Әстерхан дәүләт консерваторияһы
Әстерхан дәүләт консерваторияһы — Әстерханда урынлашҡан дәүләт юғары музыкаль уҡыу йорто.
Әстерхан дәүләт консерваторияһы | |
Нигеҙләү датаһы | 1969 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй[1] |
Административ-территориаль берәмек | Әстрәхән |
Баш компания (ойошма, предприятие) | Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығы[2] |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия России федерального значения[d][3] |
Рәсми сайт | astracons.ru |
Әстерхан дәүләт консерваторияһы Викимилектә |
Тарихы[4]
үҙгәртергәӘстерхан консерваторияһы 1969 йылда асыла. Уны булдырыуҙа профессор М. А. Этингер, композитор А. Н. Холминов һәм М. П. Максакова ҙур роль уйнайҙар[5].
1971 йылда консерваторияны В. С. Кузнецов етәкләй.
1974 йылда студенттарҙың беренсе сығарылышы була.
1975 йылда консерваторияла орган ҡуйыла.
1980 йылдан алып 1981 йылға тиклем консерватория В. А. Воронов менән етәкселек итә.
1998 йылда аспирантура асыла.
Хәҙерге ваҡытта консерваторияны ошо уҡыу йортон тамамлаусы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы, профессор А. В. Мостыканов етәкләй[6][4].
Консерватория штатында (2019 йыл мәғлүмәттәре буйынса) — 4 фән докторы, 9 фән кандидаты эшләй.
Консерватория эргәһендәге сәнғәт коллективтары
үҙгәртергә1992 йылда консеваторияның иң билдәле һәм популяр ижади коллективы — «Скиф» квартеты ойошторола.
1994 йылда «Лик» камера хорына нигеҙ һалына (художество етәксеһе һәм дирижеры, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы, профессор С. Е. Комяков). Коллективтың концерт репертуарында — халыҡ йырҙары, урыҫ, сит ил музыкаһы, заманса композиторҙарҙың йыр-хор ижады, Әстерхан авторҙарының вокал-хор музыкаһы.
1996 йылда «Концертино» фортепиано квинтеты ойошторола (художество етәксеһе профессор М. А. Бесценная) — бөтә рәсәй камера ансамблдәре конкурс-фестивалдәте лауреаты.
1997 йылда «Ретро» ансамбле формалаша, уның составында В. Смиховский — художество етәксеһе (кларнет, саксофон), А. Бакшеев (кларнет), А. Смиховская (аккордеон), И. Шубенин (гитара), Е. Хачир (контрабас) һәм солистар Т. Важоров, Л. Сазоноа.
Ректорат
үҙгәртергә— Ректоры — Мостыканов Александр Валентинович
— Фәнни эштәр буйынса проректоры — Людмила Владимировна Саввин
— Уҡыу эштәре буйынса проректор — Ольга Ивановна Поповский
— Ижади эштәр буйынса проректор — Наталья Кимовна Тарасов
Кафедралар
үҙгәртергә— Махсус фортепиано кафедраһы
— Ҡыллы музыка ҡоралдары кафедраһы
— Тынлы инструменттар кафедраһы
— Халыҡ инструменттары кафедраһы
— Опера әҙерлекле яңғыҙ йырлау кафедраһы
— Хор дирижеры кафедраһы
— Музыка теорияһы һәм тарихы кафедраһы
— Камера ансамбле һәм концертмейстер әҙерлеге кафедраһы
— Фортепиано кафедраһы
— Дөйөм гуманитар дисциплиналар кафедраһы
Һылтанмалар
үҙгәртергәРәсәйҙең мәҙәни мираҫ объекты федераль әһәмиәтендәге рег. № 301510277870006 (ЕГРОКН) объект № 3010042001 (БД Викигида) |
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ (unspecified title) — 2017-05-22 — 2017. — doi:10.6084/M9.FIGSHARE.5032286
- ↑ Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
- ↑ https://ru-monuments.toolforge.org/wikivoyage.php?id=3010042001
- ↑ 4,0 4,1 Сайт Астраханской государственной консерватории. История вуза .
- ↑ Сайт Астраханской государственной консерватории. Педагоги консерватории .
- ↑ Сайт Астраханской государственной консерватории. Выборы ректора .