Әҡбәров Ниғмәтулла Сибәғәтулла улы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 60-сы гвардия кавалерия полкы 1-се эскадроны ҡылыссыһы. Ҡыҙылармеец. Биш «Батырлыҡ өсөн» миҙалы тапшырыла

Әҡбәров Ниғмәтулла Сибәғәтулла улы (рус. Акбаров Нигматулла Сибагатуллович; 1913-19.11.1986)[1] — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 60-сы гвардия кавалерия полкы 1-се эскадроны ҡылыссыһы. Ҡыҙылармеец[2].

Әҡбәров Ниғмәтулла Сибәғәтулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 1913
Тыуған урыны Уяҙытамаҡ, Ҡарат аулы советы, Туймазы районы
Вафат булған көнө 19 ноябрь 1986({{padleft:1986|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})
Һөнәр төрө яугир, хәрби хеҙмәткәр
Хәрби звание ҡыҙылармеец[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)

Биографияһы үҙгәртергә

Ниғмәтулла Сибәғәтулла улы Әҡбәров 1913 йылда Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы) Уяҙытамаҡ ауылында тыуған.

1941 йылдың 28 авгусында БАССР-ҙың Туймазы районы хәрби комиссариаты Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡыра.

Ҡыҙылармеец Әҡбәров Ниғмәтулла Сибәғәтулла улы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 60-сы гвардия кавалерия полкының 1-се эскадроны ҡылыссыһы булып хеҙмәт итә.

Һуғыш осоронда күрһәткән ҡаһарманлыҡтары биш «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән баһалана.

1945 йылдың 20 февралендә сираттағы ҡаһарманлығына 2-се Белорус фронтының 05Н һанлы бойороғо баһаһы.

  12 миллиметрлы мина батареяһы миномётчигы ҡыҙылармеец Әҡбәров Ниғмәй 1945 йылдың 8 февралендә Эльбияг ҡалаһы өсөн һуғыш барышында, боеприпастар бөтөргә торған яуаплы мәлдә, дошмандың көслө артиллерия уты аҫтында, батареяны (доставил более) 400 (выстрелов) атыш яһарлыҡ боеприпас менән тәьмин итте. Һәләк булған миномёт тоҫҡаусы урынына баҫып, үҙенең миномёты менән боеприпастары һаҡланған дошман келәтен яндырҙы, ике эре калибрлы пулемётты, тура тоҫҡаусы ике орудиены һәм 20-нән ашыу немец һалдатын юҡ итте[3].  

Наградалары үҙгәртергә

  • «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (28.02.1943)
  • «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (10.10.1943)
  • «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (17.02.1945)
  • «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (20.02.1945)
  • «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (05.04.1945)[3]

Хәтер үҙгәртергә

Әҡбәров Ниғмәтулла Сибәғәтулла улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[4] һәм БР-ҙың Туймазы районы Уяҙытамаҡ ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • ЦАМО. Юбилейная картотека награждений, шкаф 1, ящик 17. Номер документа 84[5].

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә