Әхмәтйәнов Миңлеғәли Ниғәмәт улы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, старшина, 294-се кавалерия полкы эскадронының политругы

Әхмәтйәнов Миңлеғәли Ниғәмәт улы (1901 — 20 ноябрь 1942) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, старшина, 294-се кавалерия полкы эскадронының политругы[1][2].

Әхмәтйәнов Миңлеғәли Ниғәмәт улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1901
Тыуған урыны Йәнырыҫ ауылы, Рәсәй
Вафат булған көнө 20 ноябрь 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})
Вафат булған урыны Ростов өлкәһе, РСФСР, СССР
Хәрби звание старшина[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]

Биографияһы үҙгәртергә

Әхмәтйәнов Миңлеғәли Ниғәмәт улы 1901 йылда Өфө губернаһының Стәрлетамаҡ өйәҙе, хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы Йәнырыҫ ауылында тыуған[1][2]. 1918—1924 йылдарҙа Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә. 1921 йылда өйләнә. 1927 йылда үҙенең ғаиләһе һәм Ишембай һәм Ғафури райондарынан бер нисә ғаилә менән Учалы районына күсеп баралар һәм унда Урал ауылына нигеҙ һалалар (аҙаҡ «Урал» колхозын ойошторалар)[2]. Миңлеғәли Ниғәмәт улы «Урал» колхозының рәйесе булып эшләй[1].

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Әхмәтйәнов Миңлеғәли Ниғәмәт улы 1941 йылдың 17 декабрендә Учалы район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 294-се кавалерия полкы эскадронының политрук ярҙамсыһы, ә 1942 йылдың авгусынан политругы була[3]. Өйҙә ҡатыны һәм ете балаһы тороп ҡала[1].

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы, 1942 йылдың апрелендә ойошторолғандан һуң, СССР Оборо́на халыҡ комиссариа́тының 1942 йылдың 11 апрелендәге Приказы буйынса Брянск фронтының 8-се кавалерия корпусы составында фронтҡа ебәрелә[2].

1942 йылдың ноябрендә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы Волгоград өлкәһенең Обливская станцияһына күсерелә. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы һуғышып Обливская станцияһына йырып сыға. Әхмәтйәнов Миңлеғәли Ниғәмәт улы 1942 йылдың 20 ноябрендә немец илбаҫарҙарының атакаһын кире ҡаҡҡанда вафат була. Ростов өлкәһенең Аржановский хуторында ерләнгән (туғандар ҡәберлеге Осиновский хуторына күсерелә)[2][4].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә