Әхиәруллин Исмәғил Әхиәр улы
Әхиәруллин Исмәғил Әхиәр улы (10 июль 1910 йыл — 7 май 2004 йыл) — ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Дәүләкән совхозының директоры, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).
Әхиәруллин Исмәғил Әхиәр улы | |
башҡ. Әхиәруллин Исмағил Әхиәр улы | |
Файл:Ahijarullin.jpg | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Өфө губернаһының Бәләбәй өйәҙе Ҡаракөсөк ауылы[1] |
Вафат булған көнө | |
Вафат булған урыны | |
Гражданлығы | |
Наградалары һәм премиялары | |
Биографияһы
үҙгәртергә1910 йылдың 10 июлендә Өфө губернаһының Бәләбәй өйәҙе Ҡаракөсөк ауылында тыуған. БАССР.
Белеме — урта махсус, 1932 йылда Башҡорт АССР-ының Милов ауыл хужалығы техникумын, 1941 йылда — СССР эске эштәр халыҡ комиссариатының Свердловск мәктәбен тамамлай.
1932 йылдың апрелендә Мораҡ ит совхозының өлкән агрономы булып эшләй башлай.
1935 йылдың декабренән алып 1937 йылдың ноябрь айына тиклем Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә. 1937 йылдың ноябрендә Саҡмағош машина-трактор станцияһының өлкән агрономы итеп тәғәйенләнә, 1938 йылдың ноябренән 1940 йылдың август айына тиклем СССР-ҙың игенселек буйынса халыҡ комиссариатының юғары сифатлы орлоҡтар Дәүләт страховка фонды Башҡортостан контораһында эшләй. Уҡыуҙы тамамлағандан һуң, 1941 йылдың июленән башлап, Баҡалы һәм Яңауыл райондарында СССР дәүләт именлеге Министрлығының район бүлеге башлығы булып эшләй. 1954 йылдың мартында КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты уны, ауыл хужалығы белгесе булараҡ, Башҡортостан игенселек тресы ҡарамағына ебәрә, ул Өфө районы Милов совхозы директоры урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. 1954 йылдың май айында Дәүләкән игенселек совхозы директоры итеп раҫлана.
Әхиәруллин Исмәғил Әхиәр улы етәкләгән совхоз, Дәүләкән районының артта ҡалған хужалығынан алдынғы хужалыҡтарының береһенә әйләнә, ул 1960 йылдан башлап рентабелле эшләй башлай. 1964 йылда 302,9 мең һум күләмендә килем алына, 1965 йылда— 150 мең һум. Тулайым иген етештереү йылдан-йыл арта бара.
1965 йылда иген етештереү 1958 йыл менән сағыштырғанда 2 тапҡырға арта һәм 152 667 центнерға етә. Алдынғы игенселек культураһы арҡаһында совхоз ҙур майҙанда юғары уңыш ала. 1964 йылда 2 000 гектар майҙанда гектарынан 20,1 центнер иген йыйып ала, ә ҡоролоҡло 1965 йылда 2010 гектар майҙанда — гектарынан 17 центнер. Ошо уҡ йылда 500 гектарлыҡ майҙанда гектарынан 20,2 центнер тары уңышы йыйып алына.
Бойҙай, арыш, ҡарабойҙай, башҡа иген һәм мал аҙығы культуралары етештереү һәм әҙерләүҙе арттырыуҙа өлгәшкән уңыштары һәм техниканы юғары етештереүсәнлекле ҡулланғаны өсөн, СССР Юғары Советы Президиумының 1966 йылдың 23 июнендәге указы менән, Әхиәруллин Исмәғил Әхиәр улына Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.
1969 йылдың ноябрь айында пенсияға сыға.
2004 йылда вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүлектәре
үҙгәртергә- Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).
- Ленин ордены (1966),
- Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Маҡтау Ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән (1949, 1964)
- миҙалдар,
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ хәҙерге Үрнәк ауылы, Саҡмағош районы, Башҡортостан Республикаһы.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. — ISBN 978-5-295-05228-6.
- Захаров А. Искатель //Герои Труда Башкирии: очерки о Героях Социалистического Труда. — Уфа, 1970.
Шулай уҡ ҡара
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Әхиәруллин Исмәғил Әхиәр улы . «Герои страны» сайты.
- Ахъяруллин Исмагил Ахъярович // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- Летопись журнальных и газетных статей на русском языке 2016 йыл 7 май архивланған.