Өрөк ҡайнатмаһы (хикәйә)
«Өрөк ҡайнатмаһы» (рус. «Абрикосовое варенье») — Александр Солженицын хикәйәһе. 1994 йылда яҙылған, тәүге тапҡыр 1995 йылда "Новый мир" журналының 10-cы һанында баҫтырылған. Ике киҫәктән торған хикәйәләр серияһына ҡарай.
Өрөк ҡайнатмаһы | |
Жанр | |
---|---|
Автор | |
Төп нөхсә теле |
урыҫ |
Ижат ителгән ваҡыты | |
Тәүге тапғып нәшер ителгән |
1995, 10 «Новый мир» |
Тарихы
үҙгәртергә1990 йылда А. Солженицын «Красное колесо» эпик әҫәрен тамамлай һәм уның хикәйә жанрына тотонорға ваҡыты була.
Солженицын : "Мин әллә ҡасандан бирле ике киҫәкле хикәйә яҙырға хыялланып йөрөнөм. был жанр үҙенән-үҙе донъяға килерен минән һорай. Минең күреүемсә, бындай хикәйәләрҙең бер нисә тибы бар. Шуларҙың иң ябайы: бер үк бер йәки ике-өс персонаж хикәйәнең ике киҫәгендә лә тасуирлана, тик ул киҫәктәр бер аҙ ваҡыт арауығы менән бүленеп тора. (Мин уйлап сығарған әйбер түгел, был күп кенә әҙәби сюжеттарҙа күренгеләп тора)."
90-сы йылдарҙа Солженицын һигеҙ ике киҫәктән торған хикәйәләр ижад итә, шуларҙың береһе - " Өрөк ҡайнатмаһы" хикәйәһе. Хикәйә "Новый мир" журналынын 10-сы һанында 1995 йылда баҫтырыла.
Йөкмәткеһе
үҙгәртергә"Өрөк ҡайнатмаһы" хикәйәһенең беренсе киҫәгендә элек Курск губернаһының Лебяжий Усад ауылында йәшәгән, кулакты юҡҡа сығарыу ваҡытында Белгородҡа, Дергачиға һ.б. һөргөнгә ебәрелгән кешеләрҙең улы Федор Ивановичтың атаҡлы яҙыусыға ебәргән хаты тасуирлана. Үҙенең хатында был кеше ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә башынан үткәргән тормош ҡыйынлыҡтары, сирҙәре, төрлө ергә күсенеп йөрөүҙәре тураһында яҙа
Хат авторы былай тип яҙа: «Беҙҙең һәм тағы ла бер нисә кешенең ғаиләләрен ат арбаһына ултыртып Белгородҡа алып килделәр һәм тартып алынған сиркәүгә төрмәгә япҡан кеүек килтереп ҡыуып индерҙеләр. Бында беҙҙән башҡа күрше-тирә ауылдарҙан әллә күпме халыҡты килтерҙеләр, хатта иҙәндә ятып торорлоҡ та урын юҡ ине, ашарға бер ни ҙә бирмәнеләр, кем өйҙән ниндәй аҙыҡ алып килгән булһа, шуның менән туҡландыҡ. Станцияға беҙҙе алып китер өсөн эшелонды бары тик төндә генә бирҙеләр; оло мәшхәр ҡупты, конвой ары-бире үрһәләнеп йүгеренде, фонарҙар йымылданы. Атайым миңә әйтте: “Һин булһа ла ҡас”. Мин халыҡ араһына инеп йәшенә алдым. Ә минең ғаилә ағзаларын тайгаға алып киттеләр, улар тураһында мин бер нимә лә белмәйем"
Федор Иванович яҙыусынан аҙыҡ посылкаһы һорап яҙа.
Хикәйәнең икенсе киҫәгендә яҙыусы, ЦИК ағзаһы, кино өйрәнеү белгесе-профессор Василий Киприанович компанияһында өрөк ҡайнатмаһы ҡуйылған сәй өҫтәле артында ултыра. Улар кино сценарийын нисек яҙыу тураһында фекер алышалар. Яҙыусы бөтә халыҡ хөрмәте, партияның, хөкүмәттең һәм иптәш Сталиндың иғтибары менән файҙаланыуы, шуға күрә бик көслө яҙырға тейеш булыуына зарлана. Артабан ул баяғы хатты уҡый һәм уның теле менән һоҡлана: "Ниндәй саф тел һәм телмәр табышы! Ниндәйерәк башбаштаҡлыҡ һәм шул уҡ ваҡытта үҙенә арбаусы һүҙҙәрҙең байлығы һәм башҡарылыуы! Яҙыусы көнләшерлек һүҙҙәр!»[1].
Тик яҙыусы хат хужаһына ярҙам итергә уйламай ҙа... Был хикәйәлә тормош муллығының һәм стабиллегенең символы булып өрөк ҡайнатмаһы тора. Ҡасандыр крәҫтиән йортон өрөк ағасы биҙәп торған. Кулактарҙы юҡҡа сығарғанда ул ағасты бысып ырғыталар. Хәҙерге ваҡытта өрөк ҡайнатмаһы дәүергә һыйышып ингән яҙыусының өҫтәлендә киң ҡунаҡсыллыҡтың атрибуты булып тора.
Тәнҡит
үҙгәртергәИке киҫәктән торған "Өрөк ҡайнатмаһы" хикәйәһе, авторҙың "Эго" һәм "На краях" хикәйәләренән айырмалы рәүештә, ысынбарлыҡ менән компромисс вариантын — туҡ ысынбарлыҡтың үҙенә тәбиғи намыҫ язаланыуҙарын буйһондороуын һүрәтләй[2]. Хат авторы, ауыл кешеһе булыуына ҡарамаҫтан, бик тәрән фекерҙәр яҙа : һеҙҙең әҫәрҙәрегеҙҙә ҡаһарманлыҡ - тормош күренеше, коммунистик йәмғиәттең маҡсаты һәм тормоштоң мәғәнәһе, тип уҡыным. Быға мин, ул героизм һәм ул хеҙмәттең матдәһе — батҡаҡлы, бысраҡ, беҙҙең йонсоуҙа әсетелгән,-тип яуап бирер инем",- ти.
Яфа сигеүсе хат хужаһының һорауына төкөрөп ҡарауы Яҙыусының репликаһында асыҡ күренеп тора. Унан хатҡа яуап яҙыу - яҙмауы тураһында һорағас, ул:" Нимә яҙып торорға инде, эш унда түгел... Эш телмәр өлгөһө табыуымда"- тип яуаплай”.
Солженицын, ике киҫәктән торған хикәйәләр яҙып, хикәйәнең яңы төрөн аса һәм был жанрҙың нәфис мөмкинселектәрен күрһәтеп бирә. Тәнҡитсе Владимир Новиков: «Был хикәйәләр тематикаһы менән элекке тормош менән бәйле, ләкин үҙенең асылы менән киләсәккә адресланған" ти[3].
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Ego, suivi de Sur le fil, traduit par Geneviève et José Johannet, Paris, Fayard, 1995.
- Журнал "Новый мир", 1995 №10.
- Спиваковский П. Е. Феномен А. И. Солженицына. Новый взгляд. АН России. {0}[13]{/0}} (1936) ISBN — 5-248-00191-9.
- Русская литература XX — начала XXI века в 2 т. Т. 2. 1950—2000-е гг. / под ред. Л. П. Кременцова. — М.: «Академия», 2009.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- А.Солженицын. Абрикосовое варенье 2017 йыл 9 июнь архивланған.
- Двучастные рассказы
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Текст рассказа Абрикосовое варенье 2017 йыл 14 июнь архивланған.
- ↑ Спиваковский П. Е. Феномен А. И. Солженицына. Новый взгляд. АН России. {0}[13]{/0}} (1936) ISBN — 5-248-00191-9.
- ↑ Новиков Вл.И. С чужого “я” Начнется литература XXI Века / / Общая газ. — М., 1995. — 18-24 мая. — № 20. — С.10.