12 апрель
көнө
(12 апреля битенән йүнәлтелде)
12 апрель — григориан стиле буйынса йылдың 102-се (кәбисә йылында 103-сө) көнө. Йыл аҙағына тиклем 263 көн ҡала.
12 апрель | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
12 апрель Викимилектә |
← апрель → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | |||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Авиация һәм космонавтика көнө.
- Боливия: Балалар көнө.
- Либерия: Азатлыҡ көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Космонавтика көнө.
- 1795: Бөрө өйәҙе Ҡыр-Танып улусы башҡорттары яһаҡлы мариҙарға хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Балтас районындағы Туҡтай ауылына нигеҙ һалырға рөхсәт биргән керҙәшлек килешеүенә ҡул ҡуя.
- 1919: Совет Рәсәйендә беренсе Коммунистик субботник уҙғарыла.
тулы исемлек
- 1943: СССР-ҙа «Курчатов институт»ы милли тикшеренеү үҙәге ойошторола.
- 1961: Юрий Гагарин донъяла беренсе булып йыһанға оса.
- 1970: Башҡортостан Республикаһының Дәүләт академия хор капеллаһының беренсе сығышы.
- 1985: Горький автозаводында миллионынсы ГАЗ-24 «Волга» еңел машинаһы эшләп сығарыла.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Сәйрәнов Хәйҙәр Сәйрән улы (1915—1989), ғалим-тарихсы, партия органдары эшмәкәре. 1954—1963 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты секретары, 1963—1980 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
- Сөләймәнов Әһлей Фазлый улы (1925—17.11.2002), уҡытыусы-музыкант, һәүәҫкәр скрипкасы, ҡурайсы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1985), 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры.
тулы исемлек
- Ниғмәтуллин Зиннәт Әйүп улы (1950), алдынғы табип, 1979—2009 йылдарҙа Хәйбулла районы Аҡъяр район үҙәк дауаханаһының неврология бүлеге мөдире. Башҡортостандың атҡаҙанған табибы.
- Фролова Ирина Васильевна (1970), ғалим-философ, юғары мәктәп эшмәкәре. 1996—2013 йылдарҙа һәм 2017 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2017 йылдан БДУ-ның Тарих һәм дәүләт идаралығы институты директорының фәнни эштәр буйынса урынбаҫары. Философия фәндәре докторы (2006), профессор (2011). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2004). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Ғәйнуллин Шакир Йомағол улы (1921—4.06.1993), иҡтисадсы. Бөйөк Ватан һуғышында һәм совет-япон һуғышында ҡатнашыусы. «Салаватстрой» тресы идарасыһының иҡтисад мәсьәләләре буйынса элекке урынбаҫары, трестың баш иҡтисадсыһы. Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры. Салауат ҡалаһының почётлы гражданы (1978). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Асҡар ауылынан.
- Савоненко Нина Иосифовна (1921—02.1996), табип-фтизиопедиатр. 1944 йылдан хәҙерге Ленинград өлкәһе Гатчина ҡалаһы дауаханалары табибы, шул иҫәптән 1953 йылдан ҡала дауаханаһының балалар бүлеге мөдире, 1957—1960 йылдарҙа баш табип урынбаҫары; 1976—1980 йылдарҙа Ленинград өлкә туберкулёз диспансеры табибы. Балаларҙың туберкулёз менән ауырыуын кәметеү буйынса СССР-ҙың өлгөлө табибы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1969). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Шәрипова Лира Ғабдулла ҡыҙы (1926–2007), табип, йәмәғәтсе. Башҡорт АССР-ының етенсе саҡрылыш (1967–1971) Юғары Советы депутаты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1975). Ауырғазы районының почётлы гражданы (2000). Сығышы менән ошо райондың Талбазы ауылынан.
- Яруллин Рауил Рафаэль улы (1961), ғалим-иҡтисадсы. Иҡтисад фәндәре докторы (2003), профессор (2006). 1987 йылдан Ҡазан финанс-иҡтисад институты, 1993 йылдан (өҙөклөк менән) Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1997 йылдан — финанстар кафедраһы мөдире. 1994—1997 йылдарҙа Дәүләт һалым инспекцияһының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында баш дәүләт һалым инспекторы, бүлек етәксеһе урынбаҫары; 2010 йылдан Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы уҡытыусыһы.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Шәһимәрҙәнов Нуритдин Көжәхмәт улы (1912—1.02.2005), ауыл хужалығы һәм совет органдары хеҙмәткәре. 1939—1940 йылдарҙағы совет—фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. 1947 йылдан Әбйәлил районы колхоздары рәйесе, 1952 йылдан Ленин исемендәге колхоз рәйесе урынбаҫары, 1957 йылдан — ошо хужалыҡтың Таҡһыр бригадаһы бригадиры; 1961—1972 йылдарҙа Гусев ауыл Советы рәйесе. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Таҡһыр ауылынан.
- Евсюков Сергей Андреевич (1922—26.10.2008), малсы. 1935—1986 йылдарҙа Хәйбулла районы «Ҡыҙыл Байраҡ» колхозының һарыҡ көтөүсеһе. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Атингән ауылынан.
тулы исемлек
- Артемьев Михаил Алексеевич (1932—12.05.2001), йырсы (лирик тенор). 1965—1995 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1976).
- Фәтхелбаянов Альфред Фәтхелбаян улы (1942—2021), нефтсе. 1982—2005 йылдарҙа «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының начальник урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (1999), СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1980), Дүртөйлө районының почётлы гражданы (2017). Сығышы менән ошо райондың Үткен ауылынан.
- Вагина Людмила Михайловна (1947), спорт өлкәһе ветераны. Ауыр атлетика буйынса халыҡ-ара категориялы судья. Башҡортостандың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре.
- Ғарифуллин Наил Миңләхмәт улы (1947), юғары мәктәп ветераны. Башҡорт дәүләт университетының Физика-техник институты уҡытыусыһы. Физика-математика фәндәре кандидаты, профессор. Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре.
- Аранбаева Сәлимә Рәшит ҡыҙы (1952), хеҙмәт ветераны, инженер. 1975—2007 йылдарҙа Салауат нефть химияһы комбинаты һәм «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһенең химик-технологы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы (2001). Сығышы менән Ишембай ҡалаһынан.
- Хәлисов Нәсих Хөббөтдин улы (1957), рәссам, фоторәссам һәм журналист. 1998 йылдан «Башҡортостан» гәзитенең художество мөхәррире, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2015), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2006), төрлө кимәлдәге ижади конкурстар лауреаты.
- Ишембәтова Зөлфиә Биктимер ҡыҙы (1962), ғалим—педагог, йәмәғәтсе. 1997 йылдан Салауат мәғариф һәм һөнәри технологиялар колледжы директоры. Өсөнсө һәм дүртенсе саҡырылыш ҡала Советы депутаты. 2011—2016 йылдарҙа «Әсә йөрәге» йәмәғәт ойошмаһы рәйесе. Педагогия фәндәре кандидаты (2008). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (2006) һәм мәғариф отличнигы (1995), Рәсәй Федерацияһының почётлы урта һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2009). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлебаш районы Ҡабыҡҡыуыш ауылынан.
- Туйсин Рәмил Париж улы (1972), мәҙәниәт хеҙмәткәре, уҡытыусы, йырсы һәм ҡурайсы. 1990 йылдан Баймаҡ районы һәм Сибай ҡалаһы дөйөм белем биреү мәктәптәре һәм балалар сәнғәт мәктәптәре уҡытыусыһы; 2009 йылдан Башҡорт дәүләт аграр университетының Урал арты филиалы Студенттар ижады үҙәге белгесе, 2011 йылдан — Үҙәк етәксеһе. Бер үк ваҡытта 2007 йылдан Туйсиндарҙың ғаилә концерт студияһы етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2009), төрлө кимәл ижади конкурс һәм фестивалдәр лауреаты.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Фәритов Хәбир Салауат улы (1913—5.07.1997), педагог-методист. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1957—1974 йылдарҙа Башҡортостан китап нәшриәтенең уҡытыу-методик әҙәбиәт редакцияһы мөдире, 1963 йылдан — баш мөхәррир, 1971 йылдан — уҡытыу-педагогик әҙәбиәт редакцияһы мөдире. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).
- Палеха Борис Яковлевич (1928—29.08.1991), рәссам. 1958 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1974). БАССР Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1962).
тулы исемлек
- Хисаметдинов Ғиҙелхаҡ Фәтҡулла улы (1933—2001), механизатор, төҙөүсе. Мәләүез шәкәр заводының элекке эшсеһе. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе, Ленин һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры. Мәләүез районы һәм Мәләүез ҡалаһының почётлы гражданы (1991). Сығышы менән ошо райондың Ҡотош ауылынан.
- Вәлиев Дарвин Зәкирйән улы (1938—11.08.2019), спортсы, тренер-уҡытыусы. 1969 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1997 йылдан физик тәрбиә кафедраһы доценты, бадминтон буйынса тренер. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура (1997), Рәсәйҙең почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2000) һәм Физик культура һәм спорт отличнигы (1998). Спорт гимнастикаһы буйынса СССР-ҙың спорт мастеры (1965), Башҡорт АССР-ының иң яҡшы физик культура хеҙмәткәре (1988). Бадминтон буйынса Бөтә Союз (1991) һәм Бөтә Рәсәй (2017) категорияһындағы судья. Сығышы менән хәҙерге Дүртөйлө ҡалаһынан.
- Көнәфин Фәрит Хисаметдин улы (1938), механизатор. 1964—1998 йылдарҙа Бөрйән районы «Ҡыҙыл таң» колхозы тракторсыһы, комбайнсыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1995), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1981).
- Афлетунов Анатолий Апкаримович (1958), нефтсе. 1979—2018 йылдарҙа Төмән өлкәһе нефть һәм газ сығарыу предприятие һәм ойошмалары эшсеһе. Ханты-Манси автономиялы округы — Юграның атҡаҙанған нефть-газ сығарыу сәнәғәте хеҙмәткәре (2012). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Йәрмиә ауылынан.
- Бохәрмәтов Радик Мазһар улы (1958—20.10.2021), инженер-төҙөүсе, муниципаль орган хеҙмәткәре. 2002 йылдан Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары, 2009—2011 йылдарҙа — хакимиәт башлығы.
- Ғәлләмов Наил Хафиз улы (1958), музыкант-педагог. Балтас балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Бикмөхәмәтова Сәүиә Ғәбдрәүеф ҡыҙы (1963), педагог. 1994 йылдан Салауат ҡалаһының 25-се башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 1998 йылдан этнография музейы етәксеһе һәм 2000 йылдан гимназияның «Сатҡылар» гәзите мөхәррире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2013) һәм мәғариф отличнигы (2009). Рәсәйҙең «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проектының «Иң яҡшы уҡытыусылар» конкурсы еңеүсеһе (2009), Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең грантын алыусы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы Һәргәй ауылынан.
- Хәбибуллин Фәнүз Әфғәл улы (1968), журналист, тыуған яҡты өйрәнеүсе. 1994 йылдан республика матбуғат баҫмалары хеҙмәткәре, шул иҫәптән 2006 йылдан «Ҡызыл таң» гәзитенең иҡтисад бүлеге мөдире. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2019). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Үткен ауылынан.
- Әхмәтова-Нәбиева Эльвира Мирзанур ҡыҙы (1973), бейеүсе, 1991—2013 йылдарҙа Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2010).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Исламов Фәнүс Ямур улы (1934), нефтсе-инженер, йәмәғәтсе. 1984—2005 йылдарҙа «Южарланнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы начальнигы. Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған (1984), СССР-ҙың почётлы нефтсеһе (1982), РСФСР-ҙың нефть һәм газ сәнәғәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре, халыҡ мәғарифы отличнигы (1998). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1981). Краснокама районының почётлы гражданы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Яңауыл районы Байғужа ауылынан.
- Абзалов Ралит Мөнир улы (1939—14.11.1985), географ-ғалим. 1966—1985 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, география факультетының декан урынбаҫары. География фәндәре кандидаты (1974). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Әжекәй ауылынан.
тулы исемлек
- Десяткина Татьяна Григорьевна (1954), иҡтисадсы-ғалим, хеҙмәтләндереү өлкәһендә эшләүсе, йәмәғәтсе. «Фигаро» бөҙрәхана сәнғәте үҙәгенең генераль директоры, бер үк ваҡытта Өфө дәүләт нефть техник университетының Иҡтисад һәм сервис институты уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының «Сәс дизайнерҙары, косметологтар һәм визажистар союзы» коммерцияға ҡарамаған партнерлыҡ рәйесе. Иҡтисад фәндәре кандидаты (2003), доцент. Башҡортостан Республикаһының хеҙмәтләндереү өлкәһенең атҡаҙанған хеҙмәткәре.
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1760: Жан-Франсуа Тома де Томон, Рәсәй империяһында эшләгән Франция архитекторы, рәсем төшөрөүсе.
- 1850: Князь Николай Голицын, дәүләт эшмәкәре. Рәсәй империяһы Министрҙар Советының һуңғы рәйесе.
тулы исемлек
- 1865: Сергей Мясоедов, Рәсәй империяһының хәрби эшмәкәре, полковник.
- 1905: Лев Черепнин, ғалим-тарихсы, академик, СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1981, үлгәндән һуң).
- 1930: Заһира Ғүмәрова, Татарстан шағиры, балалар яҙыусыһы.
- 1940: Михаил Ромадин (1940), СССР һәм Рәсәй рәссамы, график, Рәсәй Федерацияһының халыҡ рәссамы (2003).
- 1940: Херби Хэнкок, АҠШ-тың джаз музыканты, композитор, «Грэмми» премияһына 14 тапҡыр лайыҡ булыусы.
- 1985: Ольга Серябкина, Рәсәй йырсыһы, «Serebro» төркөмөнең элекке солисткаһы.
- 1912: Клара Бартон, АҠШ-тың Ҡыҙыл Тәре ойошмаһын ойоштороусы.