Өфө кремле

(Өфө кирмәне битенән йүнәлтелде)


Өфө кремле — беҙҙең көндәргәсә һаҡланмаған тарихи ҡоролма. Ул Иҫке Өфө янында, хәҙерге Дуҫлыҡ монументы урынында урынлашҡан булған.

Өфө кремле
Ҡала Өфө
Төҙөлгән йылы 16-сы быуат
Башнялар һаны 3

Ул дөйөм оҙонлоғо 440 метр арауығындағы ағас диуарҙан торған.[1]. Көньяҡтан һәм төньяҡтан имән башнялары булған.

Ул Михайлов башняһынан, Николь башняһынан, Мөйөш башняһынан, Воевода йортонан, фарман өйөнән, Смоленск соборынан, сиркәү манараһынан, иген келәттәренән, һәм төрмәнән торған.

Тарихы үҙгәртергә

Өфө өйәҙенең Рәсәй дәүләтенә ингәндән һуң, край биләмәһендә воевода формаһындағы етәкселек барлыҡҡа килә. Тарихсылар әйтеүенсә, Мәскәүҙән ебәрелгән бернсе воевода Михаил Нагой булған. Воевода ҡаланың администрация учреждениеһы Өфө приказ йорто менән етәкселек иткән. Уға 150—200 уҡсынан торған хәрби гарнизон буйһонған. Ҡала диуары буйлап посадтар барлыҡҡа килгәс(ҡәлғәгә сауҙа-сәнәғәте өлөштәре терәлеп үк торған), Кремль тип атала башлаған.

1759 йылда ҙур янғын ваҡытында янып юҡҡа сыҡҡан

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә