Сәғдеддин Мәсүд ибн Үмәр әт-Тәфтәзәни (рус. Сад ад-дин Macуд ибн Умар ат-Тафтазани, ғәр. سعد الدين التفتازاني‎; ‏1 март 1322 йыл, Тәфтәзән, Хөрәсән — 10 ғинуар 1390 йыл, Сәмәрҡәнд)— ғәрәп мосолман философы, Кәләм ағымының һуңғы осорондағы күренекле вәкиле. Уның логика, юриспруденция, поэтика, грамматика, математика[4], риторика буйынса китаптары һәм Ҡөрьән тәфсире уҡыу әсбаптары булараҡ ҙур ихтыяж менән файҙалана[5].

Әт-Тәфтәзәни
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  Тимуридтар дәүләте[d][2]
Тыуған көнө 1 март 1322
Тыуған урыны Тафтазан[d], Кушханех-йе Бала[d], Кушханех[d], Ширван[d], Северный Хорасан[d], Иран[3]
Вафат булған көнө 10 ғинуар 1390[2] (67 йәш)
Вафат булған урыны Сәмәрҡәнд, Тимуридтар дәүләте[d][2]
Ерләнгән урыны Сәмәрҡәнд
Серахс[d]
Һөнәр төрө дин белгесе, литератор, фәлсәфәсе, Мөтәкәллимдәр, Фаҡиһ, математик
Эшмәкәрлек төрө Кәләм[2], шиғриәт, грамматика, геометрия һәм логика
Кемдә уҡыған Адудуддин аль-Иджи[d][2] һәм Кутб ад-дин ар-Рази[d][2]
Мәзһәб Шәфиғи мәҙһәб[2] һәм Хәнәфи мәҙһәб[2]

Биографияһы үҙгәртергә

Әт-Тәфтәзәни 1322 йылда Тәфтәзән ауылында, Ниса ҡалаһы янында (Хөрәсән, хәҙерге Төркмәнстан) тыуған. Атаҡлы дин белгестәренән белем алған (вафаты — 1365 йыл). Утыҙ йыллап мосафирлыҡта йөрөй, Мәүәрәннәһерҙең төрлө мәҙрәсәләрендә уҡыта [6]. Гератта һәм Гиджуванда эшләй. Йәнебәк хан (рус. Джанибек) саҡырыуы буйынса Һарай ҡалаһында, артабан Ширазда шаһ һарайында эшләй. Уны Аҡһаҡ Тимера Сәмәрҡәндкә саҡырып ала, һәм ул шунда вафатына тиклем тороп ҡала [6].

1390 йылда баҡыйлыҡҡа күсә[4].

Библиография үҙгәртергә

  • Шәрх рисәлә әш-шәмсиә (Ҡояш трактатына шәрехләмә);
  • Рисәлә фи зәүиә әл-мүсәлләс (Өсмөйөш мөйөштәре тураһында трактат);
  • Шәрх әл-ғәҡәид ән-нәсәфиә (Ән-Нәсәфи инаныстарына шәрехләмә)[7];
  • Тәхзиб әл-мантиҡ үә-л-кәләм (Логикаға һәм кәләмгә өйрәтеү)[4].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 2,7 Новая философская энциклопедия (урыҫ) — 2010.
  3. арабская Википедия — 2003.
  4. 4,0 4,1 4,2 Матвиевская и Розенфельд, 1983
  5. Ибрагим Т., 2010
  6. 6,0 6,1 Ислам: ЭС, 1991, с. 235
  7. Абу Хафс Наджм ад-дин Умар ибн Мухаммад ан-Насафи. islamdag.ru (16 октябрь 2010). Дата обращения: 8 май 2015.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Ибрагим, Т. К. и Сагадеев А. В. ат-Тафтазани // Ислам: энциклопедический словарь / отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, 1991. — С. 235.
  • Матвиевская Г.П., Розенфельд Б.А. Книга 2. Математики и астрономы, время жизни которых известно // Математики и астрономы мусульманского средневековья и их труды (VIII-XVII вв.). — М.: Наука, 1983.