Абаков Әмерхан Әхмәт улы

16-сы кавалерия дивизияһының 148-се артиллерия-миномёт полкы гвардия сержанты, шайморатовсы

Абаков Әмерхан Әхмәт улы (рус. Абаков Амирхан Ахметович) (15 август, 1898 йыл — ?) 16-сы кавалерия дивизияһының 148-се артиллерия-миномёт полкы гвардия сержанты[1], шайморатовсы. Ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм I дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры[2].

Абаков Әмерхан Әхмәт улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 15 август 1898({{padleft:1898|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (125 йәш)
Һөнәр төрө Хәрби эш
Хәрби звание рядовой һәм ҡыҙылармеец[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Биографияһы үҙгәртергә

Әмерхан Әхмәт улы Абаков 1898 йылдың 15 авгусында хәҙерге Һарытау өлкәһе Перелюбский районы Күҙәбай (Ҡаһарман) ауылында тыуған.

1910—1916 йылдарҙа Һамар губернаһында алпауыт Мальцев хужалығында хеҙмәтсе була.

19161917 йылдарҙа — Уральск ҡалаһында тире эшкәртеү эшсеһе.

1917—1918 йылдарҙа — Һамар губернаһы Николаев өйәҙенең Күҙәбай улусы Күсембәт ауылында ялланып эшләй.

19221923 йылдарҙа — Һамар губерна советы партия мәктәбе курсанты.

19231924 йылдарҙа — Һамар губернаһының ВКП (б) Пугачёв өйәҙ комитетының Имәләй (Ҡыпсаҡ) улусы ойоштороусыһы.

19241926 йылдарҙа — Күҙәбай ауылының партия ячейкаһы секретары.

1926—1928 йылдарҙа — Күҙәбай ауылында ойошторолған кредит ширҡәте рәйесе.

19281930 йылдарҙа — Күҙәбай ауылы партия комитеты секретары.

19301931 йылдарҙа — Перелюбский ит совхозының партия комитеты секретары.

19311932 йылдарҙа — Ҡазан коммунистик юғары уҡыу йорто (комвуз) студенты.

19321934 йылдарҙа — БАССР-ҙың Баймаҡ районы Баймаҡ ит совхозы директоры урынбаҫары.

19341935 йылдарҙа — БАССР-ҙың Баймаҡ районы II Этҡол Урман идаралығы эшселәр комитеты (рабочком) рәйесе.

19351937 йылдарҙа — ВКП (б)-ның Баймаҡ район комитеты инструкторы[3].

Хәрби хеҙмәте үҙгәртергә

19181922 йылдарҙа — Граждандар һуғышында ҡатнаша, Түбәнге Урал фронты Чапаев дивизияһының Балашев полкында хеҙмәт итә.

Ленинград һәм Польша фронттарының Башҡорт дивизияһы II кавалерия полкында, Һаҡмар губернаһының Пугачёв өйәҙендә бандитизм менән кәрәшеүсе Айырым кавалерия эскадроны составында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша.

1943 йылдың 22 ғинуарында Баймаҡ хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. 1945 йылға саҡлы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. 148-се гвардия-атритллерия-миномёт полкының 3-сө батареяһы тоҫҡаусыһы була. Висла-Одер, Көнсығыш-Померан һәм Берлин операцияларында ҡатнаша[2].

Батырлыҡ күрһәткән даталары: 1943 йылдың 19-21 сентябре; 1944 йылдың 12-21 апреле.

19551958 йылдарҙа — Башҡорт АССР-ы Башҡорт баҡыр-көкөрт комбинатында хәрбиләштерелгән һаҡ уҡсыһы (стрелок) вазифаһын башҡара.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • М. М. Маннапов. Переселение башкир Самарской губернии на юго-восток Башкортостана в первой половине ХХ в. — Уфа: Гилем, 2008. — 200 с. — С.181 — 182.

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә