская Правда — На четвёртый этаж за 13 секунд!
  3. Сергей Акшенцев вмешался в белорусский раздел медалей на чемпионате мира в Уфе — башинформ.рф — Новости новой Башкирии
  4. С 26 июня по 3 июля 2010 года в г. Андорра-ла-Велья (Княжество Андорра) проходил Чемпионат Европы среди полицейских и пожарных 2014 йыл 27 май архивланған.
  5. ЦСК МЧС :: Сборная команда МЧС России по пожарно-прикладному спорту 2012 йыл 24 март архивланған.
  6. УЦ ГПС МЧС России — Итоги всероссийских соревнований по пожарно- прикладному спорту «Мемориал М. Федорова»(недоступная ссылка)
  7. История развития пожарно-прикладного спорта в Башкортостане(недоступная ссылка)
  8. Газета «Здравствуйте нефтеюганцы»(недоступная ссылка)
  9. Официальный информационный портал органов местного самоуправления г. Ханты-Мансийска(недоступная ссылка)
  10. Пожарные части 2012 йыл 9 апрель архивланған.
  11. Тюменская Областная Дума 2016 йыл 4 март архивланған.
  12. Чемпионат среди пожарных и спасателей. Второй день соревнований. 100-метровка.