Әзербайжан дәүләт иҡтисад университеты

Баҡылағы юғары уҡыу йорто

Әзербайжан дәүләт иҡтисад университеты (азерб. Azərbaycan Dövlət İqtisad Universiteti) — Әзербайжандың Баҡы ҡалаһында урынлашҡан университет. ӘДИУ 1930 йылда нигеҙләнә һәм Көньяҡ Кавказдағы иң эре уҡыу йорттарының береһе һанала. ӘДИУ-ның 14 факультеты бар, унда 16 мең студент белем ала, 57 специальность буйынса магистрлыҡ программалары тәҡдим ителә, уларҙа бөтәһе 1000-дән ашыу уҡытыусы, шәл иҫәптән 62 профессор һәм 344 доцент белем бирә, улар араһында Әзербайжан Милли фәндәр академияһының, Нью-Йорк Фәндәр академияһының әүҙем ағзалары, Дәүләт премиялары лауреаттары, атҡаҙанған уҡытыусылар һәм ғалимдар бар. ӘДИУ Европа Университеттар Ассоциацияһының, Ислам донъяһы университеттары федерацияһының, Ҡара диңгеҙ иҡтисади хеҙмәттәшлеге ойошмаһы Университет советының, һәм Евразия Университеттар Ассоциацияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы булып тора. ӘДУ-ла донъяның 10 иленән 650 студент һәм аспирант белем ала [источник не указан 342 дня].

Тарихы үҙгәртергә

1930 йылда «Әзербайжан дәүләт университеты бөтөрөлә һәм уның факультеттары нигеҙендә төрлө йүнәлешле вуздар ойошторола. Иҡтисад факультеты урынына Әзербайжан сауҙа-кооператив институты барлыҡҡа килә. Ошо атама аҫтында институт 1933 йылға тиклем эшләй.

1933 йылдың ғинуарында Әзербайжан сауҙа-кооператив институты урынында К. Маркс исемендәге Әзербайжан социаль-иҡтисади институты ойошторола.

1936 йылдың 30 декабрендә Әзербайжан халыҡ комиссарҙары советы ҡарары менән Әзербайджан социаль-иҡтисады институты һәм уға ҡушылған Әзербайжан совет сауҙа институты урынына К. Маркс исемендәге Әзербайжан халыҡ хужалығы институты асыла. Ул 1937 йылдың 15 ғинуарында эш башлай һәм үҙ аллы вуз булараҡ 1941 йылдың июленә тиклем эшләй.

Икенсе донъя һуғышы башланғас, уҡыу йортоноң эшмәкәрлеге туҡтатыла һәм ул иҡтисад факультеты булараҡ Әзербайжан дәүләт университеты составында эшләй.

Һуғыштан һуң институт үҙ аллы вуз булараҡ тергеҙелә. Ләкин 1959 йылдың мартында К. Маркс исемендәге Әзербайжан халыҡ хужалығы институты ябыла һәм ул Әзербайжан дәүләт университетына ҡушыла.

1966 йылдың феыралендә Д. Буниатзада исемендәге Әзербайжан халыҡ хужалығы институтын тергеҙеү тураһында ҡарар ҡабул ителә. Был ҡарар буйынса 1966 йылдың 1 сентябрендә Әзербайжан дәүләт университеты составында эшләгән дөйөм иҡтисад һәм тауар ғилеме факультеттары, шулай уҡ Әзербайжан нефть химияһы институтының инженерлыҡ-иҡтисад факультетының ҡайһы бер яңы специальностары Әзербайжан халыҡ хужалығы институты составына индерелә.

2000 йылдың 13 июнендә, Әзербайжан президентының «Әзербайжан Республикаһында уҡыу системаһын камиллаштырыу тураһында»ға указына ярашлы, Әзербайжан дәүләт иҡтисад институты һәм Баҡы тауар ғилеме-коммерция институты нигеҙендә Әзербайжан дәүләт иҡтисад университеты булдырыла.

Ребрендинг эшләгәс, университетты ҡыҫҡаса UNEC тип йөрөтәләр.[1]

Әзербайжан дәүләт иҡтисад университеты  — иҡтисадтың бөтә өлкәләрендә белем биреүсе берҙән-бер дәүләт вузы. Университетта төрлө специальностар бар:

  • Бухгалтер хисабы
  • Финанс
  • Банк эше
  • Статистика
  • Халыҡ-ара иҡтисади мөнәсәбәттәр
  • Таможня эшен ойоштороу һәм уға идара итеү
  • Коммерция
  • Бизнес ойоштороу һәм уға идара итеү
  • Тауар ғилеме
  • Информатика
  • Реклама эше
  • Иҡтисадты дәүләт көйләүе
  • Хаҡтарҙы стандартлаштырыу һәм сертификат
  • Дизайн

Әлеге ваҡытта университетта 20 факультетта 47 специальность буйынса 11364 бакалавр студент һәм 738 магистр уҡый.

Халыҡ-ара хеҙмәттәшлектәр үҙгәртергә

Университеттың фәнни потенциалы төрлө кимәлдәрҙә халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте байытыу мөмкинлеген бирә. Донъяның абруйлы университеттары, шул иҫәптән Францияның Монпелье I, Төркиәнең Мәрмәрә, Мәскәү дәүләт университеты, Мәскәү Халыҡ хужалығы академияһы , Украинаның, Белоруссияның дәүләт университеттары, Бонн Университеты, Амстердам университеты һәм башҡалар менән бәйләнештәр урынлаштырылған.

зербайжан дәүләт иҡтисад университеты  — Сорос, «ТАСИС», «ТЕМПУС» халыҡ-ара программаларының әүҙем ҡатнашыусыһы. Әле университетта донъяның төрлө илдәренән — Төркиә, Грузия, Ливан, Сүриә, Иордания, Йемен, Рәсәй, Төркмәнстандан студенттар уҡый.

Бүләктәре һәм премиялары үҙгәртергә

2006 — Халыҡ-ара рейтинг технологиялары һәм социология академияһының «Алтын Фортуна» премияһы.[2][3][4]

2006 — «Uğur» («Уңыш») милли премияһы.[5][6]

2007 - Европа бизнес ассамблеяһының Оксфорд лидерҙар саммитында «International Socrates Award Ceremony» үткәргән тантанала «Европа сифаты» халыҡ-ара наградаһы.[7]

2007 - милли «Йыл университеты» наградаһы.[8]

2007 — «Интеллект — 2007» премияһы.[8]

2008 — Анкаралағы конференцияла төрки донъяһын һәм мәҙәниәтен үҫтереүгә индергән өлөш өсөн награда .[9][10]

2009 - Киевтағы Халыҡ-ара кадрҙар академияһының алтын миҙалы .[11]

2009 - университеттың ректорына «Ватан улы» наградаһы һәм «Деде Горгуд» миҙалы.[11]

2010 — халыҡ-ара «Мең йыллыҡ премияһы» программаһында диплом, кубок һәм орден.[11]

2015 - 9-сы Әзербайжан халыҡ-ара күргәҙмәһендә «Иң яҡшы спектакль» сертификаты.[12][13]

Филиалдары үҙгәртергә

Әзербайжан дәүләт иҡтисад университетының Дербентта һәм Закаталала филиалдары эшләй.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Адалят Мурадов рассказал о ребрендинге Азербайджанского государственного экономического университета (14 июнь 2017).
  2. АГЭУ удостоился премии в номинации "Рейтинг популярности" МАРТС (Азербайджан) (10 ноябрь 2006).
  3. АГЭУ Удостоен Премии «Золотая Фортуна». 2015 йыл 4 апрель архивланған.
  4. Азербайджанский Государственный Экономический Университет удостоен Премии «Золотая Фортуна» (10 ноябрь 2006).
  5. Крупные университеты Азербайджана.
  6. Azərbaycan Dövlət İqtisad Universiteti.
  7. Азербайджанский государственный экономический университет отмечен международной наградой «Европейское качество».
  8. 8,0 8,1 Азербайджанский Государственный Экономический Университет.
  9. Azerbaycan Devlet İktisat Üniversitesi. 2018 йыл 27 май архивланған.
  10. Азербайджанский Государственный Экономический Университет.
  11. 11,0 11,1 11,2 Журнал "Ректор ВУЗа" (апрель 2011).
  12. В Баку пройдет Азербайджанская международная выставка “Образование”.
  13. UNEC принял участие в международной выставке «Образование и карьера».

Һылтанмалар үҙгәртергә