Әрмәнстанда туризм

Әрмәнстан туризмы ил иҡтисадында йылдам үҫешкән тармаҡтарҙың береһе. 2016 йылда Әрмәнстанда 1,26 турист булып киткән[1].

Арарат тауы һәм Хор-Вирап монастыры

Туристар күбеһенсә үҙ ялын Ереванда һәм тау курорттарында, башлыса Джермук, Цахкадзор, Дилижан ҡалаһында үткәрә, шулай уҡ Әрмәнстандың тарихи-мәҙәни ҡомартҡылары һәм тәбиғәт һәйкәлдәре булған урындарға сәйәхәт итә.

Әрмәнстанда XX быуат уртаһынан экстремаль туризм киң үҫешә.

Тарих үҙгәртергә

Боронғо тарихлы, бай мәҙәниәтле, уңайлы географик урынлы Әрмәнстан сәйәхәтселәрҙе һәр саҡ йәлеп иткән. Урта быуаттарҙа уҡ бында улар өсөн ҡунаҡ йорттары — иджеванатундар була. Унда Бөйөк Ебәк юлы буйлап үтеүсе сәйәхәтселәр, сауҙагәрҙәр, һөнәрселәр туҡтар булған.

 
«Лондон» ҡунаҡханаһы, Ереван, 1891

XIX быуатта әрмән райондары Кавказ аръяғы өлкәләре,Рәсәй һәм башҡа күрше илдәр менән бәйләнештә була. 20-се быуат башында грунт һәм тимер юл һалына, телефон һәм телеграф бәйләнеше үткәрелә. Ереван, Шуша, Гюмри, Карс ҡалаларында ҡунаҡханалар төҙөлә башлай.

Совет власы мәлендә (1922—1991) Әрмәнстанға союздаш республикаларҙан ял итергә күпләп халыҡ йөрөй. Ереванда сит ил туристары өсөн ҡуныҡханалар төҙөлә, айырыуса «Армения» (хәҙер — Marriott Armenia), «Интурист» (1959 йылдан — «Ереван», хәҙер — Grand Royal Tulip Yerevan), «Ани» (хәҙер — Отель Ани Плаз) киң билдәле була. Дилижан, Севан, Арзни, Цахкадзор һәм Джермук ҡалалары курорт һәм дауалау үҙәктәре булып китә.

Әрмәнстанда тимер юл киңәйтелә, яңы станциялар һәм йүнәлештәр барлыҡҡа килә, шулай уҡ меңәрләгән км автомобиль юлдары, «Эребунь» һәм «Звартноц» халыҡ-ара аэропорттары, урындағы Берд, Степанаван, Ташир, Гюмри, Сисиан, Джермук, Горис, Мегри, Капан аэропорттары төҙөлә.

1990-сы йылдарҙа Әрмәнстан туризмы регресс кисерә, быға Спитак ер тетрәүе, карабах һуғышы, иҡтисади көрсөк сәбәпсе була. Тимер юлы тик грузин йүнәлешендә генә эшләй. «Звартноц» аэропорты ғына өҙлөкһөҙ эшләй, ә «Эребунь» хәрби аэродромға әйләнә. Әрмәнстан менән Әзербайжан һәм Төркиә сиктәре ябыла.

2000-се йылдарҙа Әрмәнстан туризмы өсөн яңы киңлектәр асыла. Был мәлдә Әрмәнстанға һәм азат ителгән Арцах ҡалаһына диаспора әрмәндәре күпләп ҡайта башлай (Рәсәй, АҠШ, Франция, Ливан). Сит илдәрҙән бында туристар ағымы ла көсәйә.

Әрмәнстан туристары[2]
Йыл Һаны
2007
510,000
-
2008
588,000
+ 15 %
2009
575,000
- 2 %
2010
678,000
+ 18 %
2011
758,000
+ 12 %
2012
844,000
+ 11 %
2013
1,082,000
+ 28 %
2014
1,204,000
+ 11 %
2015
1,192,000
- 1 %
2016
1,260,000
+ 6 %
 
«Интурист» ҡунаҡханаһы (1926 йылдан), һуңынан — «Ереван»

2012 йылдан Әрмәнстанда яңынан-яңы ҡунаҡханалар төҙөлә, иҫкеләре яңыртыла. «Tufenkian» (Ереван, Севан, Лори, Дилижан), «National», һуңғараҡ — «Paris» ҡунаҡханалар селтәре булдырыла, «Наири» և «Силачи» тергеҙелә, Цахкадзор ҡалаһында «Marriott» компанияһы ҡунаҡхана комплексы аса. 2013 йылда «Hyatt» компанияһы ике ҡунаҡхана төҙөй (Джермук, Ереван), Цахкадзорҙа «Golden Palace». Бынан Ереванда — Opera Suite Hotel һәм Blu Radisson юғары класлы ҡунаҡхана асыла.

Әрмәнстанға килеүсе туристар һаны йылдан-йыл арта. Был шулай уҡ халыҡ-ара ярыштар һәм фестивалдәргә лә бәйле. Ереванда йыл һайын «Алтын өрөк» («Золотой абрикос») кинофестивале, 4 йыл һайын — панәрмән уйыны, Франкофония илдәре ағзаларының конференцияһы, балалар Евровидениеһы (2011) һәм башҡа шундай саралар ойошторола. Диаспора минстрлығын «Өйгә ҡайт» программаһы буйынса меңәрләгән студент Әрмәнстанға килеп йөрөй.

Архитектура һәйкәлдәре үҙгәртергә

Әрмәнстан — бер нисә быуат тарихы һәм бай мәҙәниәте булған ил. Бында әрмән халҡының меңәр йылдар буйы булдырған архитектура һәйкәлдәре осрай. Илдә 4 меңдән ашыу уникаль ҡомартҡы бар[3]. Уларҙы 4 төркөмгә бүлергә була — тарихҡа тиклем, эллинистик, урта быуат, яңы (заманса).

 
Зорац-Карер (Караундж)

Әрмән ҡалҡыулығы тәүге кешеләрҙең йәшәү төйәге була. Грузия биләмәһендә Дманисск, в Таулы Ҡарабахта — Азох, Әрмәнстанда Арений мәмерйәләре Ариний мәмерйәһендә беҙҙең эраға тиклем 4-се меңйыллыҡҡа ҡараған аяҡ кейеме табылған[4]. Шул уҡ осорҙағы ҡатын-ҡыҙҙар күлдәге лә ошонда табылған[5].

Шулай уҡ Сюник өлкәһе лә Вайоц Дзор кеүек (Горис, Хндзореск һ.б.) мәмерйәләргә бай. Бында донъялағы иң боронғо обсерватория бар — Зорац-Карер (Караундж). Әрмән теленән ул таш тауышы тигәнде аңлата һәм инглиз Стоунһенджына тап килә. Әммә Караундж инглиз обсерваторияһынан 4000 мең йылға олораҡ (б.э.т. 5500, неолит). Ереванда баҡыр быуатына ҡараған Шенгавит бар. Арени мәмерйәһе йәшерәк, ул бронза дәүеренә ҡарай. 2007 йылда бында донъялағы иң боронғо шарап баҙы табыла[6].

Тарихҡа тиклем осорға шулай уҡ Севан күле һәм Арагац тауы янындағы циклоп өйөмдәре, Эребуни, Тейшебаини, Аргиштихинили урарт ҡәлғәләре, зыяраттар, һыу каналдары, ҡорам ҡалдыҡтары һәм башҡалар инә.

 
Гарни ҡорамы

Эллинистик осор һәйкәлдәре (б.э.т. 4-се быуат — б.э. 3-сө быуаты): Гарнилағы Михра алла ҡорамы. Ул беҙҙең эраның 77 йылында төҙөлә һәм Рим Колизейының тиҫтере һанала.

Эллинистик осорҙа әрмәндәрҙең Армавир, Ервандашат, Зареаван, Заришат, Багаран, Аршамашат, Арташат, Вагаршапат, Двин ҡалалары төҙөлә. Арташат ҡалаһы (400 000 кеше) — әрмән батшаһы Арташес I менән карфаген ғәскәре башлығы Ганнибал төҙөгән схема буйынса эшләнгән. Хор Вирап («зәңгәр төп») монастыры янында Арташат ҡалаһын ҡурсалаусы алиһә Анаит статуяһы табыла.

Гарни янында батша резиденцияһы, рим мунсаһы, Гарни ҡәлғәһе тимер быуатта төҙөлгән

 
Татев монастыры

Урта быуат ҡомартҡылары яҡшыраҡ һаҡланған. Әрмәнстан тәүгеләрҙән булып христианлыҡты дәүләт дине сифатында ҡабул итә. Амарас монастыры, Ереруй базилика, Цицернаванк, Эчмиадз кафедраль соборы, әрмән әлифбаһына нигеҙ һалған Месроп Маштоц сиркәүе һәм башҡалар тәүгеләрҙән иҫәпләнә.

Үҫешкән урта быуатҡа (8-14-се быуаттар) «Копья» монастыры (Гегард), Амберд ҡәлғәһе, Нораванк монастыры, Какаваберд ҡәлғәһе, Ахталин монастыры һәм ҡәлғәһе, Дадиванк һәм Гандзасар, Лори һәм Мегри ҡәлғәләре, Агарцин һәм Гошаванк сиркәү комплексы, күперҙәр һәм һыу каналдары, Татев, Ахпат, Санаин монастырь комплекстары ҡарай. Архитектура һәйкәлдәренән йыраҡ түгел ял заналары, ҡанаҡханалар бар.

 
Гюмри ҡалаһындағы Дзитоьцян йорт-музейы

Урта быуат аҙағында Әрмәнстан үҙаллылығын юғалта. Ул Ғосман империяһы менән Сәфәүиҙәр дәүләте тарафынан бүленә. 19-сы быуат башында Көнсығыш Әрмәнстан яйлап Рәсәй империяһына индерелә. Был дәүергә ҡараған ҡоролмалар Ереванда, Эчмиадзин һәм Гюмри ҡалаларында һаҡланған. Советтар заманында бик күп әрмән һәм урыҫ сиркәүҙәре, фарсы мәсеттәре, Ереван Ҡәлғәһе һәм башҡа архитектура һәйкәлдәре емертелә.

Иҫтәлекле тәбиғәт урындары үҙгәртергә

Әрмәнстан һоҡланғыс тәбиғәткә бай. Уларҙың күп өлөшө дәүләт тарафынан һаҡлана — милли ҡомартҡыһы, ҡурсаулыҡ һәм тәбиғәт ҡомартҡылары. Үҙәк өлөштәге — Әрмән вулкан ҡалҡыулығы: Арагац тауы, Гегам һырты, Джавах һәм Сюникс ҡалҡыулығы. Төньяҡ һәм көнсығыш өлкәләрҙә — һырлы-ташлы тауҙар, урманлы үҙәндәр.

 
Дилижанский милли паркы

Әрмәнстанда 26 ҡурсаулыҡ бар. Шулар араһында иң билдәлеһе — «Хосров урманы» ҡурсаулығы.

 
Таштар симфонияһы

Әрмәнстан — таулы ил. Иң түбән нөктәләр төньяҡта (Алаверди, Грузия сиге) һәм көньяҡта (Мегри, Иран сиктәре), икеһе лә диңгеҙ кимәленән 375 метрҙа ята. Төп яҫы таулыҡ — Арарат үҙәне (800—1000 м). Азат йылғаһының Гарни тарлауығы — « Таштар симфонияһы» Әрмәнстандың ЮНЕСКО исемлегенә ингән тәбиғәт ҡомартҡыһы.

 
Шаки шарлауығы

Әрмәнстан һыу ресурстарына бай. Унда Ахурян, Касах, Дебед, Агстев, Раздар, Воротан һәм Арпа йылғалары аға. Йылғаларҙа матур шарлауыҡтар күп — Джермук (68 м), Шак (18 м), Касах (70 м), Трчкан (24 м) һәм башҡалар.

 
Севан

Әрмәнстандағы иң ҙур һыу резервуары — Севан күле. Сөсө һыулы был күлдең оҙонлоғо 70 км, киңлеге — 55. Майҙаны — 1260 км2, уртаса тәрәнлеге 26,8 метрға тиклем етә, иң тәрән урыны — 84 (Кесе Севан).

Йәмәғәт эштәрендә йөҙөп хеҙмәткәрҙәренең профессиональ ҡотҡарыу һәм башҡа Севан пляж эшләй[7]. 2014 йылда ике һаны унға тиклем етә. пляж, ял 200 000 кеше үҙен ҡайҙа үткәрелде[8]. Бер үк ваҡытта пляждар тиклем 100.000 кешене хеҙмәтләндерә ала. Йәй Севан күп йөрөй, шуның өсөн, татыу ғаилә йәки унда ял итеү өсөн үткәрелә.

Арарат тауы

Экстремаль туризм үҙгәртергә

 
Канат юлдар цахкадзорский

Әрмәнстан тауҙары һәр саҡ альпинистар өсөн ҡыҙыҡлы. Бында альпинизмдың бөтә төрҙәре үҫешә — ҡаяға үрмәләү, экотуризм, тау түбәһенә ашыу һәм башҡалар. Ҡайһы бер тау курорттарында, атап әйткәндә — Цахкадзорҙа ҡышҡы ял ойошторола. Тау курортында тау саңғыһы, сноуборд һәм спорттың башҡа ҡышҡы төрҙәре менән шөғөлләнергә була.

 
Татев канат юлдары

Татев канат юлы 2010 йылда аслыа. Ул донъялағы иң оҙон пассажир канат юлы[9]. Уны «Татев ҡанаты» тип йөрөтәләр[10]. Канат юлы Алидзор һәм Татев ауылдарын Воротан тарлауығы аша тоташтыра. Аэротрамвайҙың оҙонлоғо 5752 метр һәм ул Гиннестар рекорды китабында теркәлгән[11].

 
Парапланеризм

2010 йылдан Әрмәнстанда шулай уҡ экстремаль һауа туризмы үҫешә башлай — парапланеризм һәм парашют спорты. Парапланда осоу 4 урында ойошторолған: Севан (Цовагюх 200 м, Севан 100 м, Мартуни 500 м), Арагац тауы яны (Арагац 500 м, Вардаблур 200 м), Атис (1000 йәки 2000 м) һәм Ара лер тауҙары (1100 м).

 
Зиплайн, Енокаван

Еревандан төньяҡ-көнсығышҡа 145 км алыҫлыҡта Енокаван ауылы урынлашҡан. 2015 йылдың 26 июлендә ошо тәңгәлдә беренсе тапҡыр зиплайнда осоп ҡарайҙар. Киләһе йылда бында килеүселәр һаны 10 меңгә етә. Зиплайнда осоу өсөн алты трасса бар: иң ҡыҫҡаһы 150 м, иң оҙоно — 750. Бында шулай уҡ парапланеризм һәм тау велоспорты менән шөғөлләнергә мөмкин.

Транспорт һәм элемтә үҙгәртергә

Әрмәнстандың диңгеҙгә сығыу урыны юҡ, шуға күрә бындайылға һәм диңгеҙ судноһы үҫешмәгән. Автомобиль һәм тимер юлдары, шулай уҡ һауа юлдары башҡа илдәр менән бәйләнеш тота.

 
«Звартноц» аэропорты

Әрмәнстандың төп һауа ҡапҡаһы — Еревандағы «Звартноц» аэропорты. Ул йыл һайын йөҙҙәрсә мең гражданды хеҙмәтләндерә.

 
«Ереван» тимер юл станцияһы һәм Давид Сасунский һәйкәле
 
Ереван-Оганаван трассаһы (артҡы планда — Ар лер тауы)
 
Почта бинаһы. Ереван

ЮНЕСКО бөтә донъя мираҫы объекттары үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

   Путеводитель «Әрмәнстанда туризм» в ВикигидеВикигидта  Путеводитель «Әрмәнстанда туризм» в Викигиде

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә