Әшә соҡоро (мәмерйә)

Силәбе өлкәһе Әшә районында урынлашҡан үҙенсәлекле мәмерйә. Өс этажлы горизонталь мәмерйә ҡыуышлығы.

Әшә соҡоро (мәмерйә)Силәбе өлкәһе Әшә районында урынлашҡан үҙенсәлекле мәмерйә. Өс этажлы горизонталь мәмерйә ҡыуышлығы.

Әшә соҡоро
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе һәм Әшә районы
Оҙонлоҡ 145 метр
Вертикаль тәрәнлеге 13 метр

Географик урыны

үҙгәртергә

Силәбе өлкәһе Әшә районы Чапаев ҡасабаһынан көнсығышҡа ҡарай 1-1,5 саҡрым тирәһе алыҫлыҡта ята. Силәбе менән араһы - 330 саҡрым, Өфөгә тиклем 90 саҡрым. Урал тауҙарының көнбайыш битләүендә урынлашҡан.

Координаталары: 55°0′31.35″ N 57°19′4.04″E.

Мәмерйә был район аша үткән тектоник көстәр тәьҫирендә барлыҡҡа килгән ярыҡ – Әшә һынылышы (ярылыуы) һөҙөмтәһе булып тора. Әшә мәмерйәһе бик ҡатмарлы формала. Ул палеозойҙың өҫкө ташкүмер дәүеренә ҡараған ныҡ ярғысланып бөткән асыҡ һары эзбизташтарҙан тора. Дөйөм оҙонлоғо - 145 метр, дөйөм тәрәнлеге 13 метрға тиклем.

Мәмерйәгә һурәтләмә

үҙгәртергә

Мәмерйәгә инеү урыны - Аджигардак һырты нигеҙендә, уң яҡ битләүендә, бейеклеге 1,5 метр. Ул дөрөҫ булмаған ярыҡ формаһында , ярайһы уҡ иркен, ҙурлығы 0,8 x 2,5 метр. Инеү юлы көньяҡҡа ҡарай юҫыҡланған һәм өлөшләтә эре-эре таш киҫәктәре менән күмелгән.

Яҙ көнө, ташҡын осоронда һәм йәйен, көслө ямғыр яуғанда, улар һыу йотоусы тишектәр булып китә, уны карст массивының тәрәнлегенә һурҙыра. Мәмерйәне һыу баҫа. Шул саҡта мәмерйә үҙәгендә, подвалда, шишмә атылып сыға башлай.

Ә ҡышҡыһын һәм йәйгеһен, йылғаларҙа һыу кимәле түбәнәйеп, һыу сығымы кәмегән осорҙа шишмә күп һанлы ярыҡтар эсенә һеңеп юғала. Мәмерйәнең эсе өс ҡатлы(этаж) юлдарҙан тора.

Ингән ыңғайы мәмерйә юлы түбәнәйә башлай. Уның бейеклеге инеү урынында - 0,8 метрҙан алып аҙағында 2 метрға тиклем, киңлеге 2,5-тән 1 метрға тиклем үҙгәрә. 15 метр үткәндән һуң юл оҙонлоғо 18 метр тәшкил иткән мәмерйәнең берҙән-бер ҡыуышлығына (Обвальный) алып килә. Киңлеге – 4-5 метр, бейеклеге – 3-8 метр.

Иҙәне эре таш киҫәктәренән тора. Улар араһында мәмерйәнең түбәнге ҡатына алып төшә торған тишек урынлашҡан.

Мәмерйәнең түбәнге ҡаты бер нисә тиҫтә метр оҙонлоҡтағы һәм 0,5 метрҙан артыҡ булмаған киңлектәге, 10 метрға тиклем тәрәнлектә урынлашған тар юлдарҙан торған система булып тора.

3-сө урында мәмерйә юлдары вертикаль ҡоҙоҡтар менән бүленә – тәрәнлектәре 3-4 метр тирәһен тәшкил итә. Бында мәмерйәнең иң тәрән нөктәһе (13 метр) асыҡланған.

Тау ҡыуышлығының төньяғында иҙәне 30-35° тирәһе мөйөш яһап өҫкә күтәрелә башлай һәм 14 метрҙан һуң өҫкө ҡатҡа алып сыға. Өҫкө этаж ҙур булмаған горизонталь майҙансыҡтар менән айырылған 3-4 метр бейеклектәге вертикаль каминдарҙан тора.

Өҫкө ҡаттың бөтә юлдар системаһы бер нисә тиҫтә тонна ауырлыҡтағы ҙур блоктарҙан торған тотороҡһоҙ һәм ҡеүәтле таштар өйөмөндә барлыҡҡа килгән. Мәмерйә өҫкө иң юғары нөктәһе һәм ер өҫтөнә иң яҡын урыны урта ҡаттан 22 метр өҫтә.

Мәмерйәнең өҫкө ҡатынан өҫкә ҡарай 6 метр диаметры һәм 3 метр тәрәнлектәге текә диуарлы упҡан соҡор урыны бар. Мәмерйә юлдарының , ҡыуышлыҡтарының арҡыры киҫемдәре башлыса тура дүртмөйөшлө һәм өҫкә ҡарай һуҙылған.

Мәмерйә эсендә ярғанаттар йәшәй, серәкәйҙәр, күбәләктәр күп. Мәмерйә эсендәге юлдарҙың дөйөм оҙонлоғо 145 метр , дөйөм тәрәнлеге 13 метрға тиклем етә. Ҡыуышлыҡтарҙа ( иң түбән һәм иң юғары нөктәләре араһы) вертикаль арауыҡ амплитудаһы — 31 метр.

Мәмерйәне тикшереү тарихы

үҙгәртергә

Әшә соҡоро мәмерйәһен тәүге тикшереү 1971 йылдың ноябрендә Силәбенең "Плутон" клубы спелеологтары (етәксеһе С. Баранов) тарафынан үткәрелгән. 1992 йылдың майында "Надежда А-2" спелеология клубы ағзалары (етәксеһе М. П. Бортников ) ҡабаттан, ентеклерәк тикшеренеү үткәрә, мәмерйәнең яңы урындарын таба.

Һылтанмалар

үҙгәртергә