Әмиров Фиҡрәт Мешәди Джәмил улы
Әмиров Фиҡрәт Мешәди Джәмил улы (әзерб. Fikrət Məşədi Cəmil oğlu Əmirov; 22 ноябрь 1922 йыл — 20 февраль 1984 йыл) — әзербайжан совет композиторы, педагог, профессор.
Әмиров Фиҡрәт Мешәди Джәмил улы | |
әзерб. Fikrət Məşədi Cəmil oğlu Əmirov | |
Зат | ир-ат[1][2] |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 22 ноябрь 1922[3][1][4][…] |
Тыуған урыны | Гәнжә, Әзербайжан Совет Социалистик Республикаһы, Кавказ аръяғы Социалистик Федератив Совет Республикаһы[d] |
Вафат булған көнө | 20 февраль 1984[1][4][5] (61 йәш) |
Вафат булған урыны | Баҡы, Әзербайжан Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Ерләнгән урыны | Баҡының арҙаҡлылары ерләнгән аллея[d] |
Атаһы | Амиров, Мешади Джамиль Амираслан оглы[d] |
Әсәһе | Dürdana Amirova[d] |
Хәләл ефете | Aida Amirova[d] |
Балалары | Амиров, Джамиль Фикрет оглы[d] һәм Sevil Amirova[d] |
Һөнәр төрө | композитор |
Уҡыу йорто | Бакинская музыкальная академия[d] |
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы | 1984 |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Музыка ҡоралы | фортепиано |
Ойошма ағзаһы | СССР Композиторҙар союзы[d] |
Жанр | Опера, Симфония, симфонический мугам[d], Балет, мюзикл һәм романс[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Әмиров Фиҡрәт Мешәди Джәмил улы Викимилектә |
СССР-ҙың халыҡ артисы (1965). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1982). Икенсе дәрәжәләге Сталин премияһы (1949) һәм СССР дәүләт премияһы лауреаты (1980). 1947 йылдан КПСС ағзаһы.
Биографияһы
үҙгәртергәФиҡрәт Мешәди Джәмил улы Әмиров 1922 йылдың 22 ноябрендә Гәнжә ҡалаһында билдәле йырсы, тарист һәм композитор Әмиров Джәмил Мәшәди ғаиләһендә донъяға килә[6].
Кировабад музыка училищеһында тар класын, һуңынан Баҡы музыкаль училищеһын композиция класы буйынса тамамлай. 1939 йылда Баҡы консерваторияһына уҡырға инә, унда Б. И. Зейдманда композицияға, һәм А. Ғәджибековта әзербайжан халыҡ музыка нигеҙҙәрен өйрәнә.
Һуғыш башланғас, Фиҡрәт Әмиров фронтҡа китә, әммә яраланғандан һуң демобилизациялана. 1942—1945 йылдарҙа — филармонияһының художество етәксеһе, шулай уҡ Кировобад ҡалаһында музыка училищеһы директоры була.
1945 йылда уҡыуын дауам итә һәм өс йылдан һуң консерваторияны тамамлай, диплом эше итеп «Улдуз» операһын тәҡдим итә. 1946—1947 йылдарҙа — А. М. Магомаев исемендәге Әзербайжан филармонияһының художество етәксеһе, 1956—1959 йылдарҙа М. Ф. Фатали исемендәге — Әзербайжан опера һәм балет театры директоры.
Үҙенең ижадында композитор әзербайжан халыҡ мелодияларын һәм ритмдарын, мугам принциптарын, импровизацияны әүҙем ҡуллана.
Әзербайжан Композиторҙар союзы (1956) һәм СССР Композиторҙар союзы (1975) идаралары секретаре. Әзербайжан ССР-ы Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (1980). Әзербайжан ССР-ының 4—7 саҡырылыш Юғары Советының депутаты. 1947 йылдан ВКП(б) ағзаһы.
«Музыка донъяһында» исемле китап авторы (1983).
Әмиров Фиҡрәт Мешәди Джәмил улы 1984 йылдың 20 февралендә вафат була. Баҡыла хөрмәтле ҡәберлек аллеяһында ерләнә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Социалистик Хеҙмәт Геройы (1982)
- Әзербайжан ССР-ының халыҡ артисы (1958)
- СССР-ҙың халыҡ артисы (1965)
- Икенсе дәрәжәләге Сталин премияһы (1949) — әзербайжан мугамдары «Кюрд-овшары» өсөн һәм «Шур» симфоник оркестры өсөн
- СССР Дәүләт премияһы (1980) — «Мең дә бер кисә» балетына музыкаһы өсөн
- Әзербайжан ССР-ының Дәүләт премияһы (1974)[7]
- Әзербайжан ССР-ының Ленин комсомолы премияһы (1967)[8].
- Ике Ленин ордены (9.06.1959; 19.11.1982)
- Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (27.10.1967; 2.07.1971)
- миҙалдар
Төп әҫәрҙәре
үҙгәртергә- Опералары
- «Улдуз» (1948)
- «Севиль» (1953)
- Балеттары
- «Шур» (хореографическая новелла) (1968)
- «Сказание о Насими» (1973)
- «Покорители Каспия» (вокально-хореографическая поэма) (1975)
- «Тысяча и одна ночь» (1979)
- «Низами» (1984).
- Музыкаль комедиялары (оперетта)
- «Похитители сердец» (1943)
- «Радостная весть» (1945)
- «Гезюн айдын» (1946).
- Оркестр әҫәрҙәре
- «Низами иҫтәлегенә» (1941), «Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары иҫтәлегенә» поэмалар(1943)
- Халыҡ инструменттары оркестры өсөн «Джанга увертюраһы» (1945, З. Гаджибеков менән берлектә)
- Скрипка һәм фортепиано менән оркестр өсөн ике концерт (1946)
- «Низами» симфонияһы(1947)
- Халыҡ инструменттары оркестры менән фортепиано өсөн концерт (1947, А. Бабаев менән берлектә)
- Ике симфоник мугам: «Шура», «Кюрд-овшара» (1948)
- «Ҡышҡы юл» поэмаһы, тенор, баритон менән оркестр өсөн (А. Пушкин һүҙҙәренә) (1949)
- «Әзербайжан» сюитаһы(1950)
- Ғәрәп темаларына оркестр менән фортепиано өсөн концерт (1957, Э. Назирова менән берлектә)
- «Әзербайжан каприччиоһы» (1961)
- «Симфоник бейеү» (1963)
- Симфоник меццо-сопрано, камера оркестры өсөн симфоник мугам, «Гюлистан Бәйәғәт-шираз» литавраһы (1968)
- 4 солист, оркестр һәм уҡыусылар өсөн «Симфоник портреттар» (1970)
- Вокал-хореографик поэма «Нәсими тураһында легенда» (1977)
- Симфоник оркестр өсөн «Әзербайжан гравюралары».
- Камера әҫәрҙәре
- Фортепиано өсөн вариациялар (1941)
- Фортепиано өсөн «Романтик соната» (1947)
- 2 фортепиано өсөн прелюдия (1948)
- Әсәф Зейналла иҫтәлегенә «Элегия», виолончель менән фортепиано өсөн альт (1948)
- «Узәир Ғәджибековҡа бағышлау» поэмаһы, скрипка менән виолончель һәм фортепиано өсөн (1949)
- Виолончель һәм альт менән фортепиано өсөн 5 пьеса (1953)
- Фортепиано өсөн ун ике миниатюра (1955)
- Ике фортепиано өсөн албан темаларына сюита (1955, Э. Назирова менән берлектә)
- Фортепиано өсөн балалар альбомы (1956)
- Романстар, хор, йырҙар, эшкәртелгән әзербайжан халыҡ йырҙары
- Хор өсөн әҫәрҙәр (хор менән оркестр — Грузия. Руставели (1970), Сачлы (Сплетни, 1970), хор капеллаһы), халыҡ йырҙарын эшкәртеү,
- Драма спектаклдәренә музыка (шул иҫәптән «Шәйех Санан» («Һуҡыр ғәрәп йыры») Г. Джавид (1950), «Ханлар» һәм «Вәғиф», С. Вурғун, «Каспий диңгеҙе өҫтөндә таң», И. Касумов), кино һ. б.
Фильмографияһы
үҙгәртергә- 1960 — «Утро»
- 1962 — «Великая опора»
- 1965 — «Аршин мал алан»
- 1966 — «Жизнь хорошая штука, брат!»
- 1968 — «Красавицей я не была»
- 1970 — «Севиль»
- 1972 — «Гюлистан Баяты-шираз»
- 1973 — «Шкатулка»
- 1974 — «Урок пения»
- 1974 — «Страницы жизни» (киноальманах)
- 1975 — «Легенды мира»
- 1975 — «Фирангиз»
- 1977 — «Дорогой Октября»
- 1985 — «Фикрет Амиров».
Хәтер
үҙгәртергәФиҡрәт Әмиров исемен Ғәнжә филармонияһы, Дәүләт йыр һәм бейеү ансамбле йөрөтә. Баҡыла, Ғәнжәлә, Сумғайытта уның исемен йөрөткән музыка мәктәптәре бар.
Библиография
үҙгәртергә- Караев К. Симфонические мугамы Фикрета Амирова. — «Советская музыка» № 3, 1949
- Данилов Д. Фикрет Амиров. — Баку, 1956.
- Амиров Ф. В мире музыки (Musiqi aləmində) — Баку, 1983.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ Deutsche Nationalbibliothek Record #1019137533 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ Амиров Фикрет Мешади Джамиль оглы // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ 4,0 4,1 Fikret Amirov // SNAC (ингл.) — 2010.
- ↑ Fikret Amirov // International Music Score Library Project — 2006.
- ↑ З. Сафарова. Шуша — храм нашей музыки // Музыкальная академия : журнал. — Композитор, 2002. — № 1. — С. 211.
- ↑ Ədəbiyyat, incəsənət və arxitektura sahəsində 1974-cü il Azərbaycan SSR Dövlət mükafatlarının verilməsi haqqında Azərbaycan KP MK-nın və Azərbaycan SSR Nazirlər Sovetinin 1974-cü il tarixli Qərarı — anl.az
- ↑ Герой Соц. Труда Амиров Фикрет Мешади Джамиль оглы :: Герои страны
Һылтанмалар
үҙгәртергәӘмиров Фиҡрәт Мешәди Джәмил улы . «Герои страны» сайты.
- Список сочинений Амирова 2005 йыл 30 август архивланған. (инг.)(инг.)
- Статья об Амирове (инг.)(инг.)