Абдуллин Мөхәррәм Лотфулла улы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 294-се кавалерия полкы яугиры. Өлкән сержант, взвод, отделение командиры

Абдуллин Мөхәррәм Лотфулла улы (рус. Абдуллин Мухарям Лутфуллович) (1917 — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 294-се кавалерия полкында һуғышҡан. Өлкән сержант[1].

Абдуллин Мөхәррәм Лотфулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1917
Тыуған урыны Сораман, Амангилде ауыл Советы, Учалы районы
Һөнәр төрө яугир
Хәрби звание өлкән сержант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы

Биографияһы үҙгәртергә

Мөхәррәм Лотфулла улы Абдуллин 1917 йылда Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Учалы районы) Сораман ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

1941 йылдың 8 декабрендә Башҡорт АССР-ы Учалы районы хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына хеҙмәткә алына.

Тәүге осорҙа Брянск фронтының 8-се кавалерия корпусына буйһонған 112-се Башҡорт (16-сы гвардия Чернигов) кавалерия дивизияһы составында һуғыша.

294-се кавалерия полкының ҡылыссыылар эскадронында взвод командиры була. 12-се тимер юлдар бригадаһының 26-сы тимер юлдарҙы тергеҙеү батальонында отделение командиры була[1][2].

Абдуллин Мөхәррәм Лотфулла улының батырлығы тураһындағы мәғлүмәтте командиры түбәндәге документҡа теркәп ҡуйған:

  Немец оккупанттарына ҡаршы 1942 йылдың 1-11 июлендәге һуғыштарҙың иптәш Абдуллин өс алышында ла батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтте. Натальевка ауылы янындағы тәүге һуғышта немецтар ҡулына күскән ҡоралдарыбыҙҙы һәм аттарыбыҙҙы ҡабат үҙебеҙгә ҡайтара алды.

9 июлдән 11 июлгә тиклем дауам иткән һуңғы өсөнсө алышта станковый пулемёттан ут яуҙырған дошман нөктәһен һәм 7 немец һалдатын һәм офицерын юҡ итте.[3]

 

.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре үҙгәртергә

Хәтер үҙгәртергә

Абдуллин Мөхәррәм Лотфулла улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[4] һәм БР-ҙың Учалы районы Сораман ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • ЦАМО. Фонд 33. Опись 682524. Единица хранения 398.

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә