Әхмәтшин Марат Радик улы (1980)

Марат Әхмәтшин, Радик Марат улы Әхмәтшин, рус. Ахметшин Марат Радикович (1980 йылдың 27 июне, Камчатка крайы, Елезово – 2016 йылдың 3 июне, Сүриә, Пальмира) – Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре офицеры, капитан (2005). Сүриәләге хәрби бәрелештә ҡатнашыусы. Рәсәй Федерацияһы Геройы (2016, вафатынан һуң). Сүриәлә һәләк булғаны рәсми танылған 24-се Рәсәй Федерацияһы хәрби хеҙмәткәре[1]

Әхмәтшин Марат Радик улы (1980)
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Хеҙмәт итеүе Рәсәй
Тыуған көнө 27 июнь 1980({{padleft:1980|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})
Тыуған урыны Елизово[d], Камчатка өлкәһе[d], РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 3 июнь 2016({{padleft:2016|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (35 йәш)
Вафат булған урыны Пальмира, Тадмор[d]
Үлем сәбәбе яраларҙан вафат була[d]
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр
Хәрби звание Капитан
Һуғыш/алыш Военная операция России в Сирии[d]
Ғәскәр төрө Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы көстәре һәм артиллерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
медаль «За укрепление боевого содружества» медаль «За отличие в военной службе» Рәсәй Федерацияһы Геройы

Биографияһы үҙгәртергә

Файл:М.Р.Әхмәтшин 1.jpg
Марат Әхмәтшин

1980 йылдың 27 июнендә Камчатка өлкәһенең (хәҙерге Камчатка крайы) Елизово ҡалаһында хәрби гарнизонда һөнәри хәрби (осоусы) ғаиләһендә тыуған. Ҡаҙандың 113-сө урта мәктәбен (1997), Ҡазан юғары артиллерия команда-инженерлыҡ институтын (1998 йылдан Хәрби артиллерия университетының Ҡазан филиалы) (2002) тамамлаған.

2002 йылдың июнендә Төньяҡ Кавказ хәрби округы 58-се армияға (Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһы) гаубицалы үҙйөршлө артиллерия взводы командиры итеп ебәрелә. 2003 йылдың июнендә рота командиры итеп билдәләнә. 2005 йылда «капитан» дәрәжәһе ала. 2009 йылдың декабрендә батальон командирының артиллерия буйынса ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнә.

2005-2009 йылдарҙа күп мәртәбә Көньяҡ Осетияға Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренең тыныслыҡ урнаштырыусы контингентына ебәрелә.

2009-2010 йылдарҙа Әрмәнстандың Ғөмрә ҡалаһында урынлашҡан гаубицалы артиллерия батареяһы командиры. Хәрби округ тарҡатылғас, хәрби хеҙмәттән запасҡа китә.

2010-2015 йылдарҙа Осиново ҡалаһында йәшәй, Ҡаҙанда төрлө ойошмаларҙа (ПАТП-2 лә инженер булып) эшләй.

2015 йылдың декабрендә хәрби хеҙмәткә кире ҡайта. Көнбайыш хәрби округының гаубицалы үҙйөрөшлө артиллерия дивизионына (Владимир өлкәһе) разведка начальнигы итеп билдәләнә.

2016 йылдың яҙында Сүриәгә РФ Ҡораллы Көстәре контингентына ебәрелә. 3 июндә ИГИЛ хәрби көстәре менән Пальмира ҡалаһы өсөн барған һуғышта ҡаты яралана, госпиталдә үлә. 6 июндә Татар Республикаһының Лайыш районы Атабай ауылынана ҡайтарылып ерләнә.

2016 йылдың 23 июнендә Рәсәй Федерацияһы Президенты указы менән Рәсәй Федерацияһы Геройы исеме бирелә. 31 августа Рәсәй Федерацияһы Геройының «Алтын йондоҙ» миҙалы Ҡазанда ғаиләһенә тапшырыла.

Бүләктәре, маҡтаулы исемдәре үҙгәртергә

Ғаиләһе үҙгәртергә

Атаһы Радик Вәғәз улы Әхмәтшин, әсәһе Римма Ғариф ҡыҙы.

Туғандары Рәмис Радик улы, Лилиә Радик ҡыҙы.

Ҡатыны Гүзәл Рауил ҡыҙы (1981), балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.

улы Әмир (2007), ҡыҙҙары Зарина (2003), Ралинә (2013).

Хәтер үҙгәртергә

2016 Ҡаҙандың Яңы Савин районында 1988 йылда асылған айырым фәндәрҙе тәрән өйрәнеүсе 113-сө татар-урыҫ урта мәктәбенә (420137 Ҡаҙан, Адоратский урамы, 36А йорто) Рәсәй Федерацияһы Геройы Марат Әхмәтшиндың исеме бирелә [2][3].

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә