Абдулғәзин Солтан Шәрип улы

112-се Башҡорт (16-сы гвардия Чернигов) кавалерия дивизияһы яугиры, шайморатовсы. Гвардия ҡыҙылармеецы, рядовойы, сапёр.

Абдулғәзин Солтан Шәрип улы (рус.  Абдулгазин Султан Шарипович) (1904-) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, шайморатовсы. Гвардия ҡыҙылармеецы, рядовойы, сапёр. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры[1].

Абдулғәзин Солтан Шәрип улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 1904
Тыуған урыны Әхмәр, Моҡас ауыл Советы, Баймаҡ районы, СССР
Һөнәр төрө сапёр
Хәрби звание рядовой һәм ҡыҙылармеец[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены "Варшаваны азат иткән өсөн" миҙалы

Биографияһы үҙгәртергә

Солтан Шәрип улы Абдулғәзин 1904 йылда Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы) Әхмәр ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

Хәрби хеҙмәте үҙгәртергә

1942 йылдың декабрендә Баймаҡ районы хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡырыла.

7 кавалерия корпусы составындағы 16-сы гвардия кавалерия дивизиһы 58-се гвардия кавалерия полкының сапёр взводында сапёр булып хеҙмәт итә.

1945 йылдың 22, 23, 28 апрелендә күрһәткән батырлығы өсөн, 1945 йылдан 15 июнендә иғлан ителгән 27/н һанлы бойороҡҡа ярашлы, II дәрәжә Ватан һуғышы ордены тапшырыла[2].

Наградалары үҙгәртергә

Хәтер үҙгәртергә

Абдулғәзин Солтан Шәрип улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[3] һәм БР-ҙың Баймаҡ районы Әхмәр ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә