Викидатала элемент юҡ

Абай — башҡорт ир-ат исеме. Төрки халыҡтарҙа ҡулланыла.

Этимология үҙгәртергә

Абай боронғо төрки теленән — 1. иғтибарлы, һаҡ, һиҙгер; 2. «оло ир туған» мәғәнәһендәге дөйөм төрки туғанлыҡ термины аба (аға) һүҙенә иркәләү ялғауы ай ҡушып яһалған исем[1].

Билдәле кешеләр үҙгәртергә

Абай Ҡонанбаев (ҡаҙ. Абай Құнанбайұлы , 18451904) — ҡаҙаҡ шағиры, философ, композитор, мәғрифәтсе, аҡыл эйәһе[2], йәмәғәт эшмәкәре, ҡаҙаҡ яҙма әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусы һәм уның беренсе классигы, мәҙәниәтте мәғрифәтле либераль ислам нигеҙендә рус һәм Европа мәҙәниәтенә яҡынайтыу рухында реформалаусы. Ысын исеме — Ибраһим, өләсәһе Зере биргән Абай (ҡаҙ. Абай «иғтибарлы», «һаҡ») ҡушаматы ғүмерлеккә йәбешеп ҡала. Абайҙың туғаны — Шәкәрим Кудайбердиев шулай уҡ билдәле ҡаҙаҡ шағиры.

Фамилия үҙгәртергә

Ауылдар үҙгәртергә

Абай (Абай районы) (ҡаҙ. Абай; 1961 йылға тиклем — Чурубай-Нур йәки Чурбай-Нура ҡасабаһы (ҡаҙ. Шерубай-Нұра)) — Ҡаҙағстандың Ҡарағанды өлкәһендәге ҡала. 1949 йылда Ҡарағанды күмер бассейнының көнбайыш участкаларын эшкәртеү менән бәйле эшселәр ҡасабаһы булараҡ барлыҡҡа килгән. 2002 йылдан — Абай районы үҙәге. Ҡарағандынан көньяҡ-көнбайышҡа ҡарай 30 км алыҫлыҡта, Ҡарабас тимер юлы станцияһынан 8 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Ҡала аша Ҡарағанды — Еҙҡаҙған — Ҡыҙылурҙа автомобиль трассаһы үтә, ҡала тибындағы Шахтинск, Сарань ҡасабалар менән төҙөк юлдар менән бәйле. Ҡарабас ҡасабаһы Абай янында Жартасс һыу үткәргесе үтә. Абай Ҡонанбаев хөрмәтенә аталған.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Абай Ҡонанбаев һәйкәле (Алматы) һәйкәле Алматыла Абай майҙанында 1960 йылда ҡуйыла. Авторы: скульптор Х. И. Наурызбаев, архитекторы И. И. Белоцерковский

Абай йылғаһы — Үҙәк Алтайҙа (Рәсәй, Алтай Республикаһы) йылға. Катунь йылғаһы бассейнында урынлашҡан.

«Абай юлы» — Мөхтәр Әүәзов романы.<ref[1]</ref>

Абай Ҡонанбаевтың әҙәби-мемориаль музейы — ҡаҙаҡ шағиры, ҡаҙаҡ яҙма әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусы Абай Ҡонанбаевтың 95 йыллығына бағышлап 1940 йылдың 16 декабрендә Семипалатинск ҡалаһында асылған әҙәби-мемориаль музей[3]

Сығанаҡтар үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре 2021 йыл 5 октябрь архивланған.. — Өфө, 2006.
  2. Большая советская энциклопедия. — 2-е изд. — М.: Большая советская энциклопедия, 1949. — Т. 1.
  3. https://ru.wikipedia.org/wiki/Литературно-мемориальный_музей_Абая