Әсфәндиәрова Рафиҡа Абдулхәмит ҡыҙы
Әсфәндиәрова Рафиҡа Абдулхәмит ҡыҙы (рус. Асфандьярова Рафика Абдулхамитовна; 24 апрель 1928 йыл — 18 сентябрь 2003 йыл) — ауыл хужалығы алдынғыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971).
Рафиҡа Абдулхәмит ҡыҙы Әсфәндиәрова | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
СССР, Һарытау губернаһы, Пугачёв өйәҙе, Жестянка ауылы |
Вафат булған көнө |
18 сентябрь 2003 (75 йәш) |
Вафат булған урыны |
Рәсәй, Һарытау өлкәһе, Перелюб районы, Ҡондоҙло ауылы |
Гражданлығы | |
Наградалары һәм премиялары | |
Биографияһы
үҙгәртергәРафиҡа (Рафиға) Абдулхәмит ҡыҙы Әсфәндиәрова 1928 йылдың 24 апрелендә Һарытау губернаһы Пугачёв өйәҙе (хәҙерге Һарытау өлкәһе Пугачёв районы) Жестянка ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Милләте — башҡорт[1].
1932 йылда ғаиләһе менән Перелюб районы Күҙәбай ауылына күсә. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу арҡаһында мәктәпте тамамлап өлгөрмәй, әсәһе менән бергә «Первомайский» совхозында чабан булып эшләй башлай. Ҡышҡы буран ваҡытында һарыҡ көтөүен ҡотҡара, бының өсөн сәғәт менән бүләкләнә[1].
1959 йылдан Зелёный (элекке Дохлов) утарында ҡошсолоҡ фермаһында эшләй. Етенсе биш йыллыҡ (1959—1965) һөҙөмтәләре буйынса Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә. Бер нисә тапҡыр Мәскәүҙә СССР Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары (ВДНХ) күргәҙмәһендә ҡатнаша[1].
1971 йылдың 8 апрелендәге СССР Юғары Советы Президиумы Указына менән ауыл хужалығы производствоһы үҫешендә күренекле уңыштары һәм дәүләткә малсылыҡ продуктарын һатыу буйынса биш йыллыҡ планды үтәгән өсөн «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеменә, Ленин орденына һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалына лайыҡ була[1].
Ҡошсолоҡ фермаһы ябылғандан һуң, Перелюб районы Калинин ҡасабаһына күсә һәм хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем быҙау ҡараусыһы булып хеҙмәт итә[1].
2003 йылдың 18 сентябрендә вафат була. Перелюб районы Ҡунаҡбай ауылы зыяратында ерләнә[1][2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971),
- Ленин ордены (08.04.1971),
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (22.03.1966),
- миҙалдар (шул иҫәптән 5-һе ВДНХ миҙал),
- Перелюб районының почётлы гражданы[1].
Хәтер
үҙгәртергә- Пугачёв ҡалаһының Хеҙмәт батырҙары аллеяһында бюст ҡуйылған.
- Стерликов утарында уның хөрмәтенә урам аталған[3].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 С. Кузоватов. Асфандьярова Рафика Абдулхамитовна . «Герои страны» сайты. Дата обращения: 23 февраль 2020.
- ↑ Асфандьярова Рафика Абдулхамитовна (24.04.1928 - 2003) . Электронная библиотека-музей героев целины. Дата обращения: 23 февраль 2020.
- ↑ Новости Первомайского МО - Долгожданное событие . Сайт администрации Перелюбского МР. Дата обращения: 23 февраль 2020. 2020 йыл 6 август архивланған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Не за тридевять земель. Каталог вечных ценностей Саратовской Губернии [Текст]. Вып. 1. — Саратов : Б. и., 2013. — 120 с.