Азаматов кантон (йыр)

башҡорт халыҡ йыры

«Азаматов кантон», «Мирхәй кантон» — башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй.

Азаматов кантон
Сәнғәт формаһы Йыр
Жанр халыҡ йыры
Автор Халыҡ
Әҫәрҙең теле башҡортса‎

Тарихы үҙгәртергә

Легендаһын һәм поэтик тексын тәүге тапҡыр ХХ быуаттың 20-се йылдарында С.Сәлимов яҙып ала һәм «Башҡорт аймағы» йыйынтығында (1929, 7-се һан) баҫтыра. «Азаматов кантон» көй структураһы үҫешкән ике музыкаль төҙөлөштән тора. Юғары регистрҙа көсөргәнешле яңғыраусы тәүге фраза көйгә айырыуса сағыулыҡ һәм драматизм өҫтәй. Йыр лирик-эпик йүнәлешле.

Легендаһы үҙгәртергә

Легенда буйынса, йыр кантон начальнигы Мирхәйҙәр Азаматовтың (ҡара: Азаматовтар) үлер алдынан әйткән васыяты буйынса сығарыла. Мирхәйҙәр Азаматов 1810 йылда тыуған, зауряд-сотник (1853). 1836—1842 йылдарҙа — кантон начальнигы ярҙамсыһы, 1847 йылдан — 3-сө, 1851 йылдан — 6-сы башҡорт кантондары начальнигы[1].

Башҡарыусылар араһында халыҡ йырсылары С. М. Ильясов, Ғ.Н.Нәбиуллин, М.Ә.Шаимова.

Йырҙың һүҙҙәре үҙгәртергә

Нотаһы үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Военная история башкир. Уфа, Башкирская энциклопедия, 2013. 22 бит

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Башҡорт халҡ ижады. 1-се том. Өфө, 1954;
  • Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар. 1-се кит. Өфө, 1974.

Һылтанмалар үҙгәртергә